Донской (Азов районы)

Дон — Ростов өлкәһе Азов районы утары. Кагальник ауыл биләмәһе составына инә.

Утар
Донской
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ростов өлкәһе

Муниципаль район

Азовский

Сельское поселение

Кагальницкое

Координаталар

47°06′58″ с. ш. 39°18′44″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Государев

Халҡы

#Н/Д[1] кеше ([[#Н/Д[2] йыл|#Н/Д[2]]])

Телефон коды

+7 86342

Почта индексы

346770

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

61, 161

ОКАТО коды

60 201 830 002

ОКТМО коды

60 601 430 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Донской (Рәсәй)
Донской
Донской
Донской (Азов районы) (Ростов өлкәһе)
Донской

Географияһы

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Бакланов урамы,
  • Ермолов урамы.

1696 йылда хәҙерге Петровский утары янында, Аҙау ҡәлғәһен алыу өсөн батарея урынлаштырыла. Ул урында, легенда буйынса, Петр I Азов походтары ваҡытында батша өсөн йылым тартып балыҡ һөҙгәндәр. Шунлыҡтан был урын Государева тоня тип атала. Ошо ваҡиғаларҙан һуң казактар һәм ҡәлғә гарнизоны был урын менән файҙалана, ләкин гел бәхәскә ингәндәр. Ошо осорҙа барлыҡҡа килгән утар, моғайын, 1774 йылда, Государев исемен ала[3].

1920 йылға тиклем утар Дон Ғәскәре өлкәһенең Ростов округы Елизавета станицаһы составына ингән[4].

Октябрь революцияһынан һуң уның исеме Донской тип үҙгәртелә.

Иҫтәлекле урын

үҙгәртергә
  • Утарҙа архитектура һәйкәле — Государь утар Сиркәүе урынлашҡан . Һәйкәл XIX быуат менән даталана. Өлкә Советының Кесе Советы 301-се Ҡарарына ярашлы (18 ноябрь, 1992 йыл) сиркәү урын әһәмиәтенә эйә мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә 6100434000 коды аҫтында индерелгән[5].
  • Утарҙа архитектура һәйкәл — хәлле казак И. А. Нефедовтың ырыу йорто урынлашҡан. Датаһы — XIX быуаттың беренсе яртыһы. Өлкә Советының Кесе Советы 301-се ҡарарға ярашлы (18 ноябрь, 1992 йыл) йорт урын әҺәмиәтенә эйә мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә 6100435000 коды аҫтында индерелгән[6].
  • Архитектура һәйкәле — Шинкаренко казак ырыу йорто. Ҡасан төҙөлөүе мәғлүм түгел. 301-се ҡарарға ярашлы(18 ноябрь, 1992 йыл) йорт мәҙәни мираҫ объекттарына 6100436000 коды аҫтында индерелгән[7].
  • Архитектура ҡомартҡыһы — магазины менән бергә төҙөлгән сауҙагәр Белоусов йорто. Датаһы — XIX быуаттың икенсе яртыһы.301-се ҡарарға ярашлы (18 ноябрь, 1992 йыл) йорт мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә 6100437000 коды аҫтында индерелгән[8].
  • Архитектура ҡомартҡыһы — казак Д. Н. Ирхин ырыу йорто. Датаһы —1891 йыл. 301-се ҡарарға ярашлы (18 ноябрь,1992 йыл) буйынса йорт мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә 6100438000 коды аҫтында индерелгән[9].

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • « Государь утары граждандары(Кагальник улусы, Ростов округы) күрше Коханов утарына өс йөҙ бот бойҙай һәм өс ағас аҙбар алыр өсөн ағас сиркәүҙе … үҙҙәренә кәрәкмәгәнлектән һатҡан»[10].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә