Грейпфрут
Грейпфрут, тәлгәшле помпельмус[1] (лат. Cītrus paradīsi)[2][3] — мәңге йәшел субтропик ағас; руталар (Rutaceae) ғаиләһенә ҡараған цитрус төрө; шулай уҡ 10-15 см диаметрындағы емеш.[4].
Грейпфрут | |||||||||||||||||||||||||
Ҡыҙыл грейпфрут емештәре | |||||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||||
Citrus paradisi Macfad. | |||||||||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||||||||
Citrus pompelmos racemosus Risso et Poit.
Citrus decumana var. racemosa Roem. Citrus racemosa Marc. Citrus maxima var. uvacarpa Merr. | |||||||||||||||||||||||||
Ггрейпфрутов һәм помело үҫтергән өлкәләр (2005) | |||||||||||||||||||||||||
|
Грейпфрут тураһында беренсе тапҡыр донъяға 1750 йылда ботаник-рухани Гриффитс Хьюджес хәбәр итә. Ул емеште «тыйылған емеш» тип атай. Һуңғараҡ грейпфрутты шеддок тип йөрөтөлгән помело менән оҡшашлығы арҡаһында «бәләкәй шеддок» тип атайҙар (Инглиз капитаны Шеддок фамилияһы буйынса, ул Барбадос утрауына XVII быуатта уны индерә), ә 1814 йылда Ямайкала сауҙагәрҙәр был емеште грейпфрут исеме менән алмаштыра. Ул әфлисун һәм помелоның осраҡлы гибриды була[5]. 1880 йылдан һуң АҠШ-та һәм аҙаҡ Кариб байссейны илдәрендә, Бразилияла, Израилдә һәм Көньяҡ Африка Республикаһында был культураның сәнәғәт етештереүенең тиҙ үҫеше башлана. XX быуатта грейпфрут донъяның емеш-еләк баҙарында алдынғы урындарҙы биләй.
Тышҡы яҡтан грейпфрут емеше әфлисун емеше менән оҡшаш, ләкин бер аҙ әсерәк. Шуға ҡарамаҫтан, энциклопедияларҙа ул диетик емештәргә индерелгән. Һуңынан селекционерҙар тарафынан грейпфрут нигеҙендә танжело (Citrus paradisi x Citrus reticulata гибриды, 1905) һәм миннеола (танжело төрө, мандариндың Dancy һәм грейпфруттың Duncan сорттарынан, 1931) барлыҡҡа килә.
Емештәр өлгөрөүенең уртаса ваҡыты яҡынса 9-12 ай тирәһе тәшкил итә.
Грейпфрут үҫтергән илдәрҙә икенсе февралдә «Грейпфрут йыйыу байрамы» башлана, ул бер нисә көн дауам итә.
Исеме
үҙгәртергәИсеме инглиз теленән grape (виноград) һәм fruit (емеш) һүҙенән барлыҡҡа килгән , сөнки грейпфрут йыш ҡына тәлгәшкә йыйылған, йәғни виноград тәлгәшен хәтерләтә. Үҫемлекте 1830 йылдарға тиклем помело тип ҡабул иткәндәр, ул саҡта уға Citrus paradisi тип исем бирелә.
Ботаник тасуирлама
үҙгәртергәМәңге йәшел ағас, ғәҙәттә 5-6 метр самаһы булған бейеклектә, әммә ағастың 13-15 м еткән осраҡтары ла билдәләнгән.
Япрағы ҡара-йәшел, оҙон (15 см тиклем) һәм нәҙек.
Сәскәләре аҡ, дүрт — биш таж менән һәм диаметрында 5 см тирәһе.
Емеше диаметрында яҡынса 10-15 см киҫәктәргә бүленгән татлы-әсе йомшағы менән. Йомшағының төҫө сорттарына ҡарап аҡһыл-һары төҫтән алып ҡыҙыл-рубин төҫкә тиклем. Емешенең тышсаһы һары, йомшағы ҡыҙыл төҫтәге сорттарҙың тышсаһы ҡыҙғылт булыуы мөмкин. Емештәрендә уға әскелт тәм биргән глюкозид наринген бар[6].
