Дзержинский урамы (Таганрог)
Дзержинский урамы — Таганрогтың иң оҙон урамдарының береһе.
Дзержинский урамы Таганрог | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
---|---|
Ил |
Рәсәй |
Төбәк |
Ростов өлкәһе |
Ҡала | |
Элекке исемдәре |
Иҫке Почта урамы |
Оҙонлоғо |
4565 м |
Почта индексы |
347928, 347905 |
картала | |
Яндекс. Картала | |
Карта Google-да |
Географияһы
үҙгәртергәДзержинский урамы Фрунзе урамы һәм Москатов урамы араһында урынлашҡан. Ул ике вокзал майҙанын, Ихтилал майҙанын һәм Вокзал яны майҙанын тоташтыра. Оҙонлоғо 4565 метр[1]. Өйҙәргә номерҙар ҡуйыу Фрунзе урамынан башлана.
Тарихы
үҙгәртергәЭлекке исеме — Иҫке Почта урамы[2].
1926 йылда Иҫке Почта урамына, ҡала шлагбаумынан алып металлургия заводының тимер юл аша сыға торған еренә тиклем, урам түшәү буйынса эште тамамлау өсөн, Ҡала советы 27131 һум суммаһында аҡса бүлә[3].
1926 йылда партия һәм дәүләт эшмәкәре Ф. Э. Дзержинский хөрмәтенә исеме Дзержинский урамы тип үҙгәртелә.
Феликс Дзержинский, уның атаһы Дзержинский Эдмунд Иосифович Таганрог классик ирҙәр гимназияһында бер нисә йыл математика уҡытыуына ҡарамаҫтан, Таганрогта булмай[4].
Шулай ҙа Таганрог һәм Ф. Э. Дзержинскийҙы билдәле бер мөнәсәбәттәр бәйләй: ул 1922 йылда Таганрог металлургия заводын ябылыуҙан ҡотҡарып ҡала[5]. Таганрог металлургия заводы буйһонған «Югосталь» тресы, 1922 йылда заводты тергеҙеү мөмкин түгел һәм ул артабан эшләү өсөн яраҡһыҙ тип ҡарар итә[5]. Ҡорамалдарҙы һүтә башлайҙар, һәм тик СССР Бөтә Союз Халыҡ хужалығы рәйесе Дзержинскийҙың ҡыҫылыуы ғына заводты юҡ итеүҙән ҡотҡарып ҡала[5]. Был хәл урам исеменә билдәле бер мәғәнә бирә, сөнки бөгөнгө көндә Дзержинский урамы ҡаланың боронғо тарихи өлөшөн металлургия заводы районы менән бәйләгән төп магистраль.
Дзержинский урамында урынлашҡандар
үҙгәртергә- 21-се мәктәп — Дзержинский урамы, 67-а.
- Изге Георгий сиркәүе (Дзержинский урамы һәм Машина тыҡрығы мөйөшө)[6]
- 11-се мәктәп — Дзержинский урамы, 115.
- 24-се мәктәп — Дзержинский урамы, 149.
- Конгресс-Отель «Таганрог» — Дзержинский урамы, 161.
- «НЕО» күңел асыу үҙәге — Дзержинский урамы, 161.
- «Дубки» ҡулҡыһы
- Медицина консультатив-диагностика үҙәге — Дзержинский урамы, 156.
Һәйкәлдәр
үҙгәртергә- «Шлагбаум» иҫтәлекле билдә — Дзержинский урамы һәм Петр урамы мөйөшө.
- Василий Маргелов бюсы — Дзержинский урамы һәм Петр урамы мөйөшө..
- Радиацион һәләкәт ҡорбандарына һәйкәл — Дзержинский урамы, 156-1.
- Ф. Э. Дзержинский һәйкәле — Дзержинский урамы, 191.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Энциклопедия Таганрога. Таганрог: Антон, 1998. — 624 с.
- ↑ Киричек М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — С. 153.
- ↑ Ж. Б. На восстановление Таганрога отпущено 286785 рублей // Красное знамя. — 1927. — 9 февр. — № 32.
- ↑ Два века Таганрогской гимназии. — Таганрог: БАННЭРплюс, 2007. — 288 с.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Киричек М. С. Музей под открытым небом. — Таганрог: ИП Стадников, 2010. — С. 75. — ISBN 978-5-9901455-3-5.
- ↑ Собств. корр. В Таганроге началась реконструкция храма Георгия Победоносца // Аргументы и Факты — Ростов. — 2013. — 25 сент.