Дзержинский Эдмунд Иосифович

Дзержинский Эдмунд Иосифович (пол. Edmund Rufin Dzierżyński; 27 май 1838 йыл, Ошмяны, Вильна губернаһы — 1882 йыл, Деревное, Вильна губернаһы) — педагог, надворный советник (1869).

Дзержинский Эдмунд Иосифович
пол. Edmund Dzierżyński
Тыуған көнө

15 (27) май 1838

Вафат булған көнө

1882

Ил

 Рәсәй империяһы

 Дзержинский Эдмунд Иосифович Викимилектә
Дзержи́нскийҙәрҙәң гербы — Сулима

Феликс Дзержинскийҙың атаһы.

Биографияһы үҙгәртергә

Эдмунд-Руфин[1] Дзержинский Иосифович Сулима поляк гербы шляхтаһы ғаиләһенән сыҡҡан. Иосиф Дзержинский улы булған (18051877), атаһынан уға нәҫелдән килгән Дзержиново имениеһы ҡалған.

Петербург университетының физика-математика факультетын кандидат дәрәжәһендә тамамлаған (1863). Университетты тамамлағандан һуң Вильноға күсеп килә, унда профессор Игнатий Янушевскийҙың ҡыҙы Елена Игнатьевна Янушевскаяның (1849—1896) өй уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша һәм артабан уға өйләнә. Э. Дзержинскийҙың ҡатыны былай тип һөйләй: «Беҙҙең йортҡа Эдмундты беҙҙең ғаилә өсөн аяҡ кейеме теккән ҡарт итексе йәһүд килтерҙе.

Эдмунд, Петербург университетын тамамлағандан һуң эш эҙләп Вильноға килгәс, уның менән урамда осраҡлы рәүештә осрашҡан. Вильно гимназияларында вакансия булмай сыҡҡан, һәм Эдмунд артабан ни эшләргә белмәй йөрөгән»[2].

Һуңынан Херсон гимназияһында уҡыта. 1868 йылда Таганрог ҡалаһына эшкә күсерәләр.

Дзержинскийҙы Таганрогҡа күсереүҙе документаль нигеҙләгән мәғлүмәт юҡ. Народниктарҙың Херсон түңәрәген тар-мар итеү менән бәйле булыуы мөмкин. Уның етәксеһе Соломон Чудновский Э. И. Дзержинскийҙың уҡыусыһы булған.

Мария ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында (18681873) һәм Таганрог классик ирҙәр гимназияһында (18731875) физика һәм математика уҡытыусыһы була. Дзержинскийҙың уҡыусылары араһында Антон Чехов була[3], быны Чеховтың математика буйынса һаҡланған эштәре дәлилләй.

Һаулығы буйынса пенсияға сыҡҡандан һуң (1875) Таганрогтан китә. Һуңғы йылдарҙа үҙ ғаиләһе менән Дзержиново имениеһында (хәҙер Столбцы районы Минск өлкәһе) йәшәй, унда 1877 йылда уның дүртенсе балаһы, улы Феликс Дзержинский тыуа.

И. Э. Дзержинскийҙың һигеҙенсе балаһы, Владислав (18811942) — медицина профессоры, невролог, неврология буйынса тәүге Польша академик дәреслектең авторы, Польша Ғәскәрҙәре полковнигы; немецтар уны Лодзь янында атып үлтерә. Дзержиновола Ҡаршылыҡ ҡатнашсыһы булараҡ (1943 йылда), Эдмунд Дзержинскийҙың өлкән (иҫәндәре араһынан)[4] улы Казимеж да атып үлтерелә.

Эдмунд Дзержинский 1882 йылда туберкулез ауырыуынан вафат була. Ауыл зыяратында, үҙенең имениеһы янында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • III дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнгән (1873).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. При крещении в костеле получил согласно католической традиции два имени — Эдмунд Руфин [1] 2013 йыл 21 апрель архивланған..
  2. Георгий Николаев. Неразгаданные тайны первочекиста
  3. Рейфилд, «Сталин и его подручные», гл. 2
  4. Первенец Дзержинского, Витольд, умер в 1868 г. в годовалом возрасте

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Киричка С. М. Дзержинский Эдмунд Иосифович // Таганрог Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 1998. — 248 с. — ISBN 5-88040-017-4.
  • Bogdan Jaxa-Ronikier. Dzierżyński. — Kraków: kat Czerwony, Oficyna Cracovia, 1990.

Һылтанмалар үҙгәртергә