-
Грейпфруттың ысын япраҡтары һабағының киң япраҡ пластиналарына эйә.
-
Йәш үҫенте
-
Грейпфруттың сәскә бөрөлөре тәлгәше
-
Өлгөрөп килгән емештәре тәлгәше
-
Емештәре менән ботағы
Сорттары
үҙгәртергәГрейпфруттың яҡынса 20 сорты бар, уларҙы төп ике төркөмгә бүлергә мөмкин: аҡ (йәки һары) грейпфруттар, һарғылт төҫтәге йомшағы менән һәм ҡыҙыл грейпфруттар. Әйткәндәй, грейпфруттың йомшағы ней тиклем күберәк ҡыҙыл төҫтә, шул тиклем ул татлыраҡ була[7]. 1952 йылда ҡыҙыл йомшағы менән Америка Ruby сорты патентлана. Ул сорттан башҡа ҡыҙыл сорттар барлыҡҡа килә, улар башлыса Техаста сығарыла. Уларҙан баҙарҙа иң күп танылыу алған сорттар Rio Red, Star Ruby һәм Flame. Емешендә орлоҡтары күп булған, йәки бөтөнләй булмаған сорттар бар.
Ҡулланыу
үҙгәртергәГрейпфрут емешене башлыса сей килеш ашайҙар, емеш-еләк һәм ҡырҡыу тәмле салаттарҙа ингредиент сифатында ҡулланалар. Унан шулай уҡ ҡайнатма ҡайнаталар һәм һуттар эшләйҙәр. Грейпфруттың эфир майҙарын кондитер һәм ликер-араҡы етештереүҙә ҡулланалар, шулай уҡ парфюмерияла киң ҡулланыла[8].
Һаулыҡҡа йоғонтоһо
үҙгәртергәАлһыу грейпфрут 100 г аҙыҡтың туҡлыҡлыҡ ҡиммәте | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Энергетик ҡиммәте 39 ккал 163 кДж | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
USDA National Nutrient Database for Standard Reference Сығанаҡ: www.nal.usda.gov |
Грейпфруттағы ҡайһы бер матдәләр билдәле дарыуҙар менән әүҙем бәйләнешкә инә. Был бигерәк тә бауырҙағы P450 (CYP3A4) цитохромының бер изоформасүһын ингибирлай торған нарингенин һәм бергамотенға ҡағыла. Шуға күрә дарыу ҡабул итеү ваҡытында грейпфрут компоненттарының организмға йоғонтоһо тураһында хәбәрҙар булыу мәғлүм. Дөйөм алғанда, дарыуҙар ҙа ҡабул иткәндә грейпфрут һутын эсеү тәҡдим ителмәй, сөнки ул ҡан ағымындағы матдәләрҙең күләмен арттыра һәм шуның менән бергә артыҡ ҡулланыу эффектына килтерә.
Грейпфрутта шулай уҡ антиоксиданттар бар, улар холестерин кимәлен кәметә һәм HDL- һәм LDL- липопротеид нисбәтен яҡшырта. Шулай итеп, көнөнә бер грейпфрут ҡандағы холестерин кимәлен нормалләштереүгә ярҙам итә. Был бигерәк тә йөрәк ишемияһы һәм ҡан әйләнеше ауырыуҙары менән яфа сигеүсе кешеләргә мөһим, сөнки улар өсөн холестериндың юғары кимәле тағы ла бер хәүеф факторы булып тора. Йәһүд университеты тикшеренеүселәре (Ҡотдос) 2006 йылда йомшағы «ҡыҙыл» грейпфруттарҙа «һары» сорттағы грейпфруттарға ҡарағанда холестерин кимәлен түбәнәйтеүсе матдәләрҙең күпкә күберәк икәнлеге тураһында һығымтаға килә.
