Горбачёва Вера Васильевна

Горбачева Вера Васильевна (1912 йыл — 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында фашистарға ҡаршы подпольеның актив ҡатнашыусыһы, Равенсбрюк концлагеры тотҡоно.

Горбачёва Вера Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1912
Тыуған урыны Ртищево[d], Сердобский уезд[d], Һарытау губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1944
Вафат булған урыны Равенсбрюк[d], Германия
Место содержания под стражей Равенсбрюк[d]
Һөнәр төрө боец сопротивления
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Биографияһы

үҙгәртергә

Вера 1912 йылда Һарытау губернаһы Сердобск өйәҙе Ртищево ҡасабаһында (хәҙер ҡала) машинист ғаиләһендә тыуа. Ртищево ФЗО мәктәбен тамамлай. Хәрби инженер-химик Виктор Михайлович Горбачевҡа кейәүгә сыға. Башында 1940 йылда ғаилә Брест ҡалаһына күсенә.

Һуғыштың тәүге көндәрендә Вера Горбачева ингән комсомолдар төркөмө подвалда йәшерен «лазарет» аса. Уларҙы 67 яралы ҡыҙылармеец һәм офицерҙы дауалап, партизандарға оҙата. Һуңынан Вера А. Я. Кохановскийҙың разведка төркөмөнә («Раскат») инә. Улы менән прогулкаға сыҡҡан булып, ул дошмандың хәрби объекттарын өйрәнә һәм һуңынан уларҙы Брест картаһына индерә. Белорус ҡатыны булып кейенеп, ул Белоруссияның тиҫтәләгән ауылында, шул иҫәптән Жабинкала була, Брест подпольщиктары менән урындағы йәшерен ойошмалар араһында бьәйләнеш булдыра. Ул Совинформбюро сводкаларын, партизан листовкаларын тарата, немец гарнизондарының һанын асыҡлай, ҡоралдар, дарыу, инструменттар йыя. Көндөҙ Брест станцияһында, ә кисен немец тимер юлсылары ятағын йыйыштырыусы булып эшләп, Вера Горбачева гестапо машинисткаһы немец Елена Дрозд һәм уның ҡыҙы Антонина Дрозд — Брест полицияһы начальнигы Когуттың ҡатыны менән бәйләнеш урынлаштыра. Улар, шулай уҡ Германияла Гитлер режимы менән ҡәнәғәт булмаған немец тимер юлсылары аша Вера ҡиммәтле мәғлүмәттәр таба һәм һуңынан уларҙы партизандарға тапшыра. Ул Бреста тимер юл узелында диверсия өсөн чертеждар әҙерләй һәм үҙе үк уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Вераға немецтарҙың 1943 йылдың майында Курск йүнәлешендә «Цитадель» операцияһын әҙерләүе тураһында мәғлүмәт табыу насип була. Вера Горбачеваның һуңғы разведдонесениеһы 1944 йылдың февралендә немецтарҙың Буг йылғаһы буйлап сара үткәреүе тураһында була. Сигенгән осраҡта улар сәнәғәт һәм коммуналь-көнкүреш предприятиеларын, тимер юл һәм порт ҡоролмаларын, складтарҙы һәм ҡаланың йәмәғәт биналарын миналарға ҡарар итә.

1944 йылдаң 24 февралендә Интернациональ урамында Горбачеваны улы менән бергә патруль ҡулға ала һәм Брест төрмәһенә оҙата. Язалағандан һәм һорау алғандан һуң уны улы менән бергә Равенсбрюк ҡатын-ҡыҙҙар лагерына оҙаталар (83788 һәм 83789 номерҙары). Унда ул газ камераһында язалана .

 
Ртищево, Вера Горбачева урамы. 1929 -1940 йылдарҙа бында В. В. Горбачева йәшәй. Йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
  • 1975 йылдың 27 февралендә Ртищево ҡалаһының Казачья урамы Вера Горбачева урамы тип үҙгәртелә.
  • Ртищево ҡалаһында Вера Васильевна 1929 — 1940 йылдарҙа йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
  • Борисов П. Беседа о подвиге // Путь Ленина. — апрель 1975.
  • Куванов А. Её именем названа улица // Путь Ленина. — 28-29 марта 1975.
  • Шишмарёв Н. А. Город Ртищево. — Саратов: Приволж. кн. изд-во, 1986. — (Города Саратовской области). — С. 39-45, 51.