Дацин
Дацин (ҡыт.ябай. 大庆, пиньинь: Dàqìng) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының Хэйлунцзян провинцияһында ҡала округы. Исеме Дацин һүҙмә-һүҙ «бөйөк байрам» тип тәржемәләнә[8]
Дацин | |
Нигеҙләү датаһы | 1959 |
---|---|
Рәсми атамаһы | 大庆市 |
Дәүләт | Ҡытай |
Административ-территориаль берәмек | Хэйлунцзян[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+8:00[d] |
Закондар сығарыу органы | Q106811111?[1] |
Халыҡ һаны |
2 904 532 кеше (2010)[2], 2 781 562 кеше (2020)[3] |
Административ рәүештә бүленә | Сарту[d], Лунфэн[d], Жанхулу[d], Хунган[d], Датун[d], Чжаочжоу[d], Чжаоюань[d], Линьдянь[d] һәм Дурбэд-Монгольский автономный уезд[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 149 ± 0 метр |
Туғандаш ҡала | Калгари[4], Луганск[4][5], Красноярск, Төмән[4][6], Чхунджу[d][4], Чартерс-Тауэрс[d][4], Катре-Борне[d][4][7] һәм Буффало-Сити[d][4] |
Майҙан | 21 204,82 км² |
Почта индексы | 163000 |
Урындағы телефон коды | 0459 |
Номер тамғаһы коды | 黑E |
Дацин Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәБыуаттар дауамында хәҙерге ҡала окургы биләмәһендә даими ултыраҡ булмаған, тәүге күскенселәр тик XX быуат башында Ҡытай-Көнсығыш тимер юлы станцияһы төҙөлгәс кенә барлыҡҡа килгән. 1913 йылда Аньда (安达县) өйәҙенә нигеҙ һалына
1959 йылдан Дацин газ ятҡылыҡтары эшкәртелә башлай, һәм 1960 йылда Аньда өйәҙе бөтөрөлә, ә уның урынына Аньда ҡала округы ойошторола, ул илдең мөһим нефть химияһы базаһы була. Дацин барлыҡҡа килеү ваҡытынан алып илдең бөтә эшселәре өсөн өлгө булып һанала, Мәҙәни инҡилап йылдарында бөтә Ҡытай буйынса «Индустрияла Дациндан өйрәнергә!» тигән лозунгтар яңғырай.
1964 йылда Аньда ҡала округы бөтөрөлә, ә уның урынына Айырым Аньда районы (安达特区) төҙөлә. 1965 йылда Айырым Аньда районының көнсығыш өлөшө яңынан Аньда өйәҙе була, ә ҡалған өлөшөндә Аньда ҡалаһы ойошторола, ул туранан-тура провинцияның хөкүмәтенә буйһона (ҡаланың үҙендә уны йыш ҡына рәсми булмаған рәүештә «Аньда» тип түгел, ә «Дацин» тип атайҙар). 1979 йылдың декабрендә Аньда ҡалаһы Дацин тип үҙгәртелә.
1992 йылда Аньда ҡала округы составына Цицикар ҡала округы составынан Линьдянь һәм Дурбэд-Монгольский автономиялы өйәҙҙәре, шулай уҡ Суйхуа округынан Чжаочжоу һәм Чжаоюань өйәҙҙәре тапшырыла.
Иҡтисады
үҙгәртергәҠаланың көнсығыш районы — сәнәғәт районы, бында Дацин нефть эшкәртеү химия заводы, Лунфун электр станцияһы, ашламалар етештереү буйынса Дацин заводы һәм этилен етештереү буйынса химия комбинаты урынлашҡан. Төньяҡ-көнсығышта ике һыуһаҡлағыс һәм мәҙәни район урынлашҡан. Дациндың көнбайышында юғары уҡыу йорттары эшләй. Көньяҡ-көнбайыш районда «Линьюань» нефть эшкәртеү комбинаты, «Синьхуа» энергия менән тәьмин итеү предприятиеһы һәм нефть продукцияларын һатыу буйынса төп станция эшләй[9].
Ҡаланың коммерция авиаташыуҙарын Саэрту аэропорты хеҙмәтләндерә.
Административ-территориаль бүленеше
үҙгәртергәАдминистратив-территориаль планда Дацин ҡала округы 5 ҡала районына, 3 өйәҙгә, 1 автономиялы өйәҙгә бүленә.
Халыҡтың милли составы
үҙгәртергә2000 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы Дацин ҡалаһы округы биләмәһендә киләһе милләт вәкилдәре йәшәй:
Милләте | Һаны | Өлөшө |
---|---|---|
Ҡытайҙар | 2.474.304 | 95,98 % |
Монголдар | 63.025 | 2,44 % |
Манжурҙар | 25.588 | 0,99 % |
Корейҙар | 6.156 | 0,24 % |
Хуэй | 5.157 | 0,2 % |
Даур | 1.008 | 0,04 % |
Сибо | 659 | 0,03 % |
Мяо | 470 | 0,02 % |
Туцзя | 440 | 0,02 % |
Чжуан | 178 | 0,01 % |
Башҡалар | 1.066 | 0,04 % |
Транспорты
үҙгәртергәДацин аша Биньчжоу тимер юлы үтә. Торба үткәргес транспорты Сковородино-Дацин торба үткәргесенән ғибәрәт, ул 2011 йылда эшен башлай.[10]
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (unspecified title) — 2021.
- ↑ Шестая национальная перепись населения КНР
- ↑ 国务院第七次全国人口普查领导小组办公室 中国人口普查分县资料—2020 (ҡыт.) — 北京市: 中国统计出版社, 2022. — 983 с. — ISBN 978-7-5037-9772-9
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 http://hlj.sina.com.cn/news/b/2018-06-20/detail-ihefphqk1691433.shtml
- ↑ http://english.w3.lg.ua/about-the-city/partner-cities/38-twin
- ↑ https://vsluh.ru/novosti/obshchestvo/druzhit-gorodami-kak-tyumen-podderzhivaet-svyaz-s-pobratimami_326953/
- ↑ https://www.lemauricien.com/actualites/societe/quatre-bornes-reunion-du-conseil-les-jumelages-remis-en-question/38717/
- ↑
- ↑ Дацин Ҡалаһы. 2006-05-26 2012 йыл 10 август архивланған. // partnery.cn
- ↑ Нефть үткәргестәр «Сковородино — Дацин» 2011 йылда тотороҡло эшләне. 2012-01-03 // Ҡытай халыҡ-ара радио
- ↑ Сит ил менән бәйләнеш ҡаланың тышҡы бәйләнештәр — Красноярск ҡалаһы хакимиәте рәсми сайты (рус.) (инг.) (нем.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Дацин — информация о территории, населении и истории изменений административно-территориального деления на сайте 行政区划网 (кит.)
- Дацин — город нефтяников. 30-07-2008 // Китайский Информационный интернет-центр.