1960-сы йылдарҙа хеҙмәт миграцияһы һәм 1970 йылдан сәйәси ҡасаҡтарҙың бер нисә тулҡыны арҡаһында, мосолмандар Германияла һиҙелерлек дини төркөм булып китә[1]. 2011 йылда уҙғарылған рәсми халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Германия халҡының 1,9 % — ы (яҡынса 1,5 млн кеше) үҙҙәрен мосолман тип иғлан иткән. Бәлки, халыҡ һанын алыуҙа мосолмандар һаны кәмерәк күрһәтелгәндер, сөнки күп кенә респонденттар үҙ динен күрһәтмәгән булыуы ихтимал[2].2009 йылда алынған баһалар Германияла 4,3 миллион мосолман (халыҡтың 5,4 %) булыуын күрһәтә[3]. Шуларҙың 1,9 миллионы — Германия граждандары (2.4 %). Немец статистика агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2005 йылда Германияла яңы тыуған бөтә сабыйҙарҙың 9,1 проценты мосолман ата-әсәнән донъяға килгән[4]

Германияла ислам
Дәүләт  Германия
 Германияла ислам Викимилектә
Вюнсдорф мәсете, Халбмондлагер хәрби әсирҙәр лагерында—Германияла тәүге мәсет, 1915 йылда төҙөтөлә һәм 1925-26 емертелә.

Демография үҙгәртергә

Германияла мосолмандарҙың күбеһе төрөк сығышлы (63.2 %)[5], ҙур булмаған төркөмдәр шулай уҡ Пакистандан, элекке Югославия илдәренән, ғәрәп илдәренән, Иран һәм Афғанстандан килгән мосолмандарҙан тора. Мосолмандарҙың күбеһе Берлинда һәм элекке Көнбайыш Германияның ҙур ҡалаларында йәшәй. Әммә, Европаның башҡа илдәренең күбеһенән айырмалы рәүештә, Германияның ҡайһы бер ауыл төбәктәрендә, айырыуса Баден-Вюртемберг, Һессен, Түбәнге Бавария һәм Төньяҡ Рейн-Вестфалияла күп кенә мосолман ойошмалары бар. Элекке Көнсығыш Германияла 1989 йылға тиклем хеҙмәт миграцияһы булмауы арҡаһында мосолмандар аҙ. Германияла мосолмандарҙың күбеһе — сөнниҙәр (75 %), шулай уҡ шиғыйҙар (7 %), әхмәҙиәселәр йәмәғәттәре бар[6].

Тарихы үҙгәртергә

Тәүге мосолмандар Германияға XVIII быуатта Германия һәм Ғосман империяһы араһында дипломатик, хәрби һәм иҡтисади мөнәсәбәттәр сиктәрендә килгән[7]. Ун һигеҙенсе быуат башында 20 мосолман һалдат Пруссияла Фридрих Вильгельм I ғәскәрендә хеҙмәт иткән. 1745 йылда король Фридрих II прус армияһында башлыса босняк, албан һәм татарҙарҙан торған мосолман подразделениеһы барлыҡҡа килтерә. 1760 йылда 1000-гә яҡын босняктан торған корпус булдырылған[8].

1798 йылда Берлинда мосолман зыяраты булдырыла. Хәҙерге ваҡытта 1866 йылда булдырылған мосолман зыяраты эшләй[9]

1932 йылда Бөтә донъя ислам конгресының Немец секцияһы һәм Ислам коллоквиумы Германияла балалар өсөн тәүге ислами белем биреү учреждениеһы ойоштора.

1942 йылда Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Ислам институты (Маахад-әл Ислям) нигеҙләнгән, хәҙерге ваҡытта Германияның Ислам Үҙәк Архив Институты булараҡ билдәле (Zentrastitut Ilam-Archiv-Deutschland).

1961 йылда Көнбайыш Германия властары тарафынан сит ил эшселәре (гастарбайтерҙар) саҡырылған, уларҙың күпселеге Көньяҡ-Көнсығыш Анатолияның (Төркиә) ауыл төбәктәренән килә. Уларҙы ҡайһы берҙә этник немецтар эсендәге параллель берләшмә тип тә атайҙар[10]

Ислам ағымдары үҙгәртергә

 
Эссендағы мәсет.
 
Берлин Хәҙисә (Хәдиджә) мәсете.
 
Кельндәге Үҙәк Мәсет

Германиялағы мосолмандар төрлө мосолман ағымдарына, мәҙһәбтәргә ҡарай (яҡынса мәғлүмәттәр):

  • Сөнниҙәр 2,640,000[6][11]
  • Әлеүиҙәр 500,000
  • Шиғый-имамиҙар 225,500
  • Алауиҙар 70,000
  • Әхмәҙиҙәр 35,000[12]
  • Суфыйҙар 10,000
  • Исмәғилиҙәр 1,900
  • Зәйдиҙәр 800
  • Ғибәҙиҙәр 270
  • Лахор әхмәҙиҙәре 60[13]

Ислам ойошмалары үҙгәртергә

Германияла йәшәүсе мосолмандарҙың бәләкәй өлөшө дини ойошмалар ағзалары булып тора. Уларҙың күп һанлылары:

  • Төрөк-Ислам Дин эштәре буйынса комитеттары союзы (Türkisch-Islamische Union der Anstalt für Religion, Diyanet İşleri Türk İslam Birliği, DİTİB) — төрөк дин эштәре буйынса комитеттың немец филиалы (Diyanet İşleri Başkanlığı), штаб-фатиры Кёльндә.
  • Milli Görüş ислам общинаһы (Islamische Gemeinschaft Millî Görüş, İslâm Toplumu Millî Görüş)— төрөк Partisi Saadet партияһына яҡын ойошма, штаб-фатиры Керпендә.
  • Йәмәғәт ән-Нур Ислам общинаһы (Gemeinschaft Islamische Jama' at-un Nur) — Сәйет Нурсиҙың «Рисалә-и Нур» немец йәмғиәте филиалы.
  • Германияла ислам йәмәғәте (Islamische Gemeinschaft in Deutschland) — Мосолман ҡәрҙәштәр ойошмаһына яҡын ғәрәп мосолман ойошмаһы (Франкфурт).
  • Германияның Әхмәҙиә мосолман йәмәғәте (Ahmadiyya Muslim Jamaat Deutschland) — Бөтә донъя Әхмәҙиә мосолман йәмәғәтенең немец бүлеге[14].

Бынан тыш, һанап үтелгән ойошмаларҙың береһенә лә инмәгән урындағы ойошмалар ҙа бар. 2002 йылда Хизб үт-Тәһрир әл-Ислами ойошмаһы һәм Хәлифат Дәүләте ойошмалары тыйылған, һуңғыһын Кемалеттин Каплан ойошторған булған, һуңғараҡ уның улы Мәтин Каплан етәкселек иткән. Тыйылыу сәбәбе — уларҙың программалары Германия Конституцияһына ҡаршы килә.

Тәнҡит һәм проблемалары үҙгәртергә

Мәсеттәр төҙөү урындағы халыҡтың тәнҡитенә дусар була. Мәҫәлән, мосолмандарҙың Кёльн ҡалаһында Үҙәк мәсет төҙөү пландары арҡаһында 2007 йылда ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килә[15].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. "Rauf Ceylan: Muslims in Germany: Religious and Political Challenges and Perspectives in the Diaspora,
  2. Census reveals German population lower than thought. BBC News. Дата обращения: 31 май 2013.
  3. Studie: Deutlich mehr Muslime in Deutschland | Deutschland | DW.COM | 23.06.2009
  4. Frank Gesemann.
  5. Germany. Berkley Center for Religion, Peace, and World Affairs. Дата обращения: 29 декабрь 2011. Архивировано из оригинала 12 октябрь 2013 года. 2013 йыл 12 октябрь архивланған.
  6. 6,0 6,1 «Mitgliederzahlen: Islam», in: Religionswissenschaftlicher Medien- und Informationsdienst|Religionswissenschaftliche Medien- und Informationsdienst e.
  7. State Policies Towards Muslim Minorities. 2007 йыл 19 ноябрь архивланған.
  8. Frederick the Great’s Army Albert Seaton.
  9. Islamischer Friedhof am Columbiadamm
  10. "Rauf Ceylan: Immigration and Socio-Spatial Segregation — Opportunities and Risks of Ethnic Self-Organisation,
  11. «Anzahl der Muslime in Deutschland nach Glaubensrichtung im Jahr 2015* (in 1.000)», in: Statista GmbH, Retrieved 27 January 2016
  12. «Was ist „Ahmadiyyat“?», in: Ahmadiyya Muslim Jamaat Germany Website, Retrieved 27 January 2016
  13. Der Tagesspiegel: Moschee in Wilmersdorf: Mit Kuppel komplett, 29 August 2001, Retrieved 27 January 2016
  14. Ahmadiyya Muslim Mosques Around the World, pg. 44
  15. Germany. Berkley Center for Religion, Peace, and World Affairs. Дата обращения: 29 декабрь 2011. 2013 йыл 12 октябрь архивланған. See drop-down essay on «Religious Freedom in Germany»