Джоэнн Элизабет Мэнсон

Джоанн Элизабет Мэнсон (ингл. JoAnn Elisabeth Manson, 1953 йыл) — табип, үҙенең ижтимағи лидерлығы һәм ҡатын-ҡыҙ мәнфәғәттәрен яҡлау менән иң танылған шәхес. Ул — Гарвард медицина мәктәбендә ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы профессоры, Гарвард ижтимағи һаулыҡ һаҡлау мәктәбенең эпидемиология профессоры һәм Бригэмда һәм ҡатын-ҡыҙҙар дауаханаһында профилактик медицина бүлеге етәксеһе.

Джоэнн Элизабет Мэнсон
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары[1]
Тыуған көнө 1953[2]
Тыуған урыны Кливленд, Огайо, Америка Ҡушма Штаттары
Һөнәр төрө табип, эпидемиолог
Эшмәкәрлек төрө медицина
Эш урыны Гарвард университеты
Гарвардская медицинская школа[d][3]
клиника «Бригем энд уименс»[d][4]
Гарвардская школа общественного здравоохранения[d][5]
Уҡыу йорто Гарвард университеты
Западный резервный университет Кейза[d]
Гарвардская школа общественного здравоохранения[d]
Гарвардский колледж[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Иртә йылдары

үҙгәртергә

Элизабет Мэнсон 1953 йылда Огайо штатының Кливленд ҡалаһында тыуған. Атаһы Космик киңлекте аэронавтикалау һәм тикшереү буйынса милли идаралыҡта (НАСА) инженер, ә әсәһе — социаль медицина хеҙмәткәре. Урта мәктәптең өлкән синыфында химия менән, шулай уҡ сәнғәт дәрестәре, шул иҫәптән, Һынлы сәнғәт, скульптура һәм арфа менән ҡыҙыҡһына[6].

Карьераһы

үҙгәртергә

Мэнсон эске ауырыуҙар, шулай уҡ эндокринология һәм метаболизм һөнәре буйнса сертификациялана[7]. Уның төп тикшеренеү мәнфәғәттәре профилактик медицинаны һәм хроник ауырыуҙар эпидемиологияһын, атап әйткәндә, ҡатын-ҡыҙҙарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, яман шеш һәм диабет хәүефе факторҙарын үҙ эсенә ала[8]. Ул Һаулыҡ һаҡлау милли институттарынан бер нисә грант буйынса, шул иҫәптән Бригэмда авангард клиник үҙәгендә һәм Бостонда ҡатын-ҡыҙҙар дауаханаһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын һаҡлау буйынса инициативаның, ҡатын-ҡыҙҙарҙа йөрәк-ҡан тармырҙары ауырыуҙары менән бәйле антиоксиданттарҙы һәм фолий кислотаһын тикшеренеү һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефенең биохимик һәм генетик факторлаҙын, D и омега-3 витаминының тикшереү буйынса төп тикшеренеүсе булып тора[9]. Ул шулай уҡ Kronos эстрогенын иртә профилактикалау буйынса Бостон тикшеренеү бүлегенең төп тикшереүсеһе булып тора[10]. Мэнсон күп профессиональ йәмғиәттәрҙең ағзаһы булып тора, һәм бер нисә медицина журналының мөхәрририәт/медицина консультация советы составына инә. Мэнсон какао һәм поливитаминдарҙың йөрәк-ҡан тамырҙары һәм яман шеш ауырыуҙарына йоғонтоһон өйрәнеү буйынса күп үҙәкле COSMOS тикшеренеүенең төп тикшеренеүсеһе булып тора[11].

ScienceWatch 1995 йылдан 2005 йылға тиклем ун йыл эсендә Мэнсонды клиник медицинаның иң күп цитаталаныусы тикшеренеүселәренең береһе тип баһалай[12].

Джоэнн Мэнсон — яҙыусы мөхәррир һәм Glamour журналы өсөн сәләмәтлек күҙәтеүсеһе, уның өсөн ул «Һеҙҙең доктор бында» (Your Doctor Is In) айлыҡ колонкаһын алып бара[13], шулай уҡ Bottom Line/Women's Health[14] сәләмәтлек хәбәрҙәре күҙәтеүсеһе, Everyday Health веб-сайтында сәләмәтлек буйынса эксперт[9] һәм Medscape эксперт видеокомментаторы[15].

2011-2012 йылдарҙа шулай уҡ менопаузаның Төньяҡ Америка йәмғиәте президенты була[16].

Тикшеренеүҙәре

үҙгәртергә

Төп ҡыҙыҡһыныуҙары йөрәк-ҡан тамыры ауырыуҙарын, диабет һәм яман шешете профилактикалауҙа D витамины, омега-3 һәм фолий кислотаһы ролен, шулай уҡ һөт биҙҙәре яман шешенең эндокринологик предикторҙарына баһа биреүҙе үҙ эсенә ала. Бер нисә эре күләмле перспектив когорт тикшеренеүҙәрҙә һәм клиник һынауҙарҙа Мэнсон ҡатын-ҡыҙҙарҙың хроник ауырыуҙарын профилактикалауҙа йәшәү рәүешенең һәм терапия ҡыҫылышында факторҙарҙың ролен баһалай. Джоэнн Мэнсон шулай уҡ биомаркерҙарҙы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының генетик предикторҙарын һәм диабетты тикшереүҙә әүҙем ҡатнаша.

