Диана (алиһә)

рим мифологияһында үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, һунар, гүзәллек һәм уңдырышлылыҡ алиһәһе

Диана (лат. Diāna) — рим мифологияһында үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, һунар, гүзәллек һәм уңдырышлылыҡ алиһәһе, нәҫел арттырыу ярҙамсыһы, Айҙың кәүҙәләнеше; грек Артемидаһы һәм Селенһына тап килә.

Диана

Диана-Артемида һыны, Помпейҙан фреска, б.э.тиклем 50-1 йыл.

Туғандары

Аполлон[d][1]

 Диана Викимилектә
Диананың һунарҙан ҡайтыуы П. П. Рубенс, 1615
Версаль Дианаһы

Һуңыраҡ Диананы Геката менән тиңләштерәләр. Диананы тағы ла Тривия — өс юл алиһәһе тип тә йөрөткәндәр (уларҙың һүрәттәре киҫелештәрҙә урынлаштырылған), был исем өсләтә власть билдәһе булараҡ аңлатыла: күктә, ерҙә һәм ер аҫтында. Шулай уҡ Диананы Карфагендың күк алиһәһе Целеста менән тиңләштерәләр. Рим провинцияларында Диана исеме аҫтында урындағы рухтарға — урман хужабикәләренә табынғандар.

Ҡайһы берҙә Дианаға, Юнонаға кеүек үк, бала табыуҙың ҡурсалаусыһы эпитетын өҫтәйҙәр.[2] Юнонаның был функциялары Дианаға грек культы Артемида йоғонтоһо аҫтында күсерелә.[3]

Римдә Диана культы «сит илгә ҡараған» тип һәм Патриция даирәләрендә таралмаған тип һаналған, әммә ҡолдар араһында популяр була, улар Диана ғибәҙәтханаларында тейелгеһеҙлек менән файҙаланған. Риүәйәт буйынса, ҡоллоҡта тыуған батша Сервий Туллий Дианаға Рим убаһындағы Авентин ғибәҙәтханаһын бағышлай. Ғибәҙәтханаға нигеҙ һалыныуҙың йыллығы ҡолдар байрамы тип һаналған.

Авентиндағы Диана ғибәҙәтханаһы менән ғәҙәти булмаған һыйыр тураһында риүәйәт бәйле, һыйыр хужаһына кемдә кем был ғибәҙәтханала Дианаға уны ҡорбан итеп килтерһә, Италия өҫтөнән хакимлыҡ аласаҡ, тип күрәҙәлек ҡылына. Батша Сервий Туллий, был хаҡта белеп ҡалғас, хәйлә менән һыйырҙы ҡулға ала, уны ҡорбан итеп алып килә һәм мөгөҙөн ҡорам стенаһына беркетә.

Диана хөрмәтенә 1863 йылда асылған Диана астероиды (78 аталған.

Башында ярым ай һәм ҡулдарында факелдар менән оҙон кейемдә һүрәтләнгән.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Латин һүҙе Dīāna баштан уҡ боронғо divios һүҙенән яһалған сифат, Dius Fidius, Dea Dia аллаларының исемдәре кеүек үк һуңғы divius, dius һүҙенә тап килә, шулай уҡ dium формаһындағы кеүек, был күк йөҙөн аңлата. Тамырҙары менән һүҙ һинд-европа dei-, deiǝ-, dī-, dia-. һүҙенә барып тоташа.[4][5]

Әммә боронғо рим яҙыусылары Варрон һәм Цицерон, Диананы Ай менән тиңләштергәндә, Диана исеме лат. diēs. diēs (көн) һүҙенән килеп сыҡҡан тип иҫәпләй, сөнки Ай төндө көнгә әйләндерә.[6]

Функциялары

үҙгәртергә

Жорж Дюмезил фекеренсә, Диана боронғо һинд-европа сығышлы. Уның фекеренсә, алиһәнең тәүге функциялары күк донъяһын ваҡыт йүгереүе менән берләштереү, быуындарҙың күсәгилешлеген тәьмин итеүҙән ғибәрәт, унан уның нәҫел ярҙамсыһы функцияһы, шулай уҡ батшаларҙың тыныс алмашыныуы һәм батша власының нормаль эшмәкәрлеге формалашҡан.

Шулай уҡ Айҙың кәүҙәләнеше булып тора, уның ағаһы Аполлон һуңғы Антиклыҡ осоронда Ҡояш менән тиңләштерелә. Рим империяһы провинцияларында Диана исеме аҫтында урман хужалығын, үҫемлектәр һәм хайуандар уңдырышлылығын ҡурсалаусы алиһә-әсә кеүек хөрмәт итәләр, уны эллин Артемидаһы һәм Геката менән тиңләштерәләр.

Өс яҡлы алиһә

үҙгәртергә
 
Б.э. тиклем 43 й. өс яҡлы Диана һыны төшөрөлгән денарий

Тәүҙә, беҙҙең эраға тиклем VI быуатта уҡ этрусктарҙа Диананы Ай, һунар һәм ер аҫты батшалығы алиһәһе сифатында хөрмәт итәләр. Һуңынан был функциялар Ай, Диана һәм Геката йәки Прозерпина алиһәһе араһында бүленә. Был контекста ул күктә, ер аҫтында һәм ер аҫтында хакимлыҡҡа эйә була.

Нумизматика арҡаһында беҙгә Неми күле янындағы Диана ғибәҙәтханаһынан архаик статуя һүрәте килеп еткән. "Диананың түңәрәк көҙгөһө".Неми күле тип атала. Был күлдә диңгеҙ буйы ҡарағайынан һәм япраҡлы ағасынан эшләнгән Коллизей торған, унда Диана байрамы хөрмәтенә гладиаторҙарҙың караптары ярышҡан. Диана тураһында өс ҡатлы алиһә булараҡ күҙаллау беҙҙең эраға тиклем кәм тигәндә I быуатҡа тиклем һаҡланған, был хаҡта Вергилий[7][8], Гораций[9] һәм Катулл[10] әҫәрҙәре раҫлай[11].

Киҫелештәр һәм ер аҫты донъяһы алиһәһе

үҙгәртергә

Рим йәмғиәтендә «Тривия» йәки «Triformis» эпитетын «өс юл алиһәһе» тип аңлатҡандар[12]. Был алиһәнең билдәһе бер аҙ шомло характерҙа була, сөнки метафорик рәүештә ер аҫты донъяһына илткән юлға күрһәтә. Сенеканың I быуат «Медея» трагедияһында төп героиня, ер аҫты донъяһы алиһәһе Гекатаны күҙ уңында тотоп, Тривияны саҡыра. Киҫелеш символы шулай уҡ һунарсы Дианаға ла ҡағыла, сөнки ҡапҡан ҡуйыу өсөн иң яҡшы урынды, хайуан һәм кеше йөрөй алған төрлө юлдарҙы аңлата[13]

Неми күле янындағы Аричча ҡалаһындағы Диана культы бер уникаль үҙенсәлеккә эйә була. Диананың ҡанбабаһы булып ҡасҡын ҡол ғына була ала. Изге сауҡалыҡҡа килгәс, унда уны Диананың ҡанбабаһы булып киткән икенсе ҡасҡын ҡол ҡаршы ала. Улар үлемесле алышта кемдең уға сираттағы дәғүәсенән үлеменә тиклем хеҙмәт итәсәген хәл иткән.

Италиктар араһында Диана культы Римға нигеҙ һалынғанға тиклем үк булған. Риүәйәт буйынса, уны Ромул ҡаланы төҙөгәндән һуң һәм ул иҫән саҡта уҡ унда сабиндар һәм уларҙың легендар батшаһы Тит Таций килтергән. Улай ғына ла түгел, Латин союзы ҡалалары Диана культына берләшә, сөнки уны бөтә союздың ҡурсалаусыһы тип иҫәпләйҙәр. Союз ҡалалары араһында Рим үҙәк урынды биләй башлағас, унда Дианаға бағышланған ҡорам төҙөлә[14].

Италия алиһәһе Диананы грек алиһәһе Артемида менән тиңләштереү беҙҙең эраға тиклем 433 йылда ғына була. Был йылда Римдә рәсми рәүештә Аполлон культы ойошторола. Диананы уның һеңлеһе сифатында хөрмәт итәләр.

Боронғо рим йәмғиәтендә халыҡтың төрлө ҡатламдары айырым илаһтар тирәләй берләшә. Диана культы ҡолдар араһында айырыуса хөрмәт ителә.

Диана ғибәҙәтханаһы

үҙгәртергә

Риүәйәт буйынса, Диана ғибәҙәтханаһы Римдың алтынсы рим батшаһы Сервий Туллий ваҡытында Авентин убаһында төҙөлгән[15]. Хәҙерге күҙаллауҙарға ярашлы, уның ҡоролошо Римдың Латин союзында үҙәк урын биләүе менән бәйле, ҡалалар был алиһә культы тирәләй берләшә. Ғибәҙәтхананы союздың бөтә ҡалалары иғәнәһенә төҙөгәндәр[16].

