Глебова Надежда Николаевна

Акушер-гинеколог, профессор. Медицина фәндәре докторы

Глебова Надежда Николаевна (5 июнь 1925 йыл — 2015 йыл) — ғалим, акушер-гинеколог. Медицина фәндәре докторы (1977), профессор (1979). БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы (1972), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969)

Глебова Надежда Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Башҡорт АССР-ы
Тыуған көнө 5 июнь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны СССР
Рәсәй
Кушнаренко районы
Вафат булған көнө 2015
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө акушер, гинеколог
Ғилми исеме профессор[d] һәм медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Надежда Николаевна Глебова 1925 йылдың 5 июнендә БАССР-ҙың Өфө кантоны Топорнин ауылында, хәҙер Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Кушнаренко ауылында тыуа. 1947 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. 1950 йылдан алып БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында, 1950-1951 йылдарҙа БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бала табыуға ярҙам буйынса инспекторы булып эшләй. 1952—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында эшләй[1].

1976 йылда Надежда Николаевна медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Научные основы специализированной помощи больных при опущении и выпадении внутренних половых органов» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

8-се дауахана ҡарамағында профессор Надежда Николаевна Глебова етәкселегендә 1979 йылдың сентябрендә Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Башҡорт дәүләт медицина университеты юғары профессиональ белем биреү учреждениеһының 2-се акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы ойошторола. Кафедраны 1990 йылға тиклем етәкләй[2]. Профессор Н.Н.Глебова етәкселегендәге клиник базала яңы хирургик технологиялар индерелә. 27 медицина фәндәре кандидаты әҙерләнгән[3].

Төп эшенән тыш Надежда Николаевна «Белем» йәмғиәтенең бала тапҡандан һуңғы инфекцион ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау, енси тәрбиә биреү, енси тормош гигиенаһы проблемалары буйынса әүҙем лекторы була[4].

Н.Н.Глебова 2015 йылда Өфөлә вафат була. Көньяҡ зыяратта ерләнә.

Фәнни тикшеренеүҙәре

үҙгәртергә

Төп фәнни тикшеренеүҙәре патологик йөклөлөк, бала табыу һәм хирургик дауалауҙар кисереү менән бәйле реабилитациялау проблемаларына арналған. Н.Н.Глебова тарафынан ҡатын-ҡыҙҙың эске енси ағзалары патологияһы ваҡытында, йомшаҡ бала табыу юлдары һәм янбаш һөйәктәре йәрәхәтләнгәндә реконструктив-пластик операциялар яһау ысулдары; икенсе триместрҙа йөклөлөктө яһалма юл менән өҙөү, бала тапҡандан һуңғы инфекцияларҙы иҫкәртеү һәм дауалау ысулдары эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә[5]. Глебова Надежда Николаевна 465 фәнни хеҙмәт, 8 монография, уйлап табыуҙарға 10 патент баҫтырып сығара[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы (1972)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984)
  • СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә