Гептнер Владимир Георгиевич

Владимир Георгиевич Гептнер (22 июнь 1901 йыл; Мәскәү, Рәсәй империяһы — 5 август 1975 йыл) — совет ғалим-зоологы, Урта Азия фаунаһын өйрәнеүсе. Биология фәндәре докторы (1936), доцент, профессор (1934). 1934—1975 йылда Мәскәү дәүләт университетының умыртҡалылар зоологияһы кафедраһы профессоры.

Гептнер Владимир Георгиевич
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 22 июнь 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 5 август 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө зоолог, териолог
Эшмәкәрлек төрө зоология[2]
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто Мәскәү университетының физика-математика факультеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Аспиранттар Виктор Николаевич Орлов[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

1901 йылдың 22 июнендә Мәскәүҙә[3] бухгалтер Георгий (Георг-Юлиус) Андреевич Гептнер (1867—1935) ғаиләһендә тыуған. Әсәһе — Валерия (Валерия-Цецилия) Августиновна (1876—?), тыумыштан Ковалевская, лютеран, немец-поляк сығышлы, Познань янындағы Каратошин ҡалаһынан. Ата-әсәһе 1896 йылда өйләнешә, ғаиләлә 5 бала була[4].

1909 йылда Швейцария реформатор мәктәп-гимназияһына уҡырға инә, уны 1919 йылда тамамлай. Һуңыраҡ Мәскәү университетының физика-математика факультетының тәбиғи бүлегенә уҡырға инә[3]. 1922 йылда сығарылыш имтихандарын тапшыра.

1922 йылда СССР-ҙа беренсе һунар курстары тыңлаусыһы була[3].

1924 йылда үҙенең тәүге баҫма хеҙмәтен баҫтырып сығара (тәбиғәтте һаҡлау буйынса мәҡәлә)[3].

1925 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң билдәле зоологтар — С. И. Огневҡа[3] һәм Г. А. Кожевниковҡа аспирантураға уҡырға инә. Уны 1929 йылда тамамлай, доцент булып китә; киләһе йылынан «Систематика позвоночных» курсын уҡый башлай.

1929 йылда Мәскәү дәүләт университетының Зоология музейының умыртҡалы хайуандар коллекцияһын һаҡлаусы ғалим булып китә[3]. 1932—1950 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының Зоология музейының һөтимәрҙәр бүлеге мөдире булып эшләй[3] ә һуңғараҡ фәнни консультант булып ҡала.

1933 йылдың 16 февралендә ҡулға алына һәм 22 мартта РСФСР Енәйәт кодексының 58-11-се статьяһына ярашлы 3 йылға төрмәгә ебәрелә. Хөкөм язаһын Сиблагтың Мариинск һәм Новосибирск лагерҙарында үтә. 1933 йылдың 9 июлендә ваҡытынан алда иреккә сығарыла.

1938 йылдан Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең һөтимәрҙәрҙе һаҡлау секцияһы рәйесе урынбаҫары, 1943 йылдан — рәйесе.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Төп ғилми хеҙмәттәре һөтимәрҙәр систематикаһына, морфологияһына, эволюцияһына, биологияһына һәм уларҙың ауыл хужалығындағы әһәмиәтенә арналған. Гептнер Урта Азияның ҡырағай хайуандарын өйрәнеү менән шөғөлләнә, уның исеме менән 20-нән ашыу төр хайуан атала (мәҫәлән, Гептнер ялманы).

- Ҡатыны — Руднева Нина Сергеевна (1905, Дишлагар, Дағстан — ?), генерал С. И. Рудневтың ҡыҙы, 1930 йылда кейәүгә сыҡҡанға тиклем Ашхабадтың төрлө учреждениеларында машинистка булып эшләй[4].

-- Улы — Гептнер Михаил Владимирович (1940—2002), биология фәндәре кандидаты, умыртҡаһыҙҙар зоологы, ҡыҫала һымаҡтар систематигы һәм зоогеографы[5]. - Ағайы — Александр (1898—1900)[4]

- Ҡустыһы — Георгий (1905—1951)[6], осоусы, ауыр транспорт самолеттарын йөрөтә, һуғыш башында ҡулға алына, Норильск лагерында була[4][7].

- Ҡустыһы — Эрик (1907—1944)[4] - Һеңлеһе — Галина (1915—1976)[4]

Төп ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Гептнер В. Г. Общая зоогеография : 140 рисунков в тексте / В. Г. Гептнер. — Москва ; Ленинград: Государственное издательство биологической и медицинской литературы, 1936. — 548 с.
  • Млекопитающие Советского Союза, — Москва, 1961—1976.
  • Гептнер В. Г. Корсак. — М.: ВНЕШТОРГИЗДАТ, 1932. — 26 с. — 5000 экз.
  • профессор В. Г. Гептнер. Замечательный орнитолог и охотовед // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 3, 1974. стр.12-14 (тезисы доклада о С. А. Бутурлине)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Чешская национальная авторитетная база данных
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 В. Соколов. Владимир Георгиевич Гептнер (к 70-летию со дня рождения) // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 6, 1971. стр.18-19
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Гептнер М. В. Владимир Георгиевич Гептнер (22 июня 1901 — 5 июля 1975) Краткий очерк жизни. // Соколов В. Е., Арсеньев В. А. 1994. Млекопитающие России и сопредельных регионов. Усатые киты. М.: Наука. 4-12 с.
  5. Любарский Г. Ю. История Зоологического музея МГУ. Идеи, люди, структуры. М.: КМК, 2009. 744 с.
  6. Ю. (Юрий?) Г. Гептнер, принимал участие в экспедиции Дагнаркомпроса в 1926 г. — Гептнер В. Г., Формозов А. Н., 1941. Млекопитающие Дагестана. Сб, трудов Гос. зоол. музея с. 3-74.
  7. Приговорён 20 марта 1942 г. к мобилизации в трудармию, Тюменский РВК, убыл в Норильлаг