Доценко Нина Яковлевна
Доценко Нина Яковлевна (17 апрель 1922 йыл — 5 май 2018 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949).
Доценко Нина Яковлевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 апрель 1922 |
Тыуған урыны |
Краснодар крайы, РСФСР Ленинградский район[d], Краснодар крайы, РСФСР СССР |
Вафат булған көнө | 5 май 2018 (96 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНина Яковлевна Доценко (ҡыҙ фамилияһы Герман) 1922 йылдың 17 апрелендә Совет Рәсәйенең Октябрь ҡасабаһында, хәҙер Краснодар крайының Ленинград районында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1934 йылда урындағы «Икенсе биш йыллыҡ» сусҡасылыҡ совхозында ябай эшсе булып башлай, унда 1936 йылдан алып сусҡа ҡараусы булып эшләй. 1940 йылда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тракторсылар курсын тамамлағандан һуң, Нина Герман тракторсы булып эшләй.
Һуғыш тамамланғандан һуң, 1947 йылда иген үҫтереү буйынса баҫыусылыҡ звеноһын етәкләй, ул 1948 йылда эш йомғаҡтары буйынса 43,6 гектар майҙанда 32,2 центнер бойҙай уңышы ала.
СССР Юғары Советы Президиумының 1949 йылдың 11 майындағы указы менән 1948 йылда юғары бойҙай уңышын алғаны өсөн Герман Нина Яковлевнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
Кейәүгә сығып, Нина Яковлевна Доценко 1950 йылдан алып «Икенсе биш йыллыҡ» совхозының иген келәтендә пенсияға киткәнсе эшләй. Хаҡлы ялда булып, тыуған Октябрь ҡасабаһында йәшәй (2017 йыл мәғлүмәттәре буйынса).[1][2]
КПСС ағзаһы була, миҙалдар менән бүләкләнә, улар араһында «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы бар, «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ була.[3]
Ветеран 2018 йылдың 5 майында вафат була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Герои Социалистического Труда Краснодарского края
Библиография
үҙгәртергә- Трудовая слава Кубани. Под. ред. Н. Л. Заздравных, Краснодар, 2003.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ День поселка(недоступная ссылка)
- ↑ Люди, достойные почтения! 2020 йыл 18 сентябрь архивланған.
- ↑ Во имя Кубани, на благо России
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Герман Нина Яковлевна
- Доценко Нина Яковлевна 2020 йыл 10 февраль архивланған.
- Газета «Вольная Кубань» — Лица недели
- Лучшие люди России живут в Ленинградской области 2019 йыл 11 август архивланған.