Дауытов Мәхмүт Ғайса улы

Социалистик Хеҙмәт Геройы

Дауытов Мәхмүт Ғайса улы (23 февраль 1927 йыл — 18 май 2015 йыл) — скрепер машинисы. Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған юл төҙөүсөһө (1965). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)[1].

Дауытов Мәхмүт Ғайса улы
Тыуған көнө

23 февраль 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Һарай ауылы

Вафат булған көнө

18 май 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (88 йәш)

Вафат булған урыны

Астана, Ҡаҙағстан Республикаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРҠаҙағстан Ҡаҙағстан

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1976
Ленин ордены — 1966

Биография

үҙгәртергә

1927 йылдың 23 февралендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантонына (хәҙерге Әлшәй районы) ҡараған Һарай ауылында тыуған. Милләте башҡорт. 1930 йылдарҙа уның ата-ағайҙары һәм ҡартатаһы репрессияға эләгә. Әсәһе Хәдисә Фәрүәҙетдин ҡыҙы алты бала менән тороп ҡалғас, 1940 йылда өйөн ташлап Ҡаҙаҡ ССР-ының Аҡмулла (Целиноград) өлкәһендәге Софиевка ауылына күсеп китә. 1940—1944 йылға тиклем Мәхмүт Ғайса улы Софиевка ауылының колхозында эшләй. 1944 йылда Ҡыҙыл әрмегә хеҙмәткә саҡырыла. Өфө эргәһендәге Алкинда, Белоруссия, Архангельск һәм башҡа урындарҙа хеҙмәт итә. 1951 йылда демобилизацияланған. Шул уҡ йылда Целиноград юл төҙөү идаралығына грейдер машинисы булып эшкә урынлаша һәм Ҡаҙағстандың төрлө урындарында юл төҙөүҙәрендә ҡатнаша. Дауытов М.Ғ. техникаға уңышлы өйрәнеп ете йыллыҡ планды алда тамамлай. 224 мең кубометр нормаһында ул 354 мең кубометр (151 проц. күберәк) автомобиль юлының ер полотноһын һибә.

СССР Юғары Советы Президиумының 5 октябрҙәге указы менән, 1966 йылда халыҡ хужалығы тауарҙарын һәм пассажирҙарҙы ташыу, юлдар төҙөү, ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса ете йыллыҡ план заданиеларын үтәүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн Дауытов Мәхмүт Гайзеновичҡа Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

2015 йылдың 18 майында Астана ҡалаһында вафат була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә