Гнаденберг монастыры


Гнаденберг монастыры[2] (нем. Kloster Gnadenberg) — элекке ҡатын-ҡыҙҙар монастыры. Был монастырь Святой Спаситель орденына ҡараған. Монастырь емереклектәре хәҙерге көндә Баварияның Берг-бай-Ноймаркт-ин-дер-Оберпфальц (Үрге Пфальц) коммунаһы территорияһында тора. Монастырь Эйхштетт епархияһы ҡарамағында булған. Ул Святой Спаситель орденының көньяҡ Германияла 1411 йылда төҙөлгән беренсе монастыры булған. Монастырға нигеҙ 122 йылда Нойбург пфальцграфы Нойбург һәм уның ҡатыны Катарина һалған. Монастырь 1556 йылда беренсе тапҡыр тарҡалған.

Гнаденберг монастыры
Нигеҙләү датаһы 1422
Рәсем
Дәүләт Германия
Административ-территориаль берәмек Берг-Ноймаркт[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1556
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q1831112?
Мираҫ статусы Баварияла архитектура ҡомартҡыһы[d][1]
Адрес In Gnadenberg
Карта
 Гнаденберг монастыры Викимилектә

Тасуирлау һәм тарихы

үҙгәртергә

Гнаденберг монастыры Германияның көньяғында бригит монах ҡатын-ҡыҙҙарҙың беренсе монастыры була. Уға нигеҙ Нойбург пфальцграфы Иоганн һәм уның ҡатыны Катарина һала. Катарина орденды яҡшы белгән була, сөнки йәшлеген Швецияла — Вадстен монастыры янында үткәрә. 1420 йылдың 3 февралендә рим папаһы Мартин V монастырҙы төҙөүгә рөхсәт бирә. Иң беренсе булып 1430 йылда Гнаденбергҡа Флоренцияның Парадиз монастыры монахтары килә, сөнки ул саҡта монастырь ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарға тәғәйенләнгән була. Төҙөлөш тамамланғандан һуң, 1435 йылда, тәүге ҡатын-ҡыҙ монахтар ҙа бында килә. Уларҙың игуменьяһы Марибо монастырынан Анна Свенсон була.

1438 йылдың 15 июлендә ваҡытлыса сиркәүҙе Айхштетт епискобы II Альбрехт изгеләндерә. Монастырҙың ҙур сиркәүе бары тик 1451 йылда ғына төҙөлә башлай. 1451 йылдың 11 июлендә монастырь биналары изгеләндерелә. 1438 йылда монастырға бик күп ҡатын-ҡыҙ монахтар килә. 1438 йылда Мюнхендан икенсе аббатиса итеп Элизабет Книпантлин һайлана, ул 1438 −1451 йылдарҙа был вазифаһын башҡара. XV быуаттың икенсе яртыһында игуменья Элизабет Фолькенсталлер етәкселегендә (1451—1471 йылдарҙа) Гнаденберг монастыры ордендың әйҙәүсе монастырына әйләнә.

Монастырь сиркәүен төҙөүселәр бөтәһе лә Нюрнбергта тыуған кешеләр була, шул иҫәптән оҫталар Якоб Гримм, Евхарий Гасснер, Ганс Фроммиллер, Альбрехт Дюрер сиркәүҙен ҡатмарлы проектын тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индерәләр. Монастырь урындағы урта синыф яғынан ҙур матди ярҙам ала.

1524 йылда Нюрнбергта Реформация башлана. Монастыры хәле ауырлаша; 1556 йылда курфюрст Фальк Отто Генрих ваҡытында монастырь яйлап тарҡала. Монастырҙың һуңғы руханийы Бреунино Урсула була (1533—1558 йылдарҙа). 1563 йылда монастырь секулярлаштырыла, милке тартып алына. 1570 йылда монастырь таратыла. 1577 йылда уның мөлкәте һатыла йә шәхси милеккә тапшырыла (феодалға). Утыҙ йыллыҡ һуғыш барышында, 1635 йылдың 23 апрелендә, швед ғәскәрҙәре элекке сиркәүҙе һәм монастырь өлөшөн яндыра. Шунан бирле Гнаденберг монастыры емереклеккә әйләнә.

1671 йылда монастырь визитанттар орденына тапшырыла. Визитанттар бында беренсе немец бүлексәһенән — Мюнхендың Изге Анна монастырынан килә, әммә сиркәүҙе тергеҙә алмай. Бавариялағы секулярлаштырыу арҡаһында монастырь вариҫтары визитанттар ҙа таратыла. Монастырь емереклектәре шәхси милектә тора. 1898 йылда улар Бавария тарафынан һатып алына.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://geodaten.bayern.de/denkmal_static_data/externe_denkmalliste/pdf/denkmalliste_merge_373113.pdf
  2. Сергей Тихомиров, Ирина Куракина, Любовь Ванюшкина, Лариса Дмитриева. История искусств. Эпохи и образы. Учебное пособие для СПО. — Юрайт, 2000. — С. 240. — 539 с. — ISBN 9785534071658.
  • Svensk uppslagsbok, 1932 Malmö.
  • Backmund, Norbert: kleineren Bayern Die in Orden, 1974 Windberg, 34 S. ff.
  • Binder, Georg: Gnadenberg Birgittenklosters des in der Oberpfalz Geschichte. Größtenteils Quellen nach archivalischen, in: 48 Oberpfalz Regensburg und Vereins Verhandlungen des historischen für (1896), 1-112 S..
  • Ide, Richard: ehemalige Das Gnadenberg in Birgittenkloster. Breinl Josef (Hg.), Großgemeine Chronik der Berg, 1996 Berg, 175—182 S..
  • Montag, Ulrich: Das in der Birgitta oberdeutscher Schweden Überlieferung von Werk heiligen (= des deutschen Literatur Mittelalters Untersuchungen Münchener Texte zur und, Bd. 18), 1968 München.
  • Morsbach, Peter: Das in der Oberpfalz Birgittenkloster Gnadenberg. Architektur mittelalterlichen Realität und der in Vision, in: Die Oberpfalz. Ден Zeiten zwischen Mittler (= 33 Festschrift zum. Bayerischen Berching Nordgautag in), 2000 Regensburg, 95 S..
  • Nyberg, Tore: Klostergründungen des Birgittinische Mittelalters (Bibliotheca Lundesis Historica, Bd. XV), 1965 Lund.
    • Nyberg, Tore: inneren und der drei Untersuchungen Geschichte 1420—1570 Birgittenklöster Dokumente Bayerns zur (= Bd Geschichte Quellen bayerischen Erörterungen zur und. 26), München 1972/1974.
  • Wentzel, Gunnel: Birgittiner, in: zur Kunstgeschichte deutschen Reallexikon, Bd. II, Sp. 750—767.
  • Frauenknecht, Sandra: der Pfalz Europa Fürstentum Oberen im: das Gnadenberg Birgittenkloster, in: Appl, Tobias/Knedlik, Manfred: Klosterlandschaft Oberpfälzer. Die Stifte, Oberen Kollegien und der Pfalz Klöster, 2016 Regensburg (2 und der Oberpfalz Beiträge Kultur Geschichte zur), 207—213 S..

Һылтанмалар

үҙгәртергә