Гли́птика (бор. грек. γλύφω — киҫәм, уйып алам) — төҫлө аҫылташтарҙы һәм ярым аҫылташтарҙы биҙәкләү сәнғәте; таш өҫтөнән семәрләү сәнғәте [1]. Боронғо сәнғәтәрҙең береһе.

Ватикан Апостол китапханаһы музейының туй залында глиптика

Уйып киҫелгән аҫылташтар элек-электән биҙәгестәр, бетеүҙәр ролен уйнаған, мөһөр йә иһә тамға сифатында ҡулланылған. Рәсемде махсус киҫкес менән уйғандар, таш өҫлөгөн игәү менән эшкәрткәндәр, һуңынан шымартып ялтыратҡандар. Эшмәкәрлектә аҡыҡ, фирүзә, йәшмә, гәрәбә, яҡут, халцедон, мәрйән ҡабырсыгы һ.б. ташлы ҡаштарҙа эйәһенең исеме, геометрик биҙәк, үҫемлек һәм йәнлек рәсеме рәүешендәге глиптика ҡулланылған. XVIII быуатXX быуат башында яһалма таштарҙа (күберәк яндырылған балсыҡ төҫөндә) глиптика башҡарыу таралыш ала. Силикаттар ҡатнашмаһын һ.б. ҡушылмаларҙы эретү юлы менән алынган мастика, һыуынып, ҡаты халәткә кергәндән һуң тоноҡ төҫ ала һәм структураһының йомшаҡлығы менән айырылып тора, был иһә рәсемде асыҡ һәм теүәл башҡарыу мөмкинлеген бирә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа мастикаға биҙәк һәм яҙыуҙар махсус ҡалып ярҙамында төшөрөлгән.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Русско-башкирский словарь терминов и понятий по черчению (Ф.М.Бикбаев, 2008)