Гинзбург Лидия Яковлевна
Гинзбург Лидия Яковлевна (18 март 1902 йыл — 17 июль 1990 йыл) — СССР-ҙың әҙәбиәт белгесе, яҙыусы, мемуарсы, филология фәндәре докторы (1957). СССР дәүләт премияһы лауреаты (1988)[5].
Гинзбург Лидия Яковлевна | |
рус. Лидия Яковлевна Гинзбург | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 18 март 1902[1][3][4] |
Тыуған урыны | Одесса, Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 17 июль 1990[3][4] (88 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Комарово ҡасабаһы зыяраты[d] |
Бер туғандары | Виктор Яковлевич Типот[d] |
Һөнәр төрө | яҙыусы, учёный-литературовед, мемуарист, әҙәби тәнҡитсе, историк литературы |
Уҡыу йорто | Российский институт истории искусств[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Гинзбург Лидия Яковлевна Викимилектә |
Биографияһы һәм ижады
үҙгәртергәЛидия Яковлевна Гинзбург 1902 йылдың 18 мартында Одессала инженер Яков Моисеевич Гинзбург һәм Рахиля (Раиса) Давидовна Гинзбург (ҡыҙ фамилияһы Гольденберг) ғаиләһендә тыуған; 1867—1942)[6]. Бала сағында Люся исемен йөрөтә. Режиссёр Виктор Яковлевич Типоттың апаһы. 1909 йылдың декабрендә атаһы мәрхүм булғас ағаһы — инженер-химик Гинзбург Марк Моисеевич ғаиләһендә йәшәй һәм тәрбиәләнә (?-1934).
Ленинградта сәнғәттәр тарихы институтының һүҙ факультетын тамамлай (1926), унда 1922 йылдан Борис Эйхенбаумдың уҡыусыһы була.
Йәш сағында формаль мәктәпкә яҡын була, йәш формалистар — Николай Степанов, Гофман Виктор, Николай Коварский, Вениамин Каверин һәм башҡалар даирәһендә нәшер ителә (егерменсе йылдарҙан баҫылмаған эштәре 2007 йылда баҫылып сыға[7]). Әҙәби-художестволы авангардҡа яҡынлығы менән бәйле уның һәм йәш формалистарҙың «Радикс» (1927) һәм обэриуттарҙың «Ванна Архимеда» (1929, сыҡмай) йыйынтығында берҙәм ҡатнашлығы планлаштырыла. Шәхес булараҡ 1920 йылда формалашыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала[8]. ГИИ ябылғандан һуң эшселәр факультетында уҡыта[9].
1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1940 йылда Ленинград дәүләт университетында «Творческий путь Лермонтова» монографияһы нигеҙендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Ленинград блокадаһын кисерә, әсәһен юғалта, ул 1942 йылда дистрофиянан вафат була. Ҡала радиокомитетында штатлы мөхәррир булып эшләй. Карелия-Фин университетының әҙәбиәт кафедраһы доценты (1947—1950).
1957 йылда «„Былое и думы“ Герцена» монографияһы сыға, ул ғалимдың докторлыҡ диссертацияһы нигеҙе була. «О лирике» (1964) һәм «О психологической прозе» (1971) китаптары әҙәбиәт ғилеменә байтаҡ өлөш индерә.
Шәхсән Ахматова, Маяковский, Шкловский, Эйхенбаум, Тынянов, Н. Я Мандельштамды белә һәм улар тураһында хәтирәләр ҡалдыра. Бенедиктов, Вяземский, Веневитинов һ. б. тураһында күп хеҙмәттәр авторы.
Гинзбургтың 1920—1980 йылдарҙағы мемуаристикаһы һәм ҡуйын дәфтәре тик Үҙгәртеп ҡороу осоронда ғына нәшер ителә башлай һәм әлегә тиклем тулыһынса баҫтырып сығарылмаған. Уның Н.Мандельштам, Н. Ильина, Б. Бухштаб менән хатлашыуҙары өлөшләтә баҫылып сыҡҡан.
Туғаны — яҙыусы Наталья Соколова.
Китаптары
үҙгәртергә- «Агентство Пинкертона» (1932)
- «Творческий путь Лермонтова» (1940)
- «„Былое и думы“ Герцена» (1957)
- «О лирике» (1964, 1974, 1997)
- «О психологической прозе» (1971, 1977; англ. пер. 1991)
- «О литературном герое» (1979)
- «О старом и новом» (1982)
- «Литература в поисках реальности» (1987)
- «Человек за письменным столом» (1989)
- «Претворение опыта» (1991)
- «Записные книжки» (1999)
- «Записные книжки. Воспоминания. Эссе» (2002)
- «Работы довоенного времени: Статьи. Рецензии. Монография» (2007)
- «Проходящие характеры: Проза военных лет. Записки блокадного человека». М.: Новое издательство, 2011. 600 с., ISBN 978-5-98379-143-5
«Записки блокадного человека» китабы инглиз, француз, испан, немец, нидерланд, швед телдәрендә баҫылып сыҡҡан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118003380 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Lidiya Ginzburg // Babelio (фр.) — 2007.
- ↑ 4,0 4,1 Гинзбург Лидия Яковлевна // Литераторы Санкт-Петербурга. ХХ век (урыҫ) / под ред. О. В. Богданова
- ↑ за книги «О литературном герое» и «Литература в поисках реальности»
- ↑ Emily Van Buskirk «Lydia Ginzburg’s Prose: Reality in Search of Literature»
- ↑ Книга «„Младоформалисты“. Русская проза» — купить книгу ISBN 978-5-9676-0113-9 с доставкой по почте в интернет-магазине Ozon.ru
- ↑ Ван Баскирк Э., Зорин А. Л. Гинзбург и перестройка // Новое литературное обозрение, 2012, N 116
- ↑ Галяс А. Гинзбург Лидия Яковлевна
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Canadian American Slavic Studies. Summer 1985. Vol. 16. № 2. (Lidia Ginzburg’s Contribution to Literary Criticism.)
- Кумпан Е. А. Ближний подступ к легенде. СПб.: Звезда, 2005
- Lydia Ginzburg’s Alternative Literary Identities / Ed. by Emily Van Buskirk and Andrei Zorin. Oxford: Peter Lang, 2012.
- Савицкий С. А. Частный человек. Л. Я. Гинзбург в конце 1920-х — начале 1930-х годов. СПб.: Изд-во Европейского университета, 2013. — 222 с.
- Van Buskirk, E. Lydia Ginzburg’s Prose: Reality in Search of Literature. Princeton, NJ: Princeton University Press, 2016.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мелетинский Е. М. Гинзбург, Лидия Яковлевна // Краткая литературная энциклопедия / Гл. ред. А. А. Сурков. — М. : Советская энциклопедия, 1962—1978.
- Гинзбург Лидия Яковлевна в «Журнальном зале»
- Записные книжки. Воспоминания. Эссе
- Публикации о Лидии Гинзбург в журнале «Сеанс»
- https://web.archive.org/web/20070928003839/http://www.belousenko.com/wr_GinzburgL.htm
- Лидия Яковлевна Гинзбург // Новое литературное обозрение. — 2001. — № 3 (49).
- Паперно И. Советский опыт, автобиографическое письмо и историческое сознание: Гинзбург, Герцен, Гегель // Новое литературное обозрение. 2004. № 68.
- Зорин А. Л. Проза Л. Я. Гинзбург и гуманитарная мысль XX века // Новое литературное обозрение. 2005. № 76. С. 45—68.
- Кобрин К. Р. «Человек 20-х годов». Случай Лидии Гинзбург (к постановке проблемы) // Новое литературное обозрение. 2005. № 78.
- ван Баскирк Э. «Самоотстранение» как этический и эстетический принцип в прозе Л. Я. Гинзбург // Новое литературное обозрение. 2006. № 81.
- Зорин А. Л. Лидия Гинзбург: опыт «примирения с действительностью» // Новое литературное обозрение. 2010. № 101.
- ван Баскирк Э., Зорин А. Л. Гинзбург и перестройка // Новое литературное обозрение. 2012. № 116.
- Айзенберг М. Авторизованная инструкция /о книге «Проходящие характеры»/
- Бешенковская О. Воспоминания о Лидии Гинзбург
- Тексты on line