Герберц-1 руднигы
«Герберц-1» руднигы (шулай яҙығыҙ «Гербертц-1» тип яҙылғаны ла осрай) — XIX быуат аҙағы − ХХ быуат башында Рәсәй тимер мәғдәне ятҡылығы. Был ятҡылыҡ Питкярантаның (Бөйөк Финляндия кенәзлеге территторияһында) "Яңы мәғдән яланы"составында торған була. Баштан алып был урында ҡурғаш һәм баҡыр эшкәртәләр, әммә был мәғдән элементтары запасы әҙәйгәс, 1890 йылда бында магнетит мәғдән эшкәртнргә дусар булалар, бының өсөн «Ладога» акционерҙар йәмғиәте шахта һала һәм уға, ойоштороусыларҙың береһенең исеме бирелә. Рудник 1903 йылдағы иҡтисади көрсөккә тиклем эшләгән һәм ул 31 345 тонна магнетит сығарған. Хәҙерге ваҡытта элекке шахта урындары ҡомартҡы булып, ә ҡалдыҡтары Карелия республикаһының мәҙәни мираҫ объекты булып тора.
Герберц-1 руднигы | |
Нигеҙләү датаһы | 1896 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Питкярантское городское поселение[d] |
Продукция | железная руда[d] |
Дата официального закрытия | 1903 |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Питкярантский район[d] |
Мираҫ статусы | выявленный объект культурного наследия России[d][1] |
Указания, как добраться | 500 м по дороге в сторону оз.Ниетъярви от развилки дорог на Хепунваара и Ниетъярви, в 50 м от дороги |
Герберц-1 руднигы Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәТөньяҡ Ладога буйы баҡыр рудниктары XVIII быуат аҙағынан алып билдәле була. XIX быуат уртаһында Питкяранта шахтаһында аҡ ҡурғаш табыла, был табыш Питкяранта ер аҫтын үҙләштереүҙе активлаштырыуға булышлыҡ итә. Бында баҡыр иретеү һәм аҡ ҡурғаш-байыҡтырыу фабрикалары төҙөлә. Әммә 1890-сы йылдарҙа баҡыр һәм аҡ ҡурғаш етештереү төшөмһөҙгә әйләнә. Питкярантаның «Иҫке мәғдән яланы» шахталары аҡ ҡурғаш һәм баҡыр запастарын сарыф итеп бөтөргән һәм тимер мәғдәнен табырға йүнәләләр. 1896 йылда фин геологы Отто Трюстедт[fi] магнит разведкалау эштәрен үткәреү барышында Питкярантанан төньяҡта һәм көнсығышта ике яңы мәғдән ятҡылығын таба: «Яңы» һәм Хопунваара яландарын. Ошо ваҡытта Питкярантаның заводы һәм рудниктары АО «Ладога»ның мөлкәтенә әйләнә. Предприятиеның ойоштороусы предприятиелары булып Б. Герберц (B. Herberz) һәм А. Шварц (A. Schwartz) тора. Яңы асылған мәғдән яландарында магнетит табыу шахталары һалына, бер шахта предприятие ойоштороусыларҙың береһе хөрмәтенә уның исеме менән атала[2].
«Герберц-1» руднигында ике вертикаль шахта олоно булдырыла: «көнбайыш» олондоң тәрәнлеге 36 м һәм «көнсығыш» олондоң тәрәнлеге 57 м. Олондар ауыҙы араһы — 33 м. Олондар горизонталь тоннель (квершлаг)менән ер аҫтында 20 метр тәрәнлегендә үҙ-ара тоташҡан. Шахта өс кимәлдән торған штректарҙан тора, улар «көнсығыш» олононан «көнсығыш» олон яғына йәйрәп ята: үрге штректың тәрәнлеге 20 м, горизонтҡа һуҙылған оҙонлоғо 95 м, урта штректың тәрәнлеге — 30 м, горизонтҡа һуҙылған оҙонлоғо 75 м һәм түбәнге штректың тәрәнлеге 40 м, ә горизонтҡа һуҙылған оҙонлоғо 36 м. Шахтаның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге үрге һәм урта штректар горизонтта 20 м тирәһе камера яһаған, уның бейеклеге 10 м. Горизонттар араһында, төп олондан тыш, 2,5 метр киңлектәге шахта ҡоҙоҡтары булдырылған[3][4].
Шахтанан алыҫ түгел урында ҙур булмаған байыҡтырыу фабрикаһы төҙөлөп, унда мәғдәнде сит ҡушылмаларҙан магнит сепарацияһы ысулы менән таҙарталар. Ошо уҡ фабрикаға Хопунваара рудниктарынан сеймал килтерелә, улар фабрика менән аҫылмалы тимер юл менән бәйле булған. Фабрика шулай уҡ аҫылмалы тимер юл менән Юляристи тимер байыҡтырыу фабрикалары бәйле булған. Байыҡтырылғандан һуң тимер концентраты Маасууни (Масуки) домна мейестәренә ебәрелгән[5][6].
1903 йылда Питкяранта рудниктарын һәм заводтарын Рәсәй империяһының Дәүләт банкыһы һатып ала, әммә был ваҡытта илдә иҡтисади көрсөк башланып китә, шунлыҡтан төрлө завод һәм рудниктар ябыла, шул иҫәптән «Герберц-1» руднигын да ябырға тура килә[5]. Был ваҡыттағы бөтә эш барышында «Герберц-1» руднигы 31 345 тонн тимер мәғдәне (магнетит) таба[7].
