Кандалакша ҡултығы
Кандалакша ҡултығы ( карел. Kandalakši, Kandalahti — туранан тура тәржемәһе «Канда йылғаһы ҡултығы »[1]) — Аҡ диңгеҙҙең дүрт эре ҡултыҡтарының береһе (Двинская губа, Онежская губа һәм Мезенская губа менән бер рәттән). Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышында Мурманск өлкәһендә һәм Карелия Республикаһында урынлашҡан. Кольск ярымутрауының көньяҡ ярҙарын йыуа.
Кандалакшский залив | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Юғарылағы акватория | Белое море |
Ил | |
Кандалакша ҡултығы Викимилектә |
Ҡултыҡта шхер тибындағы йөҙҙәрсә ваҡ утрау бар. Көнбайыш осонда һыу тәрәнлеге 300 метрға етә.Эске өлөшөндә һыу һай.
Аҡ диңгеҙҙәге был урындар ғәҙәти гага өйрәгенең күпләп оя ҡороусы популяцияһының, башҡа һыуҙа йөҙөүсе һәм яр буйы ҡоштарының, күгәл өйрәктәрҙең, сумғалаҡтарҙың, беле өйрәктәрҙең төләү, оялау урыны, шулай уҡ күсер ҡоштарҙың туҡтап ял итә торған ере. Ҡултыҡ акваторияһында Кандалакша ҡурсаулығы урынлашҡан.
Ҡултыҡтың төньяҡ-көнбайыш осонда, Лупчи губа ярында Ҡандракша ҡалаһы урынлашҡан.
Ҡултыҡтағы иң ҙур утрауҙар.— Ряшков, Олений, Волей, Великий, Сидоров, Кереть һәм Пежостров
1976 йылда ҡултыҡ Халыҡ-ара әһәмиәттәге һыу-һаҙлыҡ биләмәләре исемлегенә индерелә.
Иллюстрация
үҙгәртергә-
Кандалакша ҡултығының яры
-
Кандалакша ҡултығы , Александр Борисов картинаһы , 1896 йылда
Карта
үҙгәртергә-
NQ 35-7
-
NQ 35-8