Гинецинская Татьяна Александровна
Гинецинская Татьяна Александровна (24 декабрь 1917 йыл, Вологда — 28 сентябрь 2009 йыл, Санкт-Петербург) — СССР һәм Рәсәй зоологы, паразитолог. Биология фәндәре докторы, Санкт-Петербург дәүләт университетының умыртҡаһыҙҙар зоологияһы кафедраһы профессоры. Трематодаларҙың тормош циклын һәм төҙөлөшөн тикшереүсе, биология тарихы буйынса публикациялар авторы.
Гинецинская Татьяна Александровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 24 декабрь 1917 |
Тыуған урыны | Вологда, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 28 сентябрь 2009 (91 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй |
Хәләл ефете | Донат Владимирович Наумов[d][1] |
Һөнәр төрө | паразитолог, зоолог, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | зоология[2] һәм паразитология[2] |
Эш урыны | Санкт-Петербург дәүләт университеты[3] |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d][4] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d][4] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәТатаьяна Александровна Гинецинская 1917 йылда Вологдала танылған физиолог, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Александр Григорьевич Гинецинский (1895—1962) ғаиләһендә тыуған[5].
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ленинград дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә, бында Валентин Александрович Догель (1882—1955) етәкләгән умыртҡаһыҙҙар зоологияһы кафедраһында уҡый. 1942—1944 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Физиология институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
Күп йылдар дауамында Ленинград дәүләт университетының умыртҡаһыҙҙар зоологияһы кафедраһында уҡытыусы булып эшләй, доцент, артабан профессор вазифаһын биләй. 1944 йылдан — биология фәндәре кандидаты (диссертацияһының темаһы: «Эколого-паразитологическое исследование утиных птиц дельты Волги»), 1967 йылдан — биология фәндәре докторы (диссертацияһының темаһы: «Трематоды, их жизненный цикл, биология и эволюция»)[6].
Ғаиләһе
үҙгәртергәИре — Донат Владимирович Наумов (1921—1984), РФА Зоология институтының зоология музейы мөдире[7]. Улы — Андрей Донатович Наумов (1946), гидробиолог, диңгеҙ төбө берләшмәһе экологы, РФА Зоология институтының Аҡ диңгеҙ биология станцияһының төп ғилми хеҙмәткәре[8].
Үлеме
үҙгәртергә2009 йылдың 28 сентябрендә Санкт-Петербургта оҙаҡ ауырығандан һуң 91-се йәшендә вафат була[9].
Мәғариф һәм фәнгә индергән өлөшө
үҙгәртергәТатьяна Александровна Гинецинская паразитология өлкәһендә тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, дигенетик имгес селәүсендәрҙең морфологияһын һәм тормошон өйрәнеүҙә ҙур өлөш индерә. Аҡ диңгеҙҙең Кандалакша ҡултығына (Кандалакша ҡурсаулығы) һәм Волга дельтаһына (Астрахань ҡурсаулығы) экспедицияларҙа ҡатнаша. Бик күп уҡыусылар тәрбиәләй, 35-тән артыҡ диссертация әҙерләу менән етәкселек итә[6].
Валентин Александрович Догелдең үлгәндән һуң «Зоология беспозвоночных» дәреслегенең өс баҫмаһының редакция коллегияһы составына инә, шулай уҡ үҙенең уҡыусыһы Андрей Александрович Добровольский менән авторҙашлыҡта (1968) ике томлыҡ «Частная паразитология» уҡыу әсбабын яҙа.
Ҡайһы бер баҫмалары
үҙгәртергә- Гинецинская Т. А. Трематоды, их жизненные циклы, биология и эволюция. — Л. : Наука, 1968. — 411 с.
- Гинецинская Т. А., Добровольский А. А. Частная паразитология: учебное пособие для биологических специальностей вузов, в 2 томах. — М. : Высшая школа, 1978.
- Гинецинская Т. А., Добровольский А. А. Свободноживущие и паразитические беспозвоночные. — Л. : ЛГУ, 1983.
Награда һәм премиялары
үҙгәртергә- А. О. Ковалевский исемендәге премия (1983) — «Онто- и филогенез трематод» эштәре циклы өсөн.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Дунаева Ю. А. Человек с высоким КПД: воспоминания о Донате Владимировиче Наумове, A high performance person: Recollections about Donat Vladimirovich Naumov (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2022. — Т. 14, вып. 3. — С. 139—142. — ISSN 2076-8176; 2500-1221 — doi:10.24412/2076-8176-2022-3-139-142
- ↑ 2,0 2,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Забытое интервью: беседа с Надеждой Станиславовной Гаевской, Forgotten Conversation: An Interview with Nadejda Gaevskaya (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2013. — Т. 5, вып. 2. — С. 89—105. — ISSN 2076-8176; 2500-1221
- ↑ 4,0 4,1 Фокин С. И. Бег времени неумолимый. Юрий Иванович Полянский (1904–1993) глазами ученика, коллеги, историка науки, Relentless flight of time. Yury Ivanovich Poljansky (1904–1993) by eyes of the pupil, colleague, historian of science (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2019. — Т. 11, вып. 4. — С. 9—45. — ISSN 2076-8176; 2500-1221 — doi:10.24411/2076-8176-2019-14000
- ↑ Гинецинская Татьяна Александровна . Архив Российской академии наук. Санкт-Петербургский филиал. Дата обращения: 30 июнь 2020.
- ↑ 6,0 6,1 Список квалификационных работ, хранящихся на кафедре зоологии беспозвоночных СПбГУ . Санкт-Петербургский государственный университет. Дата обращения: 30 июнь 2020.
- ↑ Интервью с А. А. Добровольским . Санкт-Петербургский государственный университет (5 июнь 2017). Дата обращения: 30 июнь 2020.
- ↑ Андрей Донатович Наумов . Беломорская биологическая станция ЗИН РАН. Дата обращения: 30 июнь 2020.
- ↑ Татьяна Александровна Гинецинская . Кафедра зоологии беспозвоночных ЛГУ. Дата обращения: 30 июнь 2020.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Именной указатель . Литторины на литорали. История биологических стационаров Белого и Баренцева моря. Дата обращения: 30 июнь 2020.