1920 йылдар аҙағында Питкярантала тау эштәре тулыһынса туҡтатыла, был бигерәк тә ағас күмеренең аҙ булыуы менән бәйле, сөнки урман ерҙәренең күп өлөшөндә целлюлоза-ҡағыҙ һәм ағас бысыу завотары булған. 1934—1938 йылдарҙа фин геологтары Питкяранта мәғдән яландарының тәрән горизонтын баһалау эштәрен алып бара, әммә һуғыш (башта «ҡышҡы», ә һуңынан Бөйөк Ватан) башланыу арҡаһында Питкярантаның мәғдән сәнәғәтен тергеҙеүгә ҡамасаулай. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Питкяранта рудниктары һәм заводтары тулыһынса ябыла[5].
2013 йылдың 25 авгусынан Карелия Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы бойороғона ярашлы «Гербертц-1» руднигы дәүләт һаҡлауы аҫтына мәҙәни мираҫ объекты булараҡ ҡуйылған[8][9].
Тасуирлама
үҙгәртергәТышҡы видеофайлдар | |
---|---|
Шахты Карелии: Погружение в шахты Гербертц-1 и Люппико-1 в Карелии |
Рудник Питкярантаның Горький урамынан 1,5 км алыҫлыҡта, Хопунваара юлының Ниетъярви күленә айырылып киткән еренән 500 м алыҫлыҡта урынлашҡан.
Әлеге ваҡытта «Герберц-1» руднигы урынында ике: «көнбайыш» һәм «көнсығыш» — шахтаның да олоно һаҡланған. «Көнбайыш» шахтаның тамағы емерелгән һәм тәрән соҡорға әйләнгән. «Көнсығыш» тамағынан шахтаны нығытып тотҡан таяу ағастары ҡалдыҡтары күренә. Шахтаның ике олоно ла һыу менән күмелгән. Шул тирәлә торған байыҡтырыу фабрикаһының нигеҙе ҡалдыҡтары ла һаҡланған[10].
Шахтаның янында эшкәртелгән матдәләр тупланған ике тау бар: уларҙың береһе конус һәм икенсеһе тараҡ теше формаһында (һуңғыһының формаһы стеналарының терәү бүрәнә ләренә бәйле), ул матдәләр араһындамагнетит, сфалерит-марматит, галенит, флюорит, кальцит һәм башҡа минералдар[6], шулай уҡ скарна һәм ике төр мәрмәр осрай[11]. XХ быуаттың беренсе яртыһында фин геологы П Эскол «Герберц-1» руднигында бындай скарндарҙа бик һирәк осрай торған флюоборит[en][12] тапҡан.
2011 һәм 2012 йылдарҙа рудниктың «көнсығыш» олонона спелеодайвер И. А. Козлов төшкән: ул үрге горизонталь штректы һәм ер аҫты горизонтының залын тикшергән.
Рудник биләмәһе техноген-тәбиғәт комплексын барлыҡҡа килтерә, ул дәүләт һаҡлауы аҫтына күренекле урын булараҡ төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статуслы һәйкәлдәрҙең береһе итеп алынған[8][9].
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Приказ Министерства культуры Республики Карелия № 391 от 28.08.2013
- ↑ Борисов, 2009, с. 7−8
- ↑ 3,0 3,1 Trüstedt, 1907, Taf. XIX
- ↑ Борисов, 2019
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Борисов, 2009
- ↑ 6,0 6,1 Булах, Франк−Каменецкий, 1961
- ↑ Trüstedt, 1907
- ↑ 8,0 8,1 Приказ № 391, 2013
- ↑ 9,0 9,1 Список ОКН Питкярантского ГП, 2020
- ↑ Борисов, Ильин, 2007, с. 45−46
- ↑ Борисов, Ильин, 2007
- ↑ Eskola, Juurinen, 1952
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Trüstedt O.[fi]. Die Erzlagerstätten von Pitkäranta am Ladoga-See : [нем.] // Bulletin de la Commission Géologique de Finlande. — Helsingfors : Frenckellska tryckeri Ab, 1907. — Vol. 19. — 333 p.
- Eskola P. Fluoborite from Pitkäranta : [англ.] // Bulletin de la Commission Géologique de Finlande. — Helsinki : Valtioneuvoston kirjapaino, 1952. — Vol. 157.
- Булах А. Г. Геологическая экскурсия в окрестности Питкяранты. — Петрозаводск : Госиздат КАССР, 1961.
- Борисов И. Питкярантские рудники и заводы. — Изд. 2-е, испр. и доп. — Сортавала, 2007.
- Борисов И. В. История горного дела Северного Приладожья (XVII в. — 1939 г.). — Сортавала : Сортавальский полиграф, 2009.
- Рощин А. Геологическая экскурсия в окрестности Питкяранты // Сокровища исследовательского туризма. — [cop. 2012–2017].
- Приказ от 28 августа 2013 года № 391. — Петрозаводск, 2013.
- Борисов И. В. Памятник горно-индустриального наследия «Рудник “Герберц-1”» // Путешествия вокруг Ладоги – путеводитель по достопримечательностям Ленинградской области и Карелии. — 2019.
- Список объектов культурного наследия (памятников истории и культуры), находящихся на территории Питкярантского городского поселения Питкярантского муниципального района. — Петрозаводск, 2020.