Дамир (исем)
Дамир — боронғо төрки халыҡтарында ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәДамир— «тимер» һүҙенең боронғо төрки формаһы «димер» һүҙенән тигән ҡараш бар; неологизм тигән аңлатма ла бар — «Да здравствует мир» тигән лозунгынан ҡыҫҡартылған [1]
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәВәлиев Дамир Жәүәт улы (2 ғинуар 1940 йыл — 28 май 2002 йыл) — башҡорт ғалим-философы, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), философия фәндәре докторы (1984), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990).
Шәрәфетдинов Дамир Молҡаман улы (Дамир Шәрәфи — псевдоним; 29 май 1965 йыл — 21 февраль 2020 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, шағир, журналист һәм тәржемәсе. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы (2000), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2012).
Нуриев Дамир Әхмәт улы (18 март 1941 йыл) — ғалим-философ. 1970—1976, 1993—2011 йылдарҙа һәм 2014 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2011 йылдарҙа философия һәм социология факультеты деканы, философия тарихы һәм фәне кафедраһы мөдире. Философия фәндәре докторы (1996), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998).
Ғәйнанов Дамир Әхнәф улы (4 ғинуар 1956 йыл) — ғалим-иҡтисадсы. 1978 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән иҡтисад һәм производствоға идара итеү, иҡтисади һәм социаль системаларҙа идара итеү кафедралары мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (2000), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2002) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2016).
Ишемғолов Дамир Нуретдин улы (1 февраль 1943 йыл) — рәссам. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рёссамы
Азаматов Дамир Мостафа улы (5 май 1940 йыл — 27 ноябрь 2020 йыл) — ғалим-философ. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтында һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡытыусыһы, профессор-консультанты. Философия фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003).
Рысаев Дамир Ринат улы (22 ноябрь 1997 йыл, Стәрлетамаҡ, Башҡортостан) — Рәсәй шашкасыһы. Рәсәй гроссмейстеры. Халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәйҙең команда чемпионатында (2014, классик программа) бронза призер.
Әсәҙуллин Дамир Фәхретдин улы (2 ғинуар 1953 йыл) — цирк артисы, акробат. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1997), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1984) һәм атҡаҙанған (1979) артисы.
Ҡыуатов Дамир Мөҙәрис улы (рус. Куватов Дамир Мударисович) (20 июль 1933 йыл — 31 октябрь 2012 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Хәсәнов Дамир Йосоп улы (1938—2005) — «Нефтепроводмонтаж» тресының иретеп йәбештереүсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Фәйрушин Дамир Зөфәр улы (рус. (10 ғинуар 1947 йыл) — совет һәм сәнәғәт эшмәкәре, 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Дамир Джумһур — (босн. Damir Džumhur; 20 май 1992 йыл) — Босния тенниссыһы һәм киноактер;
Йәнекәев Дамир Әхмәт улы (1 ғинуар 1939 йыл) — ғалим-патофизиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1988), профессор (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985).
Атаһының исеме
үҙгәртергәБочко Светлана Дамир ҡыҙы (12 ғинуар 1963 йыл) — спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999) Буранғолова Наилә Дамир ҡыҙы (15 апрель 1961 йыл) — педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Халиков Данил Дамир улы (2 декабрь, 1964 йыл — 22 май, 1983 йыл, Афғанстан) — башҡорт. Рядовой, водитель. Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк була (1983).
Кәүҫәров Роберт Дамир улы (16 апрель 1941 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1976 йылдан Өфө ҡалаһындағы 17-се клиник дауаханының баш табибы. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Юғары Советтың Закон, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |