Дилек ярымутрауы һәм Оло Мендерес йылғаһы дельтаһы Милли паркы

Дилек ярымутрауы һәм Оло Мендерес йылғаһы дельтаһы Милли паркы (төр. Dilek Yarımadası-Millî Menderes Büyük Deltası Parkı) — милли парк статусы булған тәбиғәтте һаҡлау зонаһы, Төркиәнең көнбайышында, Айдын иленең Кушадасы районы территорияһында урынлашҡан. Дилек ярымутрауының 10 985 гектарлыҡ территорияһы 1966 йылдың 19 майында статус ала, ә 1994 йылда уға Оло Мендерес дельтаһының 16 690 гектарҙан торған бер өлөшө ҡушыла[3].

Дилек ярымутрауы һәм Оло Мендерес йылғаһы дельтаһы Милли паркы
Нигеҙләү датаһы 19 май 1966
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП МСОП II категорияһы: милли парк[d]
Дәүләт  Төркиә[1]
Административ-территориаль берәмек Кушадасы[d] һәм Айдын[d][1]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Эгей диңгеҙе
Әһәмиәтле урын Güzelçamlı[d]
Мираҫ статусы Ключевые орнитологические территории[d][2]
Майҙан 27 675 гектар
Рәсми сайт dilekyarimadasi.tabiat.gov.tr
Дельта для Большой Мендерес[d]
Карта
 Дилек ярымутрауы һәм Оло Мендерес йылғаһы дельтаһы Милли паркы Викимилектә

Национальный парк полуострова Дилек и дельты реки Большой Мендерес
төр. Dilek Yarımadası-Büyük Menderes Deltası Millî Parkı
Вид с тропы в парке
Вид с тропы в парке
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны27 675 га 
Уртаса бейеклеге500 м
Нигеҙләнгән ваҡыты19 май 1966 йыл 
Килеүселәр һаны700 000 
Идара итеүсе ойошмаМинистерство окружающей среды и лесного хозяйства (Турция) 
Урынлашыуы
37°40′08″ с. ш. 27°09′42″ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице
ИльАйдын
ИлчеКушадасы
Яҡындағы ҡалаГюзельчамлы 

dilekyarimadasi.tabiat.gov.tr
Төркиә
Точка
Национальный парк полуострова Дилек и дельты реки Большой Мендерес
 Дилек ярымутрауы һәм Оло Мендерес йылғаһы дельтаһы Милли паркы Викимилектә

Биологияһы

үҙгәртергә

Милли паркҡа үҫемлектәр һәм хайуандар төрлөлөгө хас. Уның территорияһы Рамсар конвенцияһы, Берн ҡырағай фауна һәм флора һәм тәбиғи йәшәү мөхитен һаҡлау конвенцияһы, биологик төрлөлөк тураһындағы конвенцияға һәм Ҡалып:Барселонская конвенция[3][4] ярашлы һаҡлана.

Парктың төрлө өлөшөндө температура һәм климат айырымлығы күҙәтелеү сәбәпле, бында эгей флораһынан тыш Төркиәнең башҡа яр буйы төбәктәрендә (мәҫәлән, Урта диңгеҙ, Мәрмәр диңгеҙе һәм Ҡара диңгеҙ)[5] осраған төрҙәрҙең булыуы ла ғәҙәти күренеш. Паркта үҫкән һигеҙ йөҙҙән ашыу төр үҫемлектең алтыһы — эндемик үҫемлек, ә утыҙы — абориген төргә ҡарай[3]. Үҫемлектәрҙең тибына килгәндә, бында маквис тибы өҫтөнлөк ала, нигеҙҙә, ҡыҙыл емешле артыш (Juniperus phoenicea) киң таралған. Ағас һәм ҡыуаҡтарҙың киң таралған төрө — оҙонса япраҡлы груша (Pyrus elaeagnifolia), калабрий ҡарағайы (Pinus brutia) һәм әсе сумаг (Rhus coriaria)[3].

 
Дилек ярымутрауы урманындағы ағас

Паркта йәшәгән ҡырағай ҡабандарҙы (sus scrofa) пляждар янында күрергә мөмкин, унда улар ял иткән кешеләр ҡалдырған аҙыҡ ҡалдыҡтарын эҙләп барып сыға[6]. Ярымутрау урманында ҡәҙимге сүл бүреһен (Canis aureus) һәм ябай һеләүһенде (Lynx lynx) йыш осратырға була, ә бына буйлы гиеналар (hyaena Hyaena) һәм каракал (Caracal caracal) һирәк осрай[3].

Паркты 250-гә яҡын төр ҡош үҙ иткән, улар араһында һан яғынан иң күбе — кесе баклан (Microcarbo pygmeus), кесе аҡ селәндәр (Egretta garzetta), ялан торомтайы (Falco naumanni), диңгеҙ тәтелдәүеге (Charadrius alexandrinus), диңгеҙ бөркөтө (Haliaeetus albicilla) һәм бөҙрә баба ҡошо (Pelecanus crispus).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
  2. http://datazone.birdlife.org/site/factsheet/dilek-peninsula-iba-turkey
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Milli Park 2016 йыл 30 март архивланған. (тур.). Ekodosd. Дата обращения 12 апреля 2016. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «m» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  4. Dilek Yarımadası Milli Parkı (тур.). T.C Kuşadası Kaymakamlığı. Дата обращения 12 апреля 2016. Архивировано 10 июля 2015 года. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «p» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  5. Dilek Peninsula (Kusadasi) National Park. National Parks of Turkey. Дата обращения 12 апреля 2016. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «a» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  6. Dilek Peninsula National Park 2015 йыл 10 июль архивланған.. Turkey from the Inside. Дата обращения 12 апреля 2016.