Богомолов Дмитрий Васильевич
Богомолов Дмитрий Васильевич (5 март 1909 йыл — 28 ғинуар 1961 йыл) — ғалим-тупраҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1947). Башҡорт АССР-ы тупрағын ҙур масштаблы тикшереү һәм республиканың 1‑се йыйылма тупраҡ картаһын төҙөү етәксеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
Богомолов Дмитрий Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 5 март 1909 |
Тыуған урыны | Краснодар, Кубан өлкәһе[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 28 ғинуар 1961 (51 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Һөнәр төрө | агроном |
Эшмәкәрлек төрө | тупраҡ тураһында фән[d] |
Уҡыу йорто | Кубань дәүләт аграр университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәДмитрий Васильевич Богомолов 1909 йылдың 5 мартында Екатеринодар (1920 йылдан Краснодар) ҡалаһында тыуған. 1930 йылда Кубань ауыл хужалығы институтын тамамлай.
Эш урыны: Краснодар тәмәкеселек институты, Әзербайжанда Муган тәжрибә-тоҙло тупраҡ станцияһы, Кавказ аръяғы һыу хужалығы институты — 1928—1932 йылдарҙа.
1932 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан экспедицияһы составында Башҡортостандың тупрағын өйрәнә.
Аҙаҡ Өфө ҡалаһында тупраҡ-ботаника бюроһының тупраҡ бүлеге мөдире булып эшләй.
Уның етәкселеге аҫтында 1934—1940 йылдарҙа Башҡортостанда беренсе тапҡыр тупраҡты комплекслы өйрәнеү үткәрелә, һәм 1941 йылда Башҡортостандың беренсе йыйылма тупраҡ картаһы (масштабы 1:2000 һәм 1:500) төҙөлә. Тупраҡты өйрәнеү һөҙөмтәләре уның тарафынан «Почвы Башкирской АССР» монографияһында дөйөмләштерелә. М. М. Туровцев менән берлектә Богомолов Д. В. 1941 йылда 1:500000 масштабында республиканың бөтә территорияһының тәүге тупраҡ картаһын төҙөй. 1954 йылда Д. В. Богомолов тарафынан Башҡортостан тупрағының беренсе генетик классификацияһы төҙөлә.
Богомолов Дмитрий Васильевичтың фәнни ҡыҙыҡһыныу өлкәһе — Башҡортостанда тупраҡтың барлыҡҡа килеүе, үҫеше һәм тупраҡ япмаһының формалашыуы; тупраҡ эрозияһына ҡаршы көрәш һәм баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттары системаһы, әсе тупраҡҡа эзбиз индереү мәсьәләләре.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- «Почёт Билдәһе» ордены
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Почвенная карта Башкирской АССР. М 1:600 000. М., 1941;
- Почвы Башкирской АССР. М., 1954.
- Почвы Башкирии. В 2 т. Уфа, 1975
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996.
- Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 1: Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006.