Диңгеҙ гвардияһы академияһы
Диңгеҙ гвардияһы академияһы йәки Диңгеҙ академияһы — рус. Академия морской гвардии — флот белгестәрен әҙерләү өсөн Рәсәй империяһының Ҡораллы көстәре хәрби уҡыу йорто
Диңгеҙ гвардияһы академияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1 (12) октябрь 1715 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй империяһы Урыҫ дәүләте |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Алмаштырылған | Диңгеҙ кадет корпусы[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1752 |
Тарихы
үҙгәртергәРәсәйРәсәйҙә Диңгеҙ академияһы (йәки Диңгеҙ гвардияһы академияһы) исемен йөрөткән беренсе уҡыу йорто, 1715 йылдың 1 октябрендә Санкт-Петербургта А. В Кикина йортонда (хәҙер унда Ҡышҡы һарай тора) асылған[1]. 1716 йылда бинаға өҫтәмә итеп һылап һалынған корпус («мазанка») төҙөлә[2], һуңынан тағы бер нисә шундай бина һалына.
Диңгеҙ академияһы Мәскәү математик-навигация мәктәбе уҡыусыларынан ойошторолған. Бынан тыш, уҡыусыларҙы шулай уҡ Новгород һәм Нарванан (Нарва навигация мәктәбе) алғандар. Академия уҡыусылары, башлыса, дворяндарҙан, хәрби хеҙмәттә иҫәпләнә һәм дәүләт тәьминәтендә була. Академияла уҡыуҙы һәм хеҙмәт итеүҙе көйләгән Инструкцияны Пётр I үҙе раҫлай — ул үҙ ҡулы менән «балаларҙы өйрәтергә» тейешле фәндәр исемлеген яҙған.
Академия хәрби ойошма кеүек була: «Диңгеҙ гвардияһы командирҙары» тип йөрөтөлгән гвардия полктарының офицерҙары етәкселегендә 50-шәр кешенән торған 6 бригада-бүлексә төҙөлгән. Һәр кеменә ярҙамға, шулай уҡ гвардиянан, бер йәки ике офицер, ике сержант һәм бер нисә үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән «ҡарт» һалдат тәғәйенләнгән, улар «ағай» вазифаһын үтәгән һәм тәртип урынлаштырып торған. Уҡыусылар, инструкция буйынса, академия бинаһында йәшәргә тейеш була, әммә күптәр фатирҙа йәшәгән.
Академия етәкселеге башында директор торған. Генерал-лейтенант П. Сент-Илер (Saint-Hilaire) тәүге директор итеп тәғәйенләнә[3]; туранан-тура «юғары» күҙәтеү граф А. А. Матвеевҡа йөкмәтелә. Уҡытыу эшмәкәрлегенә Мәскәүҙән ебәрелгән (Шотландияла тыуып үҫкән) Генри Фарварсон етәкселек итә. Уҡытыусылар һәм навигаторҙар шулай уҡ Мәскәү навигация мәктәбенән ебәрелгән булған.
Сент-Илер тик 1717 йылдың февраленә тиклем генә директор була, уны А. А. Матвеев алмаштырған, ә 1719 йылдың мартынан капитан Г. Г. Скорняков-Писарев директор булып киткән. Артабанғы директорҙар: 1722—1727 йылдарҙа — А. Л. Нарышкин, 1727—1728 йылдарҙа — Д. Я. Вильстер, 1728—1730 йылдарҙа — П. К. Пушкин, 1730—1732 йылдарҙа — В. А. Мятлев, һуңынан В. Арсеньев була. 1732 йылда «Академиялар, мәктәптәр һәм фабрикалар»ға етәкселек итеү өсөн Адмиралтейство коллегияһында «советниктар» вазифаһы индерелә; 1733 йылдың 28 ғинуарында уҡыу йорттары башлығы вазифаһын В.А. Урусов ҡабул иткән. Артабан Диңгеҙ академияһы начальниктары исемлегендә: «Йәнә Пушкин, Нагаев, Чириков, Афросимов һәм, ниһайәт, шул уҡ Нагаев» («опять Пушкин, Нагаев, Чириков, Афросимов и, наконец, тот же Нагаев»). Уларҙың барыһының да академия идаралығына йоғонтоһо булған, әммә ғәмәлдә Гардемарин ротаһына командир Селиванов идара иткән.
Диңгеҙ академияһы тәүҙә навигация, артиллерия, фортификация, карап төҙөлөшө өлкәһендә белгестәр әҙерләй. 1718 йылдан алып Диңгеҙ академияһы шулай уҡ геодезистар, топографтар һәм картографтар әҙерләп сығара. Бында математика, яҫы һәм сферик тригонометрия, навигация, астрономия, артиллерия һәм башҡа фәндәр өйрәнелгән. Дисциплина һәм тәртип тотоу бик ҡаты яза биреү юлы менән нығытылған. Уҡыу ваҡыты ҡәтғи ҡуйылмаған һәм уҡыусыларҙың белем кимәле менән билдәләнгән.
1732 йылда императрица Анна Иоанновна академия өсөн кенәз Алексей Долгоруковтың Оло Нева яр буйы һәм 3-сө линия урамдары мөйөшөндә урынлашҡан (әле бында Санкт-Петербург художество академияһы бинаһы) таш йортон һатып ала. Артабан академия өсөн тейешенсә кимәлдәге бина төҙөү мәсьәләһе ваҡыт-ваҡыты менән Адмиралтейство Коллегияһы тарафынан күтәрелә тора (1741, 1744, 1747 йылдарҙа).
1752 йылда Диңгеҙ шляхта кадет корпусы итеп үҙгәртелә
Билдәле тамамлаусылар
үҙгәртергәДиңгеҙ гвардияһы академияһы күп флот башлыҡтары, диңгеҙ сәйәхәтселәре, ғалимдары әҙерләп биргән. Улар араһында:
- А. Б. Бутурлин (1720)
- М. М. Голицын
- Н. Ф. Головин
- Х. П. Лаптев (1718)
- С. Г. Малыгин
- Ф. С. Милославский (1718)
- С. И. Мордвинов (1716)
- А. И. Нагаев (1721)
- И. И. Неплюев (1716)
- Ф. П. Пальчиков (1717)
- Ф. И. Пасынков (1739)
- В. В. Прончищев
- П. И. Пущин (1745)
- Ф. Розмыслов (1744?)
- П. Н. Скобельцын (1723)
- Я. Ф. Сухотин
- И. Л. Талызин (1716)
- А. И. Толбухин (1716)
- С. И. Чевакинский
- А. И. Чириков (1721)
1749 йылда Академияла М. Я. Сипягин уҡый
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Зимний дворец 2014 йыл 27 март архивланған.
- ↑ Первые Зимние дворцы.
- ↑ Барон Сент-Илер был автором проекта создания Морской академии. В нём впервые на русском языке было употреблено слово «кадет» и пояснено его значение. Согласно проекту, обучение должно было вестись на голландском и немецком языках.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Веселаго Ф. Ф. Очерк истории Морского кадетского корпуса. — СПб., 1852. — С. 35—58, 78—114.