Дон дәүләт аграр университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Дон дәүләт аграр университеты"  Төньяҡ Кавказдың юғары дәүләт белем биреү учреждениеһы . Ул Ростов өлкәһе Персиановка ҡасабаһында урынлашҡан. Элекке атамаһы -  Дон  ауыл хужалығы институты.

Дон дәүләт аграр университет Федераль дәүләт бюджет автоном юғары һөнәри белем биреү учреждениеһы
(ДонДАУ)
Файл:Logo dongau.gif
Асылған йылы

1962

Ректор

Клименко Александр Иванович

Студенттар

6000

Аспирантура

эйе

Докторантура

эйе

Докторҙар

60

Уҡытыусылар

400

Урынлашыуы

Персиановка ҡасабаһы, Ростов өлкәһе

Юридик адресы

346493, пос. Персиановский ,
Октябрь районы,
Ростов өлкәһе

Сайт

www.dongau.ru

Наградалары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Дон  дәүләт аграр университеты — Рәсәйҙең иң боронғо вуздарының береһе. Ул 1962 йылда Новочеркасск ветеринария-зоотехния институты (ойошторолған 1840 йылда), Азов-Черноморск ауыл хужалығы институты (ойошторолған 1907 йылда) бергә ҡушылыуҙан барлыҡҡа килә.

Тарих үҙгәртергә

1907 йылдың  1(14) октябрендә Персияновкала   Дон урта ауыл хужалығы училищеһы (ДАХУ) — Рәсәйҙең көньяғында   бындай типтағы беренсе уҡыу йорто  асылған.

1920 йылда училище М. В. Кривошлыков  исемендәге  ауыл хужалығы техникумы тип аталып йөрөтөлә башлай.

19181922 йылдарҙа техникумы базаһында Дон ауыл хужалығы һәм мелиорация институы барлыҡҡа килә.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк институттың бик күп хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылары , студенттары  үҙҙәре теләп фронтҡа китәләр. 1942 йылдың йәйендә Персияновка  немец оккупацияһы аҫтында ҡала. Шуға ҡарамаҫтан  институт  иҫке корпусында эшләүен дауам итә.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һүң ул  Азов-Черноморск  ауыл хужалығы институты тип атала.

1962 йылда РСФСР Министрҙар Советының 1960 йылдың 27 сентябрь ҡарары һәм РСФСР  ауыл хужалығы Министрлығының  1962 йылдың 25 ғинуар ҡарары буйынса институт Новочеркасск ветеринария-зоотехния институты менән берләштерелә һәм уларҙың базаһында Дон ауыл хужалығы институты барлыҡҡа килә.

1993 йылдың 5 июлендә институт  Дон дәүләт аграр университетытигән яңы статус ала.

2012 йылдың ноябрендә төбәк  хакимиәте  Азов-Черноморск агроинженер академияһын һәм Дон дәүләт аграр университетын ,  нәтижәһеҙ юғары уҡыу йорттары исемлегенә кергәнлектән, берләштерергә  тәҡдим итәләр[1].

Ректорҙары үҙгәртергә

1962 йылда  ректор итеп профессор Пантелеймон Ефимович Ладан (19081983 йылдар) тәғәйенләнгән.

Унан һуң 1980 йылда инситут ректоры -  профессор Владимир Иванович Степанов (19382002 йылдар).

2002 йылда Анатолий Иванович Баранов ректор булған.

 2013 йылдың сентябренән ДонДАУ  ректоры -  Александр Иванович  Клименко.

Эшсәнлеге үҙгәртергә

 

СССР Юғары Советы Президиумы Указы нигеҙендә институт коллективы 1966 йылдың 27октябрендәге  Дон дәүләт аграр университеты  юғары квалификациялы ауыл хужалығы кадрҙары әҙерләгәне һәм аграр фәнен үҫтергәне  өсөн  Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә