Гришина Валентина Дмитриевна
Валентина Дмитриевна Гришина[1] (Смирнова) (1927 — 2014) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1951).
Гришина Валентина Дмитриевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 13 август 1927 |
Тыуған урыны | Следово[d], Костромской уезд[d], Костромская губерния[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 11 ноябрь 2014 (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Караваево[d], Костромской район[d], Кострома өлкәһе, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Апаһы — Г. Д. Смирнова.
Биографияһы
үҙгәртергәВалентина Дмитриевна Гришина 1927 йылдың 13 авгусында Кострома өлкәһенең Следово ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1936 йылдан Смирновтар ғаиләһе Караваево ҡасабаһына йәшәргә күсеп килә, бөтә ғаилә урындағы тоҡомсолоҡ совхозында эшкә урынлаша.
1941 йылдан алып 1945 йылға тиклем осорҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында В. Д. Смирнова ветеринар дауаханаһында санитарка булып эшләй. 1947 йылда совхоз фермаһына эшкә кире ҡайта һәм үҙенең өлекән апаһы, киләсәктә Социалистик Хеҙмәт Геройы Галина Смирнова менән эшләй башлай. В. Д. Смирноваға 1930 йылдар аҙағында совхоз зоотехнигы С. И. Штейман етәкселегендә урындағы малсылар сығарған кострома тоҡомло һыйырҙар төркөмөнөн ышанып тапшыралар
1949 йылдың 12 июлендә СССР Юғары Советы Президиумының указы менән «үҙенә беркетелгән 8 һыйырҙан 5207 килограмм һөт һауып алғаны һәм хеҙмәттә юғары күрһәткестәре өсөн» Смирнова Валентина Дмитриевна Ленин орденына лайыҡ була.
1951 йылдың 3 декабрендә СССР Юғары Советы Президиумының указы менән «малсылыҡтың юғары артым алыуы һәм 1950 йылда 8 һәр һыйырҙан йылына уртаса 6620 килограмм һөт һауып алыуы өсөн» Валентина Дмитриевна Смирноваға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Ун өс йыл һауынсы булып эшләгәндән һуң В. Д. Гришина сәләмәтлеге торошо буйынса хаҡлы ялға киткәнгә тиклем һөт заводында эшләй.
2014 йылдың 11 ноябрендә Кострома өлкәһенең Караваево ҡасабаһында вафат була[2].
Наградалары
үҙгәртергә- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (3.12.1951)
- Ике Ленин ордены (12.07.1949, 3.12.1951)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В замужестве
- ↑ Памяти Героя Социалистического Труда . Дата обращения: 10 март 2020.(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Социалистического Труда Костромского района: 1948—1974 гг.: к 85-летию образования Костромского района, 1928—2013 гг. / Н. А. Зонтиков, В. А. Головкина, Н. Н. Перемышленникова, Е. М. Цыпылова; редкол.: Н. А. Зонтиков (сост., ред.) и др. ; Администрация Костромского муниципального р-на Костромской обл. — Кострома : ДиАр, 2014 г. — 368 с. — ISBN 978-5-93645-048-8
- Костромское созвездие / Сост. А. Л. Липатов. — Ярославль : Верх.-Волж. кн. изд-во, 1975 г. — 220 с.