Был ғибәҙәтхана менән һуңынан «рим мифологияһы»на — сәйәси мифологияға ингән тәүге элементтарҙың береһе бәйле, ул мәңгелек һәм бөйөк Рим ҡалаһы образын тыуҙыра, аллалар уға бөтә донъя цивилизаторлыҡ миссияһын бирә. Мәҫәлән, бер сабиняниндың көтөүендә бик ҙур һәм матур һыйыр була. Сабинян шундай күрәҙәлек ала, ҡаланың гражданы Дианаға ошо һыйырҙы ҡорбанға алып килһә, шул ҡала бөтә башҡаларынан өҫтөнлөк ала. Сабиняндарҙың өҫтөнлөгөн тергеҙер өсөн ул Римға китә. Юлда уны Рим ҡанбабаһы осрата, ул махсус ҡорбан хайуанын белеп ҡалып, сабинянды Тибрға тәһәрәт алырға ебәрә. Һыйыр хужаһы кәрәк булмаған ритуалды башҡарғанда, римле һыйырҙы ҡорбанға килтерә[17][18].

Овидий килтергән мифҡа ярашлы, икенсе рим батшаһы Нума Помпилий үлгәндән һуң уның ҡатыны Эгерия ҡайғыға бирелә. Ул Арицийға китә, унда Дианаға бағышланған сауҡалыҡта илай башлай. Уның илауы һәм ыңғырашыуы алиһә культын үтәргә ҡамасаулай башлай. Диана бәхетһеҙ ҡатынды йәлләп, уның күҙ йәштәрен үтә күренмәле һалҡын сығанаҡҡа әйләндерә[19].

Диана менән Ипполитен тураһындағы романлашҡан грек мифы бәйле. Антик рим сығанаҡтарына ярашлы, Тесейҙың улы һәм, фараз ителеүенсә, Диананың һөйгәне, үҙенең үгәй әсәһе Федраның мөхәббәт дәғүәһен кире ҡаға. Тесей улын ҡәһәрләй һәм атаһы Нептунды шаһиты итеп саҡыра. Ул, үҙ сиратында, Ипполиттың аттарына диуаналыҡ ебәрә, улары уны тапап үлтерә. Әммә Эскулап, Диананың һорауы буйынса, үлекте терелтә. Ипполит атаһын ғәфү итмәй һәм Дианаға бағышланған ариция сауҡалығына китә, унда Вирбий исеме аҫтында кесе аллаларҙың береһе булып китә[20][21].

Алла Рим әсирлегендәге латиняндарҙы, плебейҙарҙы һәм ҡолдарҙы ҡурсалаусы итеп таныла. Ете рим убаһының береһе Авентиндағы Диана ғибәҙәтханаһына нигеҙ һалыуҙың йыллығы уларҙың байрамы тип һанала, был алиһәгә түбән ҡатламдар араһында популярлыҡ тәьмин итә.

Шулай уҡ Диана Троян һуғышында ҡатнаша, унда гректар еңеү яулай, тип һанала.

Диана культы Европала Яңы ваҡыт осорондағы Ницневин культына (Дама Хабонд, Перчта, Херодиан һәм башҡалар кеүек билдәле) туғандаш була. Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың Ҡырағай һунар тураһындағы мифтар менән бәйле була.

Хәҙерге ваҡытта викканың дианик тип аталған тармағы бар, ул Илаһтың ҡатын-ҡыҙҙар аспектына ғәҙәттән тыш иғтибары менән характерлана[22]. Диананың исеме шулай уҡ виккан энергетик йырында — «Изида Астарта Диана Геката Деметра Кали Инанна» өсөнсө илаһи исем булараҡ ҡулланыла.

Стрегерия

үҙгәртергә

Италияла «иҫке дин» стрегерия[en] алиһә Диананы сихырсыларҙың королеваһы тип иҫәпләй; сихырсылар —аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙар, дауалаусылар. Унда, Диана, үҙ эсендә бөтә йән эйәләренең орлоҡтарына эйә булып, донъяны үҙенән барлыҡҡа килтергән, тип әйтелә. Шулай уҡ, ул үҙенә ҡараңғылыҡты, ә ағаһы Аполлон өсөн яҡтылыҡты ҡалдырып, яҡтылыҡ һәм һәм ҡараңғылыҡты бүлә. Диана ҡояш аллаһы ағаһы Аполлон менән бергә хакимлыҡ итә[23].

Феяларҙы билдәләү өсөн румын һүҙе Zânǎ, шулай уҡ «һыу нимфаһы» ксана өсөн леон һүҙе лә, моғайын, Диана исеменән килеп сыҡҡандыр.[24]

Сәнғәттә

үҙгәртергә
 
Диана-һунарсы, Фонтенбло мәктәбе, яҡынса 1550

Яңырыу дәүерендә рәссамдарҙы IV быуатҡа ҡараған Вәрсаль Дианаһы (грек скульптураһы) илһамландыра. Беҙҙең эраға тиклем IV б., Лувр), Артемиданы (Диананды) ҡыҫҡа (тубыҡҡа тиклем) һәм билдән быуған туниканы кейгән, уны болан оҙатып бара. Бер ҡулында йәйә, икенсе ҡулы арҡаһындағы ҡормандан уҡты тартып алыр өсөн күтәрелгән.

Тема бик күп төрлөсә аңлатыла:

  • Диана һунар эттәре менән, нимфалар (ҡайһы берҙә сатирҙар) йәмғиәтендә хайуанды (болан) эҙәрлекләй;
  • Ул үҙенең табышын — ҡош-ҡортто һәм йәнлектәрҙе, хатта емеш-еләк тултырылған кәрзиндәрҙе тотоп һунарҙан ҡайта;
  • Һунарҙан һуң ял итә; ҡайһы берҙә ул, нимфаһы кеүек үк, йоҡлай; эргәһендә ҡоралы һәм бик күп ҡыр йәнлектәре ята;
  • Сатирҙан ҡурҡып торған Диана һәм нимфалар.

Аҙғынлыҡтан еңелгән Ғиффәтлектең ябай аллегорияһы түбәндәгесә: шаян һәм һөйкөмлө сатирҙар компанияһы үҙенең яратҡан ваҡытын уҙғарыуға бирелә — көтмәгәндә нимфаларға ташланалар, уларҙы ҡосағына алалар, кейемдәрен сисәләр. Нимфалар ҡурҡып урманға ҡаса. Диана, һаҡланырға ниәтләнеп, үҙенең һөңгөһөн күтәрә; уның эттәре һөжүмселәргә ырылдай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Абноба
  • Диана (Сент-Годенс)
  • Диана Габийская
  • Золотая ветвь
  • Триединая богиня

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Аполлонъ (урыҫ) // Энциклопедический лексиконСПб.: 1835. — Т. 2. — С. 409—410.
  2. Луцина 2019 йыл 17 август архивланған. // Чудинов А. Н. Словарь иностранных слов, вошедших в состав русскаго языка — СПб.: Изд. В. И. Губинскаго, 1910—676 с.
  3. Квинт Гораций Флакк Юбилейный гимн 2019 йыл 17 август архивланған.
  4. Dumézil, Georges. part 3, chap. 1 // La religion Romaine archaïque, avec un appendice sur la religion des Étrusques. — 2 edition. — Paris: Edité par Payo, 1974. — (Bibliotheque scientifique Payot).
  5. Ткаченко Н. А. Диана // Морской этимологический словарь. — 2-е издание. — М.: ООО "Горизонт", 2008. — (Энциклопедия морской культуры). — ISBN 978-5-906858-61-0.
  6. Цицерон. О природе богов. Книга II. XXVII (69)
  7. Вергилий. Энеида. Книга VII. 516 Тривии озеро звук услыхало, услышал сернистый
  8. Вергилий. Энеида. Книга VII. 778 Вот почему и теперь в заповедную Тривии рощу
  9. Гораций. Оды. Книга третья. 22 Ликом тройная
  10. Катулл. 34 Именуешься Тривией,
  11. Катулл. 34 Именуешься Тривией,
  12. Мифы народов мира, 1990, с. 311—312
  13. Сенека. Медея. 787—811
  14. The Origins of Rome // The Cambridge Ancient History / edited by F. W. Walbank, A. E. Astin, M. V. Frederiksen, R. M. Ogilvie. — second edition. — Cambridge University Press, 2002. — Vol. VII. — P. 92. — ISBN 0-521-23446-8.
  15. Дионисий Галикарнасский. Книга IV. 26 (4)
  16. The Origins of Rome // The Cambridge Ancient History / edited by F. W. Walbank, A. E. Astin, M. V. Frederiksen, R. M. Ogilvie. — second edition. — Cambridge University Press, 2002. — Vol. VII. — P. 92. — ISBN 0-521-23446-8.
  17. Бирюков А. В. Этапы развтия "римского мифа" // Веснік МДПУ імя І. П. Шамякіна. — 2009. — № 1 (22). — С. 43—47.
  18. Тит Ливий. История Рима от основания города. Книга I. 45
  19. Обнорский Н. П. Эгерия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  20. Вергилий. Энеида. Книга VII. 761—779
  21. Овидий. Метаморфозы. Книга XV> 492—546
  22. Falcon River (2004) The Dianic Wiccan Tradition 2005 йыл 11 ноябрь архивланған.. From The Witches Voice. Retrieved 2007-05-23.
  23. Charles G. Leland, Aradia: The Gospel of Witches, Theophania Publishing, US, 2010
  24. Zânǎ(недоступная ссылка) in DEX '98 and NODEX

Сығанаҡтар һәм әҙәбиәт

үҙгәртергә