Иҫәнғолова Гөлсөм Сабир ҡыҙы
Иҫәнғолова Гөлсөм Сабир ҡыҙы (10 июнь 1938 йыл) — театр актёры, Башҡортостан Республикаһының (1996) һәм Татар АССР-ының халыҡ артисы (1988).
Гөлсөм Иҫәнғолова | |
Иҫәнғолова Гөлсөм Сабир ҡыҙы | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Һөнәре: |
артист |
Гражданлығы: | |
Театр: |
Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры |
Наградалары: |
Татар АССР-ының халыҡ артисы (1988), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996) |
БиографияһыҮҙгәртергә
Гѳлсѳм Сабир ҡыҙы Иҫәнғолова 1938 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылында тыуған.
Ата-әсәһен бик иртә юғалтып, балалар йортонда үҫә. 1961 йылда Мәскәү ҡалаһында М. С. Щепкин исемендәге театр училищеһын (педагогы М. Н. Гладкова) тамамлай һәм Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар академия театрында эш башлай, 1981—1989 йылдарҙа Ҡазан театр училищеһенда уҡыта.
Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәреҮҙгәртергә
Зәйтүнә («Беҙ айырылмабыҙ», Ш. Шаһғәле; дебют, 1961), Роза («Эңер», А. М. Ғиләжев), Сәжидә («Хушығыҙ!», Т. Г. Миңнуллин); башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә — Шәфәҡ («Ай тотолған төндә»), Йәмилә («Ҡыҙ урлау»), Гера («Ташлама утты, Прометей!»; бөтәһе лә — М. Кәримдеке), Сәлимә («Әбейҙәргә ни етмәй», Ф. М. Бүләков) һәм башҡалар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1974)
- Татар АССР-ының халыҡ артисы (1988)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996)
Ваҡытлы матбуғаттаҮҙгәртергә
- Гүзәлиә Балтабаева. Көслөләрҙе һынауҙар һындырмай, сыныҡтыра ғына, нығыта... «Башҡортостан» гәзите, 2019 йыл, 18 ғинуар[1].
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2019 йыл, 18 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2019)
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Татар энциклопедик һүҙлеге. — Ҡазан: Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһының Татар энциклопедия институты, 1998. — 703 б.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Иҫәнғолова Гөлсөм Сабир ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2019)
- http://www.kzntm.ru/narodnye-artisty/161-isangulova-yaremchuk-gulsum-sabirovna
- http://kamalteatr.ru/actors/7/119.html
- Татар энциклопедияһы