Григорьева Зинаида Алексеевна

Григорьева Зинаида Алексеевна (ҡыҙ фамилияһы — Яковлева) (24 май 1923 — 23 август 1996) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Псков өлкәһе Савковский районының «Строитель» орлоҡсолоҡ совхозының звеньевойы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949).

Григорьева Зинаида Алексеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 24 май 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Псков өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 23 август 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Һөнәр төрө колхозник
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены «Алтын Йондоҙ» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Григорьева Зинаида Алексеевна 1923 йылда Псков өлкәһе Порховский районының Гверстно ауылында урыҫ крәҫтиәндәре ғаиләһендә тыуған.

Зинаида Алексеевна Григорьева бик йәшләй генә эшләй башлаған. Тәүҙә атаһының хужалығында эшләгән, ә һуңынан урындағы колхозға эшкә трурынлашҡан. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец илбаҫарҙары оккупациялаған территорияла ҡала. 1944 йылда, Псков өлкәһе азат ителгәндән һуң, шул уҡ колхозда ауыл хужалығын ҡабаттан тергеҙеүҙә эшләй. Артабан «Строитель» совхозында етен орлоғон үҫтереүсе совхозда йәштәр звеноһын етәкләй.

Зинаида Алексеевна Григорьева1948 йылда 9,33 гектар майҙандың һәр бер гектарынан уның звеноһы уртаса 7,83 центнер уңыш, ә гектарынан 4,6 центнер сүс ала.

1949 йылдың 12 июлендә СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы ауыл хужалығында юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне һәм етендән рекордлы уңыш алғаны өсөн Яковлева Зинаида Алексеевнаға (кейәүҙә — Григорьева) Социалистик Хеҙмәт Геройы маҡтаулы исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын йондоҙ миҙалы тапшырыла.

Яковлева Зинаида Алексеевна 1951 йылда кейәүгә сыға һәм Ленинград ҡалаһына күсеп килә. 1991 йылға тиклем ҡаланың төрлө предприятиеларында эшләй.

Яковлева Зинаида Алексеевна 1996 йылдың 23 авгусында вафат була. Санкт-Петербург ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнгән.

Наградалары үҙгәртергә

Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ булған:

Иҫкәрмә үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Н. Никитенко. Уларҙы ваҡыт һаҡланы. Псковлылар- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары. Псков, 2003.

Һылтанмалар үҙгәртергә