Гөлсәсәк— башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Башҡорт һәм татар халҡында киң таралған.

Этимологияһы үҙгәртергә

Гөлсәсәк фарсы теленән ингән гөл һәм сәсәк (сәскә) үҙ аллы һүҙҙәрҙән яһалған ҡушма исем. Башҡорт телендә йыш ҡушыла[1].

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Шәрипова Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы (28 апрель 1958 йыл) — башҡорт театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).

Солтанова Гөлсәсәк Рәфит ҡыҙы (1975) — ғалим-филолог. 2000—2007 йыларҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2007 йылдан — университеттың административ-идара аппараты белгесе.

Саламатова Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы (1976) — ғалим-филолог, 2002 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (2002), доцент (2005). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2020).

Ханнанова Гөлсәсәк Рәсих ҡыҙы — «КоммерсантЪ-Башкортостан» гәзите журналисы, иҗтимағи—сәйәси темаға яҙылған мәҡәләләре өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы лауреаты.

Ғәлиева Гөлсәсәк Кәрим ҡыҙы — яҙыусы-прозаик, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре һәм публицистик яҙмалар авторы, 2001 йылдан Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Гөлсәсәк Хафизова — актриса. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы.

Хәмәдинурова Гөлсәсәк Шамил ҡыҙы — актриса. Татарстандың халыҡ артисы.

Әҙәби әҫәрҙәр үҙгәртергә

«Гөлсәсәк» — М. Буранғолов драмаһы.

«Гөлсәсәк» — Ю.Әминев пьесаһы.

«Гөлсәсәк» — татар халыҡ әкиәте.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