Хоакин Гутьеррес Мангель (исп. Joaquín Gutiérrez Mangel; 30 март 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[3][4], Лимон[d]16 октябрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[3] (82 йәш), Сан-Хосе[d]) — Коста-Риканың испан телле яҙыусыһы, тәржемәсе, шағир, журналист, шахматсы, коммунистик хәрәкәт эшмәкәре.

Гутьеррес Хоакин
исп. Joaquín Gutiérrez Mangel
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Коста-Рика
Тыуған көнө 30 март 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[3][4]
Тыуған урыны Лимон[d], Коста-Рика
Вафат булған көнө 16 октябрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[3] (82 йәш)
Вафат булған урыны Сан-Хосе[d], Коста-Рика
Яҙма әҫәрҙәр теле Испан теле
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, журналист, сәйәсмән, шахматсы
Эш урыны Университет Коста-Рики[d]
Спорт төрө шахмат
 Гутьеррес Хоакин Викимилектә

Коста-Риканың Әҙәби академияһы ағзаһы, Коста-Рика Милли мәҙәни премияһы лауреаты. Милли мәҙәниәткә индергән өлөшө өсөн Коста-Рика университетының «honoris causa» докторы исеменә лайыҡ. 1999 йылда «Насьон» гәзите тарафынан егерменсе быуаттың мөһим милли әҙәби эшмәкәре тип билдәләнә.

Биографияһы

үҙгәртергә

Иртә йылдары

үҙгәртергә

Яҙыусы 1918 йылда Коста-Риканың яр буйындағы Пуэрто-Лимон ҡалаһында бай ғына фермерҙар ғаиләһендә тыуа. Мәктәп йылдарын Коста-Риканың баш ҡалаһы Сан-Хосела уҙғара.

Һул хәрәкәттә

үҙгәртергә

Коста-Рика лицейында өлкән класстарҙа студенттарҙың социалистик студент түңәрәгенә нигеҙ һала. 1935 йылда коммунистар партияһына инә. Тәүҙә ул эшсе-крәҫтиән, һуңынан Коммунистар, һәм, ниһайәт, Коста-Рика Халыҡ авангарды тип атала. Һуңынан ул үҙенең сәйәси ҡарашы тураһында былай тип яҙа:

Мин ҙәр саҡ коммунист булғанмын тип уйлайым. Шулай килеп сыҡты, йәш ваҡытымдан уҡ партияға яҡын булдым. Испанияла граждандар һуғышы һәм фашизм йылдарында башҡа бер ниндәй ҙә альтернатива булманы, шуға барлыҡ интеллектуалдар ҙа һулдар ине… Мине бала саҡтан Сандино һоҡландырҙы. Уның әләме ҡыҙыл-ҡара булды. Дон Кихоттың вымпелы — ҡыҙыл, Спартактыҡы — ҡыҙыл, Максим Горький хыялланған флаг та ҡыҙыл һәм хәҙер ул ҡыҙыл флаг аҫтында ята… Ҡыҙыл байраҡ, минең шәхси реквиемыма тиклем тормошомдағы тәүге һәм берҙән-бер байраҡ булып ҡалырына өмөтләнәм[5].

Дәрүишлек башы

үҙгәртергә

Ул юридик факультетҡа уҡырға инә, әммә баш күтәреүҙәр ваҡытында студентлыҡтан сығарыла. 1937 йылда Гутьеррес Коста-Риканы ташлап китә (тәүҙә яҙыусы Нью-Йоркта йәшәй, унда инглиз телен өйрәнә, һуңынан бер ни тиклем ваҡыттан һуң, Чилиға күсенгәнгә тиклем Коста-Рикаға ҡайта). «Юнайтед Фрут» компанияһының эшсе-пеондарының ҙур баш күтәреүенән һуң эмиграцияға китә. Был ваҡиғаны ул автобиографик һыҙаттарға эйә «Пуэрто-Лимон» романында һүрәтләй.

Тәүҙә уны атаһы бер йылға Нью-Йоркка уҡырға ебәрә, Хоакин унда «Маршалл Шахмат клубы» ойошторған турнирҙарҙа ҡатнаша һәм Коста-Рика коммунисы, Эске-крәҫтиән партияһына нигеҙ һалыусы, Коста-Рикала буласаҡ граждандар һуғышында ҡатнашасаҡ Мануэль Мора менән таныша.

Уның башҡа дуҫтары һәм уҡытыусылары ла Коста-Риканың әҙәби һәм мәҙәни тормошо өсөн Кармен Лира, Йоланд Ореамуно, Хоакин Гарсия Монхе, Франсиско Амигетти һәм Макс Хименес кеүек әһәмиәтле фигуралар була.

Коста-Рикала сағында Үҙәк банкта эшләй. 1939 йылда 21 йәшендә шахмат буйынса Коста-Рика чемпионы була һәм Аргентинаға шахмат олимпиадаһына юллана (Коста-Рика команда ҡуя алмағас, журналист сифатында бара). Олимпиаданан һуң ул Франция китергә һәм унда сәһе яғынан туғаны хужа булған фабрикала эшләй башларға тейеш була, әммә Икенсе донъя һуғышы башланыу сәбәпле, хыялы барып сыҡмай.

Чилиҙағы тормош

үҙгәртергә

1939 йылдан Гутьеррес Чилиҙа йәшәй, унда «Рейтерс», «Юнайтед Пресс» һәм «Ассошиэйтед Пресс» яңылыҡтар агентлығы өсөн тәржемәсе булып эшләй, шулай уҡ «Эль Сигло» («El Siglo») коммунистик гәзит редакцияһы менән хеҙмәттәшлек итә. 1941 йылда чили ҡыҙы Елена Хеорхе Насимьентоға өйләнә. 1942—1945 йылдарҙа ваҡытлыса Коста-Рикаға ҡайта, ғаиләһен һәм тыуасаҡ балаһын ҡарар өсөн Панамерикан шоссеһын һалған «Мартин Вундерлич» компанияһына эшкә урынлаша.

Яҙыусы билдәле Чили шағиры Пабло Неруда менән һәм Чили президенты Сальвадор Альенде менән таныша. Ул уны Халыҡ берҙәмлеге хөкүмәте осоронда «Киманту» (Editorial Quimantú нәшриәте директоры итеп тәғәйенләй. Уның дуҫтары араһында совет разведчигы Иосиф Григулевич та була. Уға ул Коста-Риканың ялған паспортын эшләргә ярҙам итә. Гутьеррес күп сәйәхәт итә, шул иҫәптән Ҡытайға ла. Бында уға Мао Цзэдун хеҙмәттәрен испан теленә тәржемә итеүҙе йөкмәтәләр. Чили коммунистар партияһының «Эль Сигло» гәзит хәбәрсеһе сифатында ул биш йылын (1962—1967) СССР-ҙа үткәрә.

Тыуған иленә ҡайтыуы

үҙгәртергә

1973 йылдағы пиночет хәрби түңкәрелешенән һәм Альенде һәләк булғандан һуң Гутьеррес Чилиҙы ҡалдырып, Коста-Рикаға ҡайтып китә. Унда ул әҙәби карьераһын дауам итә (үҙ әҫәрҙәрен яҙыуҙан тыш, Шекспирҙы: «Король Лир», «Макбет», «Гамлет», «Юлий Цезарь» тәржемә итә) һәм Коста-Рика университетында уҡыта. Сәйәси яҡтан әүҙем булып ҡала: ике тапҡыр коммунистарҙың, социалистарҙың һәм трицкистарҙың «Берләшкән халыҡ» (Unido Pueblo) һул һайлау альянсынан вице-президентлыҡҡа тәҡдим ителә, 1987 йылда «Интеллектуалдар тыныслыҡ өсөн» Мәскәү форумы эшендә ҡатнаша.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Алты роман авторы:

  • «Мангровый лес» (в русском переводе «Заросли»; 1947),
  • «Пуэрто-Лимон» (1950),
  • «Листок на ветру» (1968),
  • «Кокори»,
  • «Умрём, Федерико?» (1973),
  • «Помнишь ли, брат?» (1978).

Гутьеррес шулай уҡ шағир ҙа була (уның ике йыйынтығы 1937 һәм 1938 йылдарҙа сыға), сәйәхәттәре ваҡытында илдәрҙе өйрәнеп, көндәлектәр, сәйәхәтнамәләр яҙа:

  • «От реки Мапочо до Вислы» (1952),
  • «СССР как он есть» (1967),
  • «Хроники другого мира»,
  • «Вьетнам: военные хроники» (1988).

Ҡыҙҙары:

Премиялары

үҙгәртергә
  • «Рапа-Нуи» премияһы (Чили; 1947) — «Кокури», негр малайы тарихы балалар китабы өсөн.
  • Америка Йорто премияһы (1978) «Помнишь ли, брат?» романы өсөн.

Ейәнсәре:

  • Елена Гутьеррес Насимьенто — Чилиҙа, Коста-Рикала билдәле балерина һәм хореограф;
  • Алехандра Гутьеррес Насимьенто (1942) — яҙыусы һәм театр режиссеры;
  • Иштар Ясин Гутьеррес[es] (1968), кинорежиссер.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #66509045 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Bibliothèque nationale de France Joaquín Gutiérrez // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. 4,0 4,1 Архив изобразительного искусства — 2003.
  5. Gutierrez M.J. Los azules dias Ed de la Universidad de Costa Rica, 1999. P. 102

Һылтанмалар

үҙгәртергә