Грейс Келли
Грейс Патриша Келли (ингл. Grace Patricia Kelly; 12 ноябрь 1929 йыл — 14 сентябрь 1982 йыл) — АҠШ актрисаһы, 1956 йылдан кенәз Монако Ренье III нең ҡатыны. Монаконың 10-сы кенәзәге. Әлеге көндә хакимлыҡ итеүсе кенәз Альберт II-нең әсәһе. Ул 10 фильмдан да артыҡ ҡатнашмаған, әммә уның бер «Оскар» премияһы һәм үҙ дәүеренең иң кассалы актрисаһы тигән даны бар.
Грейс Келли | ||||||||
Grace Kelly | ||||||||
Монако кенәзлеге гербы | ||||||||
| ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
19.04.1956 — 14.09.1982 | ||||||||
Алдан килеүсе: | Жислен Домманже | |||||||
Дауамсы: | Шарлен Линетт Уиттсток | |||||||
Дине: | Католик | |||||||
Тыуған: | 12 ноябрь 1929 Филадельфия, АҠШ | |||||||
Үлгән: | 14 сентябрь 1982 (52 йәш) Ла-Колле, Монако | |||||||
Ерләнгән: | собор Святого Николая в Монако[d] | |||||||
Нәҫел: | Гримальди (ире буйынса) | |||||||
Исеме: | ингл. Grace Patricia Kelly | |||||||
Атаһы: | Джек Келли | |||||||
Әсәһе: | Маргарет Кэтрин Майер | |||||||
Ире: | Ренье III Гримальди | |||||||
Балалары: | ҡыҙҙары: Каролина, Стефания улы: Альбер | |||||||
Партия: | Демократическая партия[d] | |||||||
Белеме: | Американская академия драматического искусства[d][1] Театральная школа Neighborhood Playhouse[d] | |||||||
Автограф: | ||||||||
Монограмма: | ||||||||
Наградалары: |
| |||||||
Йәшлек осоро
үҙгәртергәГрейс Келлиның ирланд һәм немец тамырҙары бар. Ә үҙе Америкала, төҙөлөш менән шөғәлләнгән, академик ишкәксе булараҡ олимпия чемпионы булған бай иҡтисадсы Джек Келли ғаиләһендә тыуған. Ул ғаиләлә өсөнсө бала була. Грейстың апаһы Пегги, ағаһы Джон һәм һеңлеһе Лизанна. Уларҙың әсәһе, Маргарет Майер, йәш сағында фотомодель була, ә ағалары Джордж Келли — билдәле драматург, Пулитцер премияһы лауреаты. Келлилар ғаиләһе Филадельфиялағы зиннәтле айырым йортта йәшәй. Бала сағынан уҡ Грейс юғары даирәлә аралаша ала. Әммә ул ата-әсәһе йәшәгән донъянан айырмалы мауыҡтырғыс өлкәлә уңыш ҡаҙанырға хыяллана.
Рейнхилл дини колледжында Грейс ҡәтғи католик белем ала. Тап шунда, алты йәшлек сағында, театрлаштырылған Раштыуа байрамы тамашаһында Дева Мария ролендә тәүләп сәхнәгә сыға.
Кинокарьераһы
үҙгәртергәНью-Йоркта күскәс, Келли фотомодель булып эшләй башлай һәм шул уҡ ваҡытта Америка драма сәнғәте академияһында актерлыҡ оҫталығын өйрәнә. Ул төрлө пьесаларҙа күп төрлө ролдәрҙе башҡара, әммә бары тик сигарет, һыранан алып эшләпә һәм саң һурҙырғысҡа ҡәҙәре рекламаға контракттар ғына ала.
1949 йылда ул Бродвейға килә һәм Стриндбергтың «Атай» пьесаһында уйнай. 1950-52 йылдарҙа төрлө телевизион программаларҙа күренә. 1951 йылда уны «14 сәғәт» фильмындағы эпизод ролгә саҡыралар.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Е. Жоли. Две жизни Грейс Келли. — 2009
- Grace Kelly: A Life in Pictures / Грейс Келли: жизнь в фотографиях.
- The Grace Kelly Years: Princess of Monaco / Годы Грейс Келли: принцесса Монако.
- H. Kristina Haugland. Grace Kelly: Icon of Style to Royal Bride. — 2006
- Роберт Лейси. Княгиня грёз.-1997
Был актёр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |