Голый Камень — Рәсәйҙәге Свердловск өлкәһенең Урта Уралдағы тау. Түбәнге Тагил ҡалаһы һыҙатында Весёлые Горы тауҙар һыртының бер өлөшө. Геоморфологик һәм археологик тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ҡала халҡының популяр туризм урыны.

Голый Камень
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Свердловск өлкәһе
Карта

Тауҙың исемен — Яланғас таш — ҡаланың бер торлаҡ районы йөрөтә.

Географик урыны

үҙгәртергә

Голый Камень Свердловск өлкәһе " Түбәнге Тагил ҡала округы "" муниципиаль берәмек территорияһында урынлашҡан, Түбәнге Тагил ҡалаһы ситендә. Тауҙан Рудянка йылғаһы ағып төшә. Тауҙың бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 365 метр[1]

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Тау Түбәнге Тагилдың көнбайыш ситендә урынлашҡан, диориттан һәм диорит һәүерташтарынан тора[2]. Тауҙың көнбайыш битләүе ылыҫлы урман менән ҡаплаған, ә көнсығышы һөҙәгерәк, битләүендә альп болондары һуҙылған. Тау түбәһендә тау ҡалдығы — шихан урынлашҡан. Формаһы менән бик сәйер: ун метр бейеклектә, туғай яғындағы итәгендә усаҡ өсөн уңайлы урын бар. Урман яғынан ағастар үҫкән ҡаялар уйһыулыҡҡа һәленеп торалар. Туғай яғынан ҡаяларға һуҡмаҡ илтә.Ул ҡая киртләстәре буйлап үтеп, иң түбәләге ҙур таштар араһындағы бәләкәй майҙансыҡҡа еткерә.Тау түбәһенән ҡаланың үҙәк өлөшө ,шулай уҡ Төлкө тауы, быуа,бейек тауҙың төп карьер киртләстәре һәм өйөмдәре яҡшы күренә.

1811 йылда Н. С. Попов «Пермь губернаһының хужалыҡ тасуирламаһы» китабында Түбәнге Тагил заводынан дүрт саҡрым алыҫлыҡта һәм 50 сажен бейеклектәге Яланғас таш үҙенең исемен бер ниндәй ҙә урман үҫмәгәнлектән алған, тип яҙған[1]

Михаил Дмитриев, Түбәнге Тагил тау заводы училищеһы старостаһы, 1909 йылда тауға уҡыусылар менән экскурсиялар ойоштора. Яланғас ташҡа ул шулай тасуирлама бирә:. Түбәнге Тагилдан 4 саҡрым алыҫлыҡта, бейеклеге быуа кимәленән 50 сажен. Елдән ышыҡланып торорға уңайлы. Сәй, эсер өсөн көнсығыш яғына күсергә кәрәк, унда таш ике яҡлап аҫылмалы стеналары менән майҙансыҡты елдән һаҡлай , ә ҡалған ике яғы менән — урманды. Ошондай елдән һаҡланырға мөмкин булған урында куб формаһында таш ята. Ул бында килгән туристарға өҫтәлде алмаштыра. Таштан Түбәнге Тагил заводы,Горбуново ауылы һәм торф ятҡылығы яҡшы күренә.

1985 йылда тыуған яҡты өйрәнеүсе И. А. Орлов урындағы легенда тураһында былай тип яҙа: " 1907 йылда Елим Павлович Демидов Тагил заводтарына килә.Елим Павловичтың шахмат менән мауығыуын белеп, завод начальниктары уның өсөн махсус «сюрприз» әҙерләйҙәр. Ҡаяла, тап шихандың үҙендә, ҡырҡып ике кресло , ә улар араһында — шахмат таҡтаһы эшләйҙәр. Урын бик уңышлы һайлана. Бынан, ус төбөндәге кеүек, бөтә Түбәнге Тагил, уның заводтары күренеп тора Тирә - яҡтың, Урал һырттарының матур панорамаһы асыла. Бында Елим Демидов кем менәндер шахмат уйнаған. Шахмат таҡтаһы һәм урындыҡтар әлегә тиклем һаҡланған, әммә ваҡыт һәм исем-шәрифтәрен иҫтәлеккә ҡалдырыусы сәйәхәтселәр тарафынан боҙола төшкән ".

Археологик табылдыҡтар

үҙгәртергә

1909 йылда Тагилдағы тыуған яҡты яҡты өйрәнеүсе С. Н. Топорков орнаментлы балсыҡ һауыт-һаба, яндырылған кеше һәм хайуан һөйәктәрен, балсыҡ биҙәүестәр һәм өс башаҡлы уҡтар таба. Тимер быуат һәм урта быуаттарҙа Яланғас ташта ғибәҙәтхана һәм ҡорбан килтереү урыны булған.

Тауҙың көньяҡ битләүендә, алевротуфтар порфирит сыҡҡан урында, 1954 йылда археолог П. Э. Рикерт . мезолит дәүерендәге кеше эшмәкәрлеге эҙҙәрен — Яланғас ҡая оҫтаханаһын тапҡан. Ете мең квадрат метр самаһы майҙанда йөҙ мең таш ярсыҡтары, нуклеус һәм нуклеус әҙерләмәһе өсөн һибелгән. Бында тәүтормош кешеләре беренсел таш тарҡатыу, эшкәртеү менән шөғөлләнгәндәр. Таштан эшләнгән ҡоралдарҙы 30 саҡрым радиуста мезиолит тораҡтарҙа (6-5 мең йыллыҡ б.э.) күп осратырға мөмкин[3].Голый Камень тауының сеймалы Чусыу йылғаһы буйындағы Дыроватый Камень (Горноуральский район) ғибәҙәтханаһында табылған

1984 йылда Ю. Б. Сериков етәкселегенде археологтар Яланғас таш алдында руда иретеү мейесен тапҡандар. Яланғас таш археологик табылдыҡтарының дөйөм һаны 20 меңдән ашыу[1]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә