Дионис театры
Дионис театры — Афина ҡалаһындағы антик театр бинаһы. Акрополдең көньяҡ-көнсығыш битләүендә урынлашҡан һәм донъялағы иң боронғо театрҙар иҫәбенә инә. Театр беҙҙең эраға тиклем V быуатта төҙөлгән. Унда сығыштар йылына ике тапҡыр ойошторолған — Кесе Дионисий һәм Бөйөк Дионисий ваҡытында.
Дионис театры | |
Культура | Боронғо Греция |
---|---|
Дәүләт | Греция[1] |
Административ-территориаль берәмек | Афина муниципалитеты[d][1] |
Урын | Афина Акрополе |
Архитектура стиле | Боронғо Греция архитектураһы |
Рәсми асылыу датаһы | Б. э. т. V быуат |
Мираҫ статусы | археологический памятник Греции[d] |
Тасуирлау биттәре | odysseus.culture.gr/h/2/… |
Дионис театры Викимилектә |
Бөйөк Дионисий ваҡытында Афинала театр ярыштары уҙғарыла. Ғәҙәттә өс трагедия авторы көс һынаша. Һәр автор өс трагедияны бер сатира драмаһына берләштереп, мифологик сюжет көлкөлө формала уйналырға тейеш була. Шулай уҡ берәр пьеса сәхнәләштергән комедия авторҙары ла ярыша. Һөҙөмтәләр айырым яҙмаларҙа — дидаскалийҙарҙа теркәлә һәм Афина дәүләт архивында һаҡлана. Театр тамашаларын ойоштороуҙы һәм дөйөм етәкселекте Афина архонты тормошҡа ашыра.
Яҡынса беҙҙең эраға тиклем 326—325 йылдарҙа театр реконструкциялана: таҡта сәхнә һәм ултырғыстар мәрмәргә алмаштырыла. Таш урындыҡтар 67 рәткә теҙелеп, Акрополдең нигеҙенә етә. Театр 17 меңгә тиклем тамашасыны һыйҙыра — был Афинала йәшәүсе халыҡтың яҡынса яртыһын тәшкил итә.
Ҙур күләмле булғанлыҡтан, театрҙың ҡыйығы булмай, шуға күрә актерҙар, хор һәм тамашасы асыҡ һауала урынлашҡан, ә сәхнә күренештәре тәбиғи яҡтылыҡта уйналған.
Беренсе рәтпочетлы тамашасылар өсөн 67 мәрмәр ултырғыстан торған. Уларға хужаларының исеме һәм вазифаһы соҡоп яҙылған. Икенсе рәттәге махсус күтәрелеп торған урын һәм кресло — грек мәҙәниәтенә мөкиббән ғашиҡ Рим императоры Адриандың урыны. Шунда уҡ император Нерон да сығыш яһаған.
Театр беҙҙең эраға тиклем I быуаттағы рим дәүеренә лә, шул иҫәптән цирк һәм гладиатор тамашаларына ла үҙгәретелгән. беренсе рәт алдындағы юғары борт шуның өсөн эшләнгән дә инде. Художество күҙлегенән ҡарағанда театр емереклектәре араһында иң яҡшыһы — император Нерон ваҡытындағы ҡыҙыҡлы сатиралар төшөрөлгән скульптура фризы.
Театр янында башҡа тарихи биналарҙың харабалары һаҡланған: беҙҙең эраға тиклем VI һәм IV быуаттарҙағы ике Дионис ғибәҙәтханаһының ҡалдыҡтары, Перикл Одеонының таштары.
Константинос Болетис театрҙы өлөшләтә аяҡҡа баҫтырыу проектын эшләй[2]. 2010 йылда реконструкциялау процесын 5 йылда тамамлау күҙаллана; был сараға алты миллион евро бүленә. Һаҡланып ҡалған ултырғыстарға, боронғо ҡалдыҡтарҙы яңы таш менән аралаштырып, тағы бер нисә ярус өҫтәү планлаштырыла, шулай уҡ ҡоролманың терәк диуарҙарын һәм башҡа өлөштәрен нығытыу күҙ уңында тотола.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Греки восстановят театр Диониса . Lenta.ru (26 ноябрь 2009). Дата обращения: 14 август 2010. Архивировано 11 апрель 2012 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Всемирная история (в 24 тт.) // Т.4. Эллинистический период. с. 76. — Минск: Издательство «Литература», 1996.
- История Древней Греции. / гл. ред. Кузищин В. И. — М.: Издательство «Высшая школа», 2001. — С. 399.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Έφη Γιαννικαπάνη. Ιερό Διονύσου Ελευθερέως. Περιγραφή (грек). Οδυσσέας. Υπουργείο Πολιτισμού και Αθλητισμού (2012). Дата обращения: 28 май 2018.