Дилбат
Дилбат (әле Телль-Делем, Ираҡ) — Месопотамиялағы шумер ҡалаһы, Бабилдан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай Евфраттың көнсығыш ярында урынлашҡан.
Дилбат | |
Культура | Шумер |
---|---|
Дәүләт | Ираҡ |
Административ-территориаль берәмек | Кадисия[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Дилбат Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәДилбатты шумерҙар беҙҙең эраға тиклем 2700 йыл тирәһендә, Иртә династия осороноң II этабында (б.э.т. яҡ. 2615—2500 йылдар) нигеҙләй. Шуныһы билдәле: ҡала иртә ислам осорона тиклем йәшәй[1]. Дилбат ауыл хужалығы үҙәге була, унда бойҙай игәләр, ҡамыштан кәрәк-яраҡ эшләйҙәр. Ҡала Арахтум каналында ултырған була. Гилгәмеш тураһындағы эпоста Ураш исемле ер алиһәһенә бағышланған E-Ибе-Ану зиккураты телгә алынған. Был зиккурат Дилбат уртаһында торған[2] һәм был алиһәнең төп ғибәҙәтханаһы булған, ҡаланың бөтә ғибәҙәтханалары араһында ул иң матуры, иң мөһабәте булған[3].
Беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡтан башлап Дилбат Бабил дәүләтенә инә[4].
Әлеге ваҡытта ҡаланың буш харабалары Телль-Делем тип атап йөрөтөлә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ A. Goddeeris, Economy and Society in Northern Babylonia, Peeters. . — 2002. — ISBN 90-429-1123-9.
- ↑ The Epic of Gilgamish by Stephen Langdon .
- ↑ Древние города:Дильбат.
- ↑ Древние города:Дильбат .