Грегори Диз
Грегори Диз (ингл. J. Gregory Dees, ингл. Greg Dees; 1950 йыл — 20 декабрь 2013 йыл, Дарем, Төньяҡ Каролина, АҠШ) — Америка ғалимы, профессоры, Дьюк университетының Социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү үҙәгенең (CASE) нигеҙләүсеһе һәм директоры[1][2][3][4].
Грегори Диз | |
ингл. J. Gregory Dees | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Дарем (Төньяҡ Каролина), АҠШ |
Ил | |
Эшмәкәрлеге | |
Грегори Диз 1990-сы йылдарҙа Социаль эшҡыуарлыҡты һөнәр һәм академик фән кеүек беренселәрҙән булып һанауы менән билдәле[5][2][1].
Грегори Диз ике китаптың (ингл. Enterprising Nonprofits һәм ингл. Strategic Tools for Social Entrepreneurs), 60 тирәһе фән мәҡәләләренең, күп тикшеренеүҙәр һәм методик эштәрҙең авторы. Шунда ул эшҡыуарлыҡ практикаһын фәҡилектең, тирә-яҡтың бысраныуының һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡуллана алыуын күрһәтә[1][2][4].
Академик эшмәкәрлегенә өҫтәүенә Диз The Bridgespan Group, Inc. һәм башҡа ойошмаларҙың күҙәтеү кәңәшмәһендә эшләй ине; бөтә донъя экономика форумында социаль инновациялар секцияһында рәйес була; Journal of Social Entrepreneurship һәм Social Enterprise Journal матбуғаттарының мөхәррирҙәр кәңәшмәһенә инә; Kauffman Foundation фондында эшләй[3][1].
Биографияһы
үҙгәртергәГрегори Диз 1950 йылда тыуа[1].
Диз Цинциннати университетында бакалавриат тамамлай, Йель университетында магистр дәрәжәһен, ә Джонс Хопкинс юғары уҡыу йортонда доктор дәрәжәһен ала[1][2][4].
Белем алғас McKinsey & Company ойошмаһында консультант булып эшләй башлай[1][3].
Диз Йель менеджмент мәктәбендә (ингл. Yale School of Management) үҙенең академик карьераһын башлай, ә аҙаҡтан Гарвард бизнес мәктәбендә уҡыта, шунда социаль сферала эшҡыуарлыҡ буйынса курс эшләү инициативаһы менән сығыш яһай[1][3].
1995 йылда Harvard’s Apgar Award for Innovation in Teaching премияһына лайыҡ була[1][3].
Эшҡыуарлыҡты үҫтергән ваҡыттан һуң, Стэнфорд университетында юғары бизнес мәктәбендә (ингл. Stanford Graduate School of Business) академик эшмәкәрлегенә ҡайта, шунда бакалавриат, магистратура һәм бизнес курстарының программаларын эшләй һәм Стэнфорд социаль инновациялар үҙәген асыуҙа ярҙам итә[1].
1998 йылда ул «Социаль эшҡыуарлыҡ билдәләмәһе» (ингл. The Meaning of Social Entrepreneurship) исемле мәҡәләһен баҫтырып сығара[2][4].
2001 йылда Фукуа бизнес мәктәбендә эшкә тотона[3][1].
Грег Диз һәм Бес Андерсон (ингл. Beth Battle Anderson) Дьюк университетында Социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү үҙәген (CASE) ойошторалар[1].
2007 йылда Аспен институты (ингл. Aspen Institute) һәм «Ашока» фонды уны социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн бүләкләйҙәр[1][4].
2012 йылда Халыҡ-ара үҫеш буйынса АҠШ агентствоһы Социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү үҙәген бүләкләй һәм уның үҫешеүенә 10 миллион АҠШ долларға тиң булған грант бирә[1].
Грегори Диз 2013 йылдың 20 декабрендә 63 йәшендә Дьюк университетының дауаханаһында вафат була[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 David Jarmul. Greg Dees, a Pioneer of Social Entrepreneurship, Dies at Age 63 (ингл.). Duke Today (21 декабрь 2013). Дата обращения: 22 апрель 2015.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Gregory Dees: The Man Who Defined Social Entrepreneurship (ингл.). Bloomberg (8 ғинуар 2014). Дата обращения: 22 апрель 2015.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 J. Gregory Dees (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 29 апрель 2015.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Remembering Greg Dees (ингл.). Stanford Social Innovation Review (9 ғинуар 2014). Дата обращения: 22 апрель 2015.
- ↑ Джилл Кикал, Томас Лайонс. Социальное предпринимательство: миссия – сделать мир лучше = Understanding Enterpreneurship. The Relentless Pursuit of Mission in an Ever Changing World. — М.: Альпина Паблишер, 2014. — 304 с. — ISBN 978-5-9614-4458-2.