Бүләктәре һәм танылыуҙары

үҙгәртергә

Джоэнн Мэнсон 2002 йылда Массачусетс медицина йәмғиәтенең «Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Генри Ингерсолл Боудитч премияһы» ала[17], 2003 йылда Америка табиптары ассоциацияһының «Женщины в науке» премияһын ала, 2005 йылда Америка табиптары ассоциацияһына инә, фән үҫешенә булышлыҡ итеү буйынса Америка ассоциацияһы стипендияһы, 2006 йылда Гарвард колледжының «Ҡатын-ҡыҙ һөнәре ҡаҙаныштары өсөн премияһын»[18], 2007 йылда менопаузаның Төньяҡ Америка йәмғиәте бүләген «Постменопаузала йөрәк-ҡан тамырҙары премияһы», 2008 йылда «Тикшереү өсөн Генри Бергер» йәмғиәте премияһы[19], 2010 йылда Америка кардиология ассоциацияһының ил халҡы тикшеренеүҙәре өлкәһендә премияларына эйә була[20], 2011 йылда Милли академиялар медицина институты ағзаһы итеп һайлана[21] һәм 2011 йылда Америка кардиология ассоциацияһының күренекле ғалимы бүләге[22]. Дж. Мэнсон Бетесдта, Мэриленд штатының «Америка ҡатын-ҡыҙҙары-табиптары тарихы» Милли медицина китапханаһы күргәҙмәһенә тәҡдим ителгән табиптарҙың береһе булып тора[6]. Thomson Reuters компанияһы фекере буйынса, ул донъялағы 1% иң цитаталанған ғалимдарҙың береһе булып тора[23].

Баҫмалары

үҙгәртергә

Журнал мәҡәләләре

үҙгәртергә

Мэнсон медицина әҙәбиәтендә 600-ҙән ашыу баҫманың авторы һәм авторҙашы булып тора[24].

Китаптары

үҙгәртергә
  • The 30-Minute Fitness Solution : A Four-Step Plan For Women of All Ages. Cambridge, Mass., Harvard University Press. 2001. ISBN 0-674-00479-5
  • Hot Flashes, Hormones, and Your Health. New York, McGraw-Hill. 2006. ISBN 0-07-146862-5
  • Healthy Women, Healthy Lives. New York, New York, Simon and Schuster. 2001. ISBN 0-684-85519-4
  • Prevention of Myocardial Infarction. New York, New York, Oxford University Press 1996. ISBN 0-19-508582-5 (Editor-in-Chief)
  • Clinical Trials in Heart Disease. Elsevier Saunders 2004. ISBN 0-7216-0408-0 (Editor)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Identifiants et Référentiels (фр.)ABES, 2011.
  2. Joann E Manson // https://lod.nl.go.kr/resource/KAC200803698 (кор.)
  3. Montenegro A. ORCID Public Data File 2023 — 2023. — doi:10.23640/07243.24204912.V1
  4. Montenegro A. ORCID Public Data File 2023 — 2023. — doi:10.23640/07243.24204912.V1
  5. Montenegro A. ORCID Public Data File 2023 — 2023. — doi:10.23640/07243.24204912.V1
  6. 6,0 6,1 Changing the Face of Medicine, National Library of Medicine.
  7. Who We Are 2011 йыл 7 июль архивланған. Brigham and Women's Hospital.
  8. JoAnn E. Manson, M.D. 2005 йыл 27 ноябрь архивланған. Time Magazine.
  9. 9,0 9,1 Expert Bio Dr. JoAnn Manson, EverydayHealth.com.
  10. Principal Investigators Roster 2011 йыл 26 июль архивланған., The Kronos Early Estrogen Prevention Study KEEPS.
  11. COcoa Supplement and Multivitamin Outcomes Study - Full Text View - ClinicalTrials.gov
  12. Doctors of the Decade, 1995-2005 ScienceWatch.
  13. Your Doctor Is In {{{2}}}., Glamour.
  14. Meet Bottom Line Expert Dr. JoAnn Manson {{{2}}}., Bottom Line/Women's Health
  15. Manson on Women's Health, Medscape.
  16. NAMS Board of Trustees 2012 йыл 3 март архивланған., Menopause.org.
  17. Three Physicians Honored by the Massachusetts Medical Society, Massachusetts Medical Society.
  18. Manson, Schuker honored for leadership 2009 йыл 21 ноябрь архивланған., Harvard Gazette Archives.
  19. Award Winners at the 12th World Congress on the Menopause 2011 йыл 26 июль архивланған., International Menopause Society.
  20. JoAnn Manson Bio 2012 йыл 12 июль архивланған., American Heart Association.
  21. Three HSPH Faculty Members Elected Into Institute of Medicine 2012 йыл 11 ноябрь архивланған., Harvard School of Public Health.
  22. Distinguished Scientist Awardees 2016 йыл 13 ғинуар архивланған., American Heart Association.
  23. Thomson Reuters Sciencewatch.com - JoAnn Manson
  24. Biographical sketch {{{2}}}., Harvard Medical School.