Рысаев Дамир Ринат улы

Рысаев Дамир Ринат улы (22 ноябрь 1997 йыл, Стәрлетамаҡ, Башҡортостан) — Рәсәй шашкасыһы. Рәсәй гроссмейстеры. Халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәйҙең команда чемпионатында (2014, классик программа) бронза призер.

Рысаев Дамир Ринат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 22 ноябрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (26 йәш)
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө шашкасы
Спорт төрө шашки[d]
Тышҡы һүрәттәр
Дамир Ринат улы Рысаев
Дамир Рысаев..

Биографияһы үҙгәртергә

Рысаев Дамир Ринатович 1997 йылдың 22 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Шашка менән Дамир беренсе класта уҡ шөғөлләнә башлай.

Уның атаһы — Рысаев Ринат Мөҙәрис улы, үҙе лә шашка уйыны менән мауыға. Улы менән балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк уйнай торған булған. Дамирҙы тренер Фәтҡуллин Әмир Кәли улы етәкләгән шашка түңәрәгенә бирә, унда Дамир спорт мастеры кандидаты була. Шул осорҙа Башҡортостанға, Стәрлетамаҡҡа халыҡ-ара гроссмейстер, рус һәм йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы Муродулло Амриллаев килә, ул Дамирҙың тренеры булып китә. Дамир:

  • Дүрт тапҡыр Европа чемпионы:
    • 19 йәшкә тиклем 64 шаҡмаҡлы шашка буйынса;
    • 16 йәшкә тиклем — йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса;
  • егеттәр араһында рус шашкалары буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы.
  • 19 йәшкә тиклемге төркөмдә ғәмәлдәге[1]:
    • донъя чемпионы (блиц һәм тиҙ шашка 2015 йыл)
    • һәм Европа чемпионы (2016 йылда блиц һәм тиҙ шашка).
  • Халыҡ-ара мастер.

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Санкт-Петербург политехник университетының «Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге» факультетында уҡый. Дамир дөйөм ятаҡта йәшәй.

  Тышҡы һүрәттәр
  Фәтҡуллин Әмир Кәли улы уҡыусылары менән.

Тренерҙары үҙгәртергә

Беренсе тренеры: Әмир Кәли улы Фәтҡуллин(мәрхүм) Тренерҙары: Амриллаев М. А., Лангина А. Л.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә