Губанов Иван Васильевич
Иван Васильевич Губанов (1730 йыл — 8 (19) октябрь 1774 йыл) — Ырымбур казагы, атаман береһе күтәреүселәр армияһына 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында баш күтәреүселәр армияһы атамандарының береһе.
Губанов Иван Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1730 |
Тыуған урыны | билдәһеҙ |
Вафат булған көнө | 19 октябрь 1774 |
Вафат булған урыны | Өфө, Ырымбур губернаһы, Өфө провинцияһы, Рәсәй империяһы |
Һуғыш/алыш | 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы |
Пугачевҡа 1773 йылдың октябрендә, ул Ырымбур эргәһендә булғанда ҡушыла. Ноябрь һуңында - декабрь башында Ҡасҡын Һамаров менән бергә дүрт меңлек отряд туплай һәм уны етәкләй. Казак-башҡорттар отряды составында Табын ҡәлғәһен, Стәрлетамаҡ пристанен һәм тирә-яҡ заводтарҙы алыуҙа ҡатнаша. Өфө ҡалаһын ирекле биреү тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Декабрь урталарынан Чесноковка баш күтәреүселәр үҙәгендә эшләй. 1773 йылдың декабрендә — 1774 йылдың мартында Губанов отряды И. Н. Зарубин, И. И. Ульянов отрядтары менән бергә Өфөнө ҡамауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша. Өфөнө ҡамау башында рус крәҫтиәндәре һәм казак отрядтары менән командалыҡ итә[1][2]. 1773 йылдың 14 (25) декабрендә Өфөнө ҡамау Чика-Зарубин[3] етәкселегенә күсә, уның командаһы аҫтында Губанов бер нисә тапҡыр ҡаланы штурмларға тырышып ҡарай[4][2]. 1774 йылдың 24 мартында (4 апрель) баш күтәреүселәр Өфө провинцияһының Зубово ауылы эргәһендә И. И. Михельсон етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәре менән алышта ҡатнаша. Баш күтәреүселәр еңелә.
1774 йылдың 26 мартында (6 апрель) Губанов менән Зарубин Табын ҡәлғәһе янында әсирлеккә алына[3].
Ҡазан йәшерен комиссияһының хөкөм ҡарары буйынса 1774 йылдың 8 (19) октябрендә Өфөлә язалана[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Андрущенко, 1969
- ↑ 2,0 2,1 Мавродин, т.II, 1966
- ↑ 3,0 3,1 Панеях — Зарубин, 1965
- ↑ Овчинников Р. В. Журнал Уфимской комендантской канцелярии о ходе боевых действий против повстанческих отрядов И. Н. Зарубина-Чики под Уфой с 24 ноября 1773 г. по 24 марта 1774 г. // Южноуральский археографический сборник. — 1973. — В. 1.
- ↑ История Уфы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Андрущенко А. И. Крестьянская война 1773—1775 гг. на Яике, в Приуралье, на Урале и в Сибири. — Москва: Издательство «Наука», 1969. — 360 с. — 3000 экз.
- Дубровин Н. Ф. Пугачёв и его сообщники. 3 тт. — СПб, 1884.
- отв.ред. Мавродин В. В.. Крестьянская война в России 1773—1775 годах. Восстание Пугачёва. Том II. — Москва: Издательство Ленинградского университета, 1966. — 512 с. — 2000 экз.
- Панеях В. М.. Иван Никифорович Зарубин-Чика // Пугачев и его сподвижники. — М.-Л.: Наука, 1965. — 138 с.
- Губанов Иван Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.