Гоголь тыҡрығы (Таганрог)
Гоголь тыҡрығы — Таганрогтың иң йәнле сауҙа тыҡрығы. Ҡаланың үҙәк тарихи өлөшөндә урынлашҡан.
Гоголь тыҡрығы Таганрог | |
Гоголь тыҡрығы, 2013 й. | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
---|---|
Ил |
Рәсәй |
Төбәк |
Ростов өлкәһе |
Ҡала | |
Элекке исемдәре |
Йәрминкә тыҡрығы |
Оҙонлоғо |
2340 м |
картала | |
Яндекс. Картала | |
Карта Google-да |
Географияһы
үҙгәртергәПетр һәм Ломакин урамдары араһында урынлашҡан[1]. Оҙонлоғо 2340 м[2]. Йорттарға номерҙар ҡуйыу Петр урамынан башлана.
Тарихы
үҙгәртергәЙәрминкәләр тыҡрығы Н. В. Гоголь исеме менән 1909 йылда, яҙыусы тыуыуының йөҙ йыллығы хөрмәтенә аталған.
Элекке атамаһын — Йәрминкә тыҡрығы, бөгөнгө көндәге Үҙәк баҙар урынында йәрминкәләр ойошторолоу айҡанлы ала. Александр урамы менән Йәрминкә тыҡрығы мөйөшөндә, Моисеев йортонда, Антон Чеховтың атаһы П. Е. Чеховтың билдәле кибете булған[3]. Әлеге ваҡытта был йортта «Чеховтар кибете» дәүләт музейы урынлашҡан[4].
Үҙгәртеп ҡороу осоронда тыҡрыҡтың һул яғында, Үҙәк баҙар районында, бик күп һанда кибеттәр төҙөлә[5].
2015 йылда мэрия был кибеттәрҙе һүтеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был ҡарар, кибеттәрҙең тыҡрыҡтың тышҡы күренешен йәмһеҙләп тороуы һәм ҡала бюджетына бер ниндәй ҙә килем килтермәүе менән аңлатыла[6]. Тыҡрыҡты кибеттәрҙән таҙартыу артынса ҡала хакимиәте, Гоголь тыҡрығындағы боронғо йорттарҙың фасадын тәртипкә килтереү менән шөғөлләнергә ниәт итеүен иғлан итә.
Гоголь урамында урынлашҡан
үҙгәртергә- Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы (Петр урамы һәм Гоголь тыҡрығы мөйөшө)[7].
- Йәштәр һарайы (Петр урамы һәм Гоголь тыҡрығы мөйөшө).[8]
- Ҡала төҙөлөшө һәм көнкүреше музейы (Фрунзе урамы һәм Гоголь тыҡрығы мөйөшө).[9][10]
- «Йәйғор» баҙары (Фрунзе урамы һәм Гоголь тыҡрығы мөйөшө).[11]
- «Кузробот» заводы бинаһы — Таганрог Медиахолдингы : ТНТ, СТС телеканалдары, «Таганрог» һәм «Новый Взгляд» гәзиттәре — Гоголь тыҡрығы, 6.
- «Чеховтар кибете» музейы.
- Ҡаланың үҙәк баҙары.
- Хеҙмәт һөйөүсәнлек йорто, йәһүд ғаиләһенән сыҡҡан балаларҙы уҡытыу өсөн Яков Поляков нигеҙ һалған (Гоголь тыҡрығы, 114).
Һәйкәл
үҙгәртергәҠыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә- Үҙәк баҙарҙа «Һөт, бал, сало, ҡош» павильоны урынында, элек Митрофаниевский сиркәүе урынлашҡан булған, 1936 йылда һүтелгән[15].
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Киричек М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — 166 с.
- ↑ Измерение расстояния по карте Яндекс
- ↑ Кожевникова Е. А. «Лавка Чеховых» музей // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 442.
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6110062000
- ↑ Всеглядова Д. Прощание с ларьками // Таганрогская правда. — 2015. — 20 марта. — С. 1-3.
- ↑ Собств. корр. В Таганроге переулок Гоголевский очищают от ларьков // bloknot-taganrog.ru. — 2015. — 15 июля.
- ↑ Киричек М. С. Два века таганрогского парка. — Таганрог: Лукоморье, 2006. — 128 с.
- ↑ Челнокова В. Мечтай, думай, действуй в новом Дворце // Новая таганрогская газета. — 2011. — 17 сент.
- ↑ Чехова Е. Музей она любит всей душой… // Таганрогская правда. — 2014. — 21 янв.
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6110064000
- ↑ Сазонова Е. Все цвета «Радуги» // Таганрогская правда. — 2013. — 17 мая.
- ↑ Емин В. Памятник поэту Михаилу Таничу установят в Таганроге // РИА Новости. — 2013. — 13 сент.
- ↑ Собств. корр. Иосиф Кобзон планирует заложить в Таганроге памятник Михаилу Таничу // 161.ru. — 2013. — 9 сент.
- ↑ Собств. корр. Чеховские персонажи в Таганроге 2015 йыл 28 сентябрь архивланған. // mytaganrog.ru. — 2015. —10 янв.
- ↑ Гаврюшкин О. П. Отблески золотых куполов. История таганрогских церквей и захоронений христианского кладбища. — Таганрог: 1999. — 282 с.