Драгиня Вуксанович

Драгиня Вуксанович (черног. Draginja Vuksanović; 7 апрель 1978(19780407), Бар, Черногория Социалистик Республикаһы, Югославия) — Черногория юрисы, сәйәси эшмәкәр һәм Черногория университетының хоҡуҡ профессоры. Черногория парламенты депутаты һәм Черногория Социал-демократик партияһы рәйесе. Черногорияла 2018 йылда президент һайлауҙарында ул президентлыҡҡа ил тарихындағы тәүге ҡатын-ҡыҙ-кандидат була, уның һөҙөмтәһендә өсөнсө урынды биләй.

Драгиня Вуксанович
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Черногория
Тыуған көнө 7 апрель 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (46 йәш)
Тыуған урыны Бар[d], Черногория
Һөнәр төрө сәйәсмән
Эш урыны Университет Черногории[d]
Биләгән вазифаһы Европа Советы Парламент ассамблеяһының алмаштырыусы ағзаһы[d][1], представитель в Парламентской ассамблее Совета Европы[d][1] һәм депутат Скупщины Черногории[d]
Уҡыу йорто Университет Черногории[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Социал-демократическая партия Черногории[d]
Участвовал в выборах Президентские выборы в Черногории[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Драгиня Вуксанович 2000 йылда Черногория университетының юридик факультетын тамамлай, 2005 йылда магистр дәрәжәһен ала, 2011 йылда ошо уҡ университетта доктор дәрәжәһенә эйә була. Черногория университетының драма сәнғәте факультетында һәм юридик факультетында профессор булып эшләй. Француз һәм инглиз телдәрендә һөйләшә, шулай уҡ итальян һәм испан телдәрен ҡуллана[2].

Сәйәси карьераһы

үҙгәртергә

Драгиня Вуксанович Черногория Социал-демократик партияның ағзаһы (СДП) һәм 2012 йылдан Черногория депутаты. Черногорияның 2012 йылғы саҡырылыш парламентында закондар сығарыу комитеты рәйесе вазифаһын биләй, сәйәси система, хакимиәт һәм суд власы, гендер тиңлек, шулай уҡ мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт буйынса комитет ағзаһы булып тора. 2013 йылдан 2017 йылға тиклем Вуксанович Европа Советының Парламент ассамблеяһында (ПАСЕ) Черногория Парламентының делегацияһы составына инә, унда кеше хоҡуҡтары һәм юридик мәсьәләләр, енәйәтселек һәм терроризм буйынса комитет ағазаһы, мәҙәниәт, фән һәм спорт һәм киң мәғлүмәт саралары һәм мәғариф, йәштәр һәм спорт комитеты ағзаһының урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2016 йылда Черногорияла парламент һайлауҙары йомғаҡтары буйынса 26- Черногория парламенты депутаты итеп һайлана[2]. 2018 йылдың мартында Вуксанович алдағы президент һайлауҙарында ҡатнашыуы тураһында иғлан итә. Уны Социал-демократик партия күрһәтә һәм һуңыраҡ «ДЕМОС (инг.)баш.» партияһы хуплай, шулай итеп, ул Черногория тарихында президентлыҡҡа беренсе ҡатын-ҡыҙ- кандидат[3]. Вуксанович һайлауҙарҙа 8,2% тауыш йыйып, өсөнсө урынды биләй[4].

2019 йылдың 29 июнендә Вуксанович Черногория Социал-демократик партияһы рәйесе итеп һайлана, һөҙөмтәлә шул ваҡытҡа Черногория сәйәси партияһын етәкләгән берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ була[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Социал-демократическая партия Черногории
  • Президентские выборы в Черногории (2018)
  • Парламентские выборы в Черногории (2020)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 https://pace.coe.int/en/members/7098/vuksanovic
  2. 2,0 2,1 Draginja Vuksanović — SDP Crna Gora
  3. Vuksanović poručila da neće odustati od kandidature 2018 йыл 14 апрель архивланған., Vijesti
  4. Джуканович заявив про перемогу на президентських виборах у Чорногорії (аудіо) | Новини | Українське радіо(укр.).www.nrcu.gov.ua.Дата обращения: 6 апреля 2020.
  5. Draginja Vuksanović Stanković od danas na čelu SDP-a

Һылтанмалар

үҙгәртергә