Грейпфрут орлоҡтарының экстракты микробҡа һәм бәшмәк ауырыуына ҡаршы көслө тәьҫир итә, тип раҫлана. Шуға ҡарамаҫтан, был раҫлау тәрән фәнни тикшеренеүҙәр талап итә.
Грейпфрут һуты ашҡаҙан һуты әселеген күтәрә, шуға күрә ул әселеге түбән кешеләргә тәҡдим ителә[7].
Ҡулланыу
үҙгәртергәГрейпфрутты ашар алдынан уны бысаҡ менән киҫкеләү кәңәш ителә (был маҡсат өсөн махсус бысаҡ бар). Һәр яртыһындағы үҙәге йәнәшәһендәге шәкәрәһе өлөшө менән алып ташлайҙар. Барлыҡҡа килгән соҡорға шәкәр һалалар. Яйлап барлыҡҡа килгән татлы һутын сәй ҡалағы менән алалар. Әгәр шәкәрҙе фруктоза, ксилит, бал менән алмаштырғанда, грейпфруттың һутын башҡа ҡәтғи диеталарға индерергә мөмкин. Грейпфрут емешенең әселегенән ҡотолоу өсөн ябай ысул да бар — емештең һәр киҫәген ҡаплап торған үтә күренмәле шәкәрәһен алырға кәрәк, сөнки унда хин кислотаһы һәм әсе тәм биргән гликозидтар тупланған.
-
Грейпфрут (яҡында) һәм әфлисун һуттары
-
Грейпфрут емешенең яртыһы, цитрустар өсөн һут һыҡҡыс, һутты һөҙөү.
-
Ҡалаҡ менән ашалған грейпфрут яртылары
Етештереү күләме
үҙгәртергәДонъя илдәрендә грейпфрутты етештереү 2014 йыл өсөн мең тоннала[9] | |
---|---|
ҠХР | 3 900 |
АҠШ | 942 |
Мексика | 402 |
КАР | 400 |
Израиль | 185 |
Европа Берләшмәһе | 130 |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Свити
- Кровавый апельсин
- Грейпфрутовое масло
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Грейпфрут // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ Вульф Е. В., Малеева О. Ф. Citrus paradisi Macfad. - Грейпфрут, Гроздевидный пампельмус;Мировые ресурсы полезных растений: пищевые, кормовые, лекарственные и др.отв. ред. Ф. Х. Бахтеев; БИН АН СССР.— Л.: Наука, 1969.— 566— 7500 экз.
- ↑ https://web.archive.org/web/20060912232510/http://www.rbgsyd.nsw.gov.au/__data/assets/pdf_file/73216/Tel7Mab167.pdf
- ↑ Grapefruit.
- ↑ Genetic origin of cultivated citrus determined: Researchers find evidence of origins of orange, lime, lemon, grapefruit, other citrus species (ингл.). ScienceDaily. Дата обращения: 16 июль 2019.
- ↑ Грейпфрут // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ 7,0 7,1 Чем полезен грейпфрут . «АиФ Здоровье», рубрика «Исследования». ЗАО «Аргументы и факты». Дата обращения: 18 октябрь 2010. 2012 йыл 3 февраль архивланған.
- ↑ Грейпфрут. Готовим.Ру – Библиотека – ФРУКТЫ. Готовим.Ру (14 марта 2004). Дата обращения: 18 октября 2010.
- ↑ Производство грейпфрута в странах за 2014 год . 2016 йыл 19 июль архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Walton B. Sinclair The grapefruit: its composition, physiology, and products // University of California, Division of Agricultural Sciences, 1972 (англ.)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Ложка для грейпфрута
- Нож для грейпфрута
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Грейпфрут // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978. (Тикшерелеү көнө: 22 сентябрь 2013)
- Drug Interactions with Grapefruit Juice. //Drugs.com
- 2021 йыл 6 декабрь [https://web.archive.org/web/20211206164452/https://h.ua/story/170272/ архивланған. Чем полезен грейпфрут и когда его личный праздник?]