Джейн Чен
Джейн Мэри Чен (ингл. Jane Marie Chen; 5 декабрь 1978 йыл) — АҠШ эшҡыуары, медицина ҡорамалдары етештереүсе Embrace Innovations һәм Embrace компанияларын нигеҙләүселәрҙең береһе, Embrace Innovations’тың башҡарма директоры.
Джейн Чен | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Гражданлығы: | |
Белеме |
Гарвард университеты; Стэнфорд университеты |
Компания |
Embrace Innovations |
Вазифа |
башҡарма директор |
Джейн Чен на Викиһаҡлағыста |
Биографияһы
үҙгәртергәДжейн Чен, американка, сығышы менән Тайвандән, 1978 йылда тыуған. Мәктәпте Калифорния штатындағы Аллендта тамамлай, артабан Помон колледжында, Гарвардта һәм Стэнфордта уҡый. Үҫеш илдәрендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, шул иҫәптән Клинтон фонды менән хеҙмәттәшлек итә.
Стэнфордта уҡығанда бер төркөм студенттар, шул иҫәптән Чен, Рахул Паникер, Линус Лиан һәм Нагананд Мурти уҡытыусы ҡушыуы буйынса үҫештәге илдәрҙең фәҡир төбәктәре өсөн балалар инкубаторы эшләй[2]. Инкубатор бик ябай була, электрһыҙ ҙа эшләй ала һәм һатыуҙа булған ошондай ҡоролмаларға ҡарағанда күпкә арзан була. Бер йылдан команда — Embrace, һуңыраҡ Embrace Innovation компанияһын аса. Беренсеһе — коммерцияға ҡарамаған ойошма, ул үтә фәҡир төбәктәрҙе инкубаторҙар менән түләүһеҙ тәьмин итә, икенсеһе — социаль эшҡыуарлыҡ буйынса коммерция ойошмаһы, ҡоролмаларҙы һатып алырға мөмкинлеге булған клиникаларға һата һәм килемдең бер өлөшөн Embrace'ға күсерә[3]. 2012 йылда асылғандан алып Чен Embrace Innovations’дың башҡарма директоры булып эшләй[4].
2013 йылда Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды Ченды Йыл социаль эшҡыуарҙарының береһе тип тапты[5], Forbes журналы уны донъяның төп 30 социаль эшҡыуары иҫәбенә индерҙе[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://data.qz.com/2014/davosattendees/data/davos14list.json
- ↑ Shilpa Kannan. The low cost technology saving premature babies' lives (ингл.). BBC News (26 август 2013). Дата обращения: 12 май 2015.
- ↑ Raina Assainar. Embracing new born lives in a warm cuddle, Embrace Innovations (ингл.). Social Story (12 июнь 2013). Дата обращения: 28 апрель 2015.
- ↑ Jane Chen. Should Your Business Be Nonprofit or For-Profit? (ингл.). Harvard Business (1 февраль 2013). Дата обращения: 28 апрель 2015.
- ↑ Social Entrepreneurs of the Year 2013 (ингл.). Schwab Foundation (20 март 2013). Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 3 апрель архивланған.
- ↑ Impact 30 (ингл.). Forbes. Дата обращения: 12 май 2015.