Лисья гора

(Төлкө тауы битенән йүнәлтелде)

Лисья гора (рус. ЛысаяҠаҡтау) — Свердловск өлкәһе Түбәнге Тагил ҡалаһының үҙәк өлөшө булған Ленин районының Иҫке Гальянкалағы тау. Түбәнге Тагил ҡалаһының символы.

Лисья гора
Рәсем
Тау һырты Урал тауҙары
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Свердловск өлкәһе
Вид в ночное время
Асылған күренеш Нижне-Тагильское водохранилище[d] һәм Түбәнге Тагил
Зимнее изображение
Вид из этого места
Вид с воздуха
Был объекттан күренештәр категорияһы Категория:Виды с Лисьей горы[d]
Карта
 Лисья гора Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Лисья гора Тагил быуаһы эргәһендә урынлашҡан Тау түбәһендә ҡарауыл башняһы тора.. Тау эргәһендә тау заводы техникаһы тарихына арналған завод- музей урынлашҡан. XVIII быуатта Демидов Акинфий ваҡытында төҙөлгән боронғо металлургия заводы антуражды тулыландып тора. Тау итәгендә металлургтарға һәйкәл ҡуйылған. Тау янында ике ҙур урам, Яр һәм Челюскинецтәр урамдары, киҫешә.Тауҙан ҡаланың тирә-яҡ райондары күренеп тора.

Тау ни өсөн Төлкө тауы тип аталғанға теүәл мәғлүмәттәр юҡ.Бер фараз буйынса элек бында төлкөләр күп булған, икенсе фараз буйынса бынан алыҫ түгел урынлашҡан Демидовтың металлургия заводынан сыҡҡан төтөн төлкө ҡойроҡтарын хәтерләткәнгә үҙ исемен алған. Тауҙың икенсе исеме — Ҡаҡтау (Лысая) . Исеме шуның менән бәйле; ул ҡасандыр урман менән ҡапланған булған, хәҙер бөтөнләй урман үҫмәй.

Лисья гора түбәһендәге башняһы менән — Түбәнге Тагил ҡалаһының төп символы. Борон замандағы кеүек, ҡала халҡының күңел асыу урыны. Тауҙан ҡаланың матур панорамаһы асыла. Төлкө тауы Түбәнге Тагил ҡалаһының биҙәге булып хеҙмәт итә. Ҡалаға үҙенсәлекле күренеш һәм антураж бирә.

Хәҙерге ваҡытта Төлкө тауы башняһында музей эшләй. Ул Рәсәйҙең иң бәләкәй музейы булып танылған. Төлкө тауы башняһы менән «Горнозаводской Урал» Түбәнге Тагил музей — ҡурсаулығына инә; ҡарауыл башняһы архитектура ҡомартҡыһы статусына эйә һәм Уралдың һәм Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты..

Лисья гора (тауын) географ һәм картограф Я. И. Кривощеков тасуирлай. 1910 йылда «Верхотур өйәҙе һүҙлегендә» бейеклеге 132 сажен (289 м), 340—360 млн.йыл элек һүнгән вулкан түбәләре булып тора, авгит һәм диабазо-порфириттарҙан тора, тип яҙа.. Хәҙерге тикшеренеүселәр раҫлауынса, тау магматик тоҡомдарынан тора.

Ҡарауыл башняһы ағастан Төлкө тауы түбәһендә XVIII быуатта уҡ барлыҡҡа килгән, ә XIX быуатта уны таш менән алмаштыралар. Бер бик үк ышаныслы булмаған фараз буйынса башня күсмә халыҡтан һаҡланыу өсөн тәғәйенләнгән, ә икенсе ысынбарлыҡҡа яҡын фараз буйынса янғын каланчаһы өсөн тәғәйенләнә.Тағы ла бер фараз буйынса обсерватория сифатында, ҡулланғандар, хатта маяҡ кеүек тә булған. Башня проектының авторын тарих һаҡламаған, ләкин уның бер мөйөшөнә беркетелгән суйын плитәлә төҙөлгән датаһы һуғылған — 1818 йыл. Ошондай сифатта башня янғын каланчаһы булып хеҙмәт итә. Янғын ваҡытында башняла бронза ҡыңғырауын ҡаҡҡандар, күндән эшләнгән ҙур ҡыҙыл фонарҙар элгәндәр. 1830 йылдың урталарында Галлей кометаһын күҙәтеү өсөн ҡарауыл башняһы эргәһендә обсерватория төҙөйҙәр Ул әйләнеп йөрөүсе павильондан ғибәрәт (Ерҙән Галлей кометаһы1835-1836 йылдарҙа күренә) Әлеге ваҡытта унан ҡалған ташҡа бикләнгән ауыр суйын тумба һаҡлана. 3 октябрь 1943 йылдан ҡарауыл башняһы ҡала хакимиәте властары күрһәтмәһе буйынса архитектура ҡомартҡыһы статусын ала, һаҡлау һәм ваҡыты менән үҙгәртеп ҡороуһыҙ хоҡуҡтары менән. ремонтлау ҡаралған.

1990 йылдарҙан 2000 тиклем йылдарға тиклем ҡарауыл башняһы ташландыҡ хәлдә була.. Башняны бер нисә тапҡыр буяйҙар, тәртипкә килтерәләр, әммә бинаның эсе юҡҡа сығыу хәлендә була. Вандализмдан һаҡланыу өсөн башняның ишек һәм тәҙрәләрен тимер ҡалай менән бикләйҙәр. 2015 йылдың 30 мартында Төлкө тауҙа Аҫыл Урал Ҡулсаһы (Самоцветное Кольцо Урала) проекты сиктәрендә ҙур туристик объекттар төҙөү өсөн масштаблы тергеҙеү эштәре башлана. Реставрация проектында Төлкө тауында ял итеү зонаһын тулыһынса яҡшыртыу,ҡарауыл башняһына капиталь ремонт һәм тирә — яғында күҙәтеү майҙансығы төҙөү билдәләнгән.

2015 йылдың 8 авгусында Төлкө тауы тулыһынса тергеҙелгән, уның тирә - яҡ территорияһы һәм объекттары тәртипкә килтерелә, объект «Горнозаводской Урал» музей берекмәһенә тапшырыла. Тау итәгенән автопарковканан күҙәтеү башняһына тиклем йәйәүлеләр өсөн юл түшәлгән, юл буйлап бер нисә таш эскәмйә ҡуйылған. Тау түбәһендә ҡарауыл башняһы тирәләй күҙәтеү майҙансығы түшәлгән. Башняның манаралы көмбәҙен шул уҡ формала баҡыр менән алмаштырыла, шулай уҡ ҡыйығы баҡыр менән ябыла. Манараһына Тагил скульпторы Александр Иванов эшләгән флюгер, (архангел Михаил осоу рәүешендә) ҡуйылған, ишек янында Ампир стилендә портик төҙөлгән. Башня тулыһынса яңынан буялған, колонналары ағартылған, ҡыйыҡ башняһына сыҡҡан урында, бинаның икенсе ҡатында һәм ҡыңғырау урынында (өсөнсө яруста) ,XVIII быуатта төҙөгәндә үк булған боронғо Каслинскийға оҡшаш суйын ҡойма барлыҡҡа килгән. Башняға боронғо урыҫ стилендә эшләнгән суйын ишек ҡуялар. Стеналарының ике яғына боронғо фонарҙар беркетелгән. Башня янындағы майҙансыҡта, һикәлтәле ҡалҡыулыҡта, XVI быуат осорондағы боронғо пушканы ҡуйғандар. Шулай уҡ ҡарауыл башняһының интерьеры тергеҙелгән. Башняның эсендә бәләкәй генә музей экспозицияһы урынлашҡан, барлығы 13 квадрат метр. Экспозициялар ҡала тарихына арналған. Витриналарҙа горельеф ҡыңғырауҙарын, башняла төрлө дәүерҙә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең шәхси әйберҙәрен һәм XVIII быуаттағы Тагилдың ҡарауыл башняһының макетын күрергә мөмкин. Бынан тыш, ҡыйыҡҡа һәм ҡыңғырау торған урынға илтеүсе боронғо суйын бормалы баҫҡыс ремонтлана.[1].

Ҡаланың төп символын Түбәнге Тагил мэры С. К. Носов тантаналы аса. Тантаны асыуҙа өлкә, чиновниктары, ябай ҡала халҡы, Түбәнге Тагилдың православие епископы Иннокентий ҡатнаша.[2]. 8 август 2015 йылдан Төлкө тауы Аҫыл Урал Ҡулсаһы туристик маршурт объекттарҙың береһе тип һанала.

Галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә