Гатчина (музей-ҡурсаулыҡ)

«Гатчина» дәүләт художество-архитектура һарай-парк музей-ҡурсаулығы (ГМЗ)Ленинград өлкәһенең Гатчина ҡалаһында урынлашҡан музей-ҡурсаулыҡ

Гатчина
Нигеҙләү датаһы 1918
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Гатчина
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Ленинградская область/Гатчина (часть 1)[d]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] һәм объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Майҙан 403,7 гектар
Рәсми сайт gatchinapalace.ru
Указания, как добраться Дворцовый парк
Страница учреждения на Викискладе Gatchina museum-preserve
Карта
 Гатчина Викимилектә

Музей-ҡурсаулыҡ 146 гектар майҙанды биләй[2].

2004 йылда музей-ҡурсаулыҡҡа 150 мең кеше килә[3].

1765 йылда Гатчина утарын Екатерина II һатып ала һәм һарай түңкәрелешендә ҡатнашыуы өсөн рәхмәт йөҙөнән генерал-фельдцейхмейстер граф Г. Г. Орловҡа бүләк итә (һөҙөмтәлә Екатерина императрица була). Был осорҙан Гатчинала һарай-парк ансамбле тарихы башлана.

Баш архитектор булып Антонио Ринальди тора. Уның проекты буйынса Ҙур Гатчина Һарайы төҙөлә, ул рус усадьбаһы, инглиз һунар замогы элементтарын үҙ эсенә ала. «Инглиз юҫығында» парк ойошторола, ул шул ваҡыттағы парк сәнғәте ҡаҙаныштарына тап килә. Рус парк төҙөү тарихында был беренсе пейзаж паркы була. Паркта яһалма утрауҙар барлыҡҡа килә, Бөркөт колонналары һәм Чесма обелискы, һарайҙан паркҡа ер аҫты юлы үткәрелә. Бөтә күперҙәр ағастан була. Шулай уҡ һунар итеү өсөн ҙур Зверинец планлаштырыла.

Граф Орлов вафат булғандан һуң 1783 йылда Екатерина II уның вариҫтарынан Гатчина поместьеһын һатып ала һәм улы Павел Беренсегә бүләк итә. Төп архитекторы Винченцо Бренна була. Баҡса оҫтаһы Джеймс Гекет даими баҡса, Сильвия паркын планлаштыра. Мөхәббәт утрауында Венера павильоны төҙөлә, ә унан алыҫ түгел — Ҡайын өй һәм «Битлек» порталы. Паркҡа инеү урындарында Ҡайын, Адмиралтейский, Зверинский һәм Сильвия ҡапҡалары ҡуйыла. Шулай уҡө урман оранжереяһы, ферма, Бөркөт павильоны һәм башҡа ҡоролмалар төҙөлә. 1795 йылда Ҙур Гатчина һарайын үҙгәртеп ҡороу башлана, ә 1798 йылда архитектор Н. А. Львов проекты буйынса Приорат һарайы төҙөлә. Архитектор А.Д.Захаров проекттары буйынса Көмрө күпер, Һалҡын ванна, Кетәк төҙөлә.

1828 йылда Николай I Гатчинаны Ҡыҙыл Ауылда яҙғы һәм көҙгө маневрҙар өсөн штаб-фатир итеп ҡуллана. Ә 1844 йылда архитектор Р. И. Кузьмин проекты буйынса Ҙур Гатчина һарайын үҙгәртеп ҡороу башлана.

1918 йылдың 19 майында Ҙур Гатчина Һарайына килеүселәр өсөн музей булараҡ асыла.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һарай-парк ансамбле ныҡ зыян күрә. Һарай һәм павильондар емерелә, парктар ҡырҡыла.

Һуғыш бөткәндән һуң паркты тергеҙеү эштәре башлана. Күп парк ҡоролмалары тергеҙелә. Һарайҙы тергеҙеү буйынса эштәр башлана, әммә уларҙы реставрациялау характерына эйә булмай, ә биналарҙы файҙаланыу мөмкинлеген бирә торған саралар менән генә сикләнә. Реставрация эштәре 1976 йылда ғына башлана, ә беренсе залдар халыҡ өсөн 1985 йылда асыла

1980 йылдар аҙағында Кетәк павильоны янғындан шаҡтай зыян күрә, ә 1993 йылда Адмиралтейство парк ҡоролмаһы яна.

Хәҙерге заман

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта Һарайҙа реставрация эштәре дауам итә. 2009—2010 йылда парктың үҙәк өлөшөндә күперҙәр тергеҙелә, шулай уҡ реставрациянан һуң, Венера павильоны асыла. 2015 йылда Бөркөт бағанаһы тергеҙелә.

2019 йылда музей-ҡурсаулыҡҡа Зверинец паркы тапшырыла.

Структураһы

үҙгәртергә

Һарайҙар

үҙгәртергә
  • Һарай паркы
  • Сильвия
  • Зверинец.

Парк ҡоролмалары

үҙгәртергә
  • Абрамов Л.К. Новые материалы о работах В. И. Баженова в Гатчине. //Абрамов Л.К. Проблема изучения наследия русской архитектуры и современные задачи проектно-восстановительных работ по дворцу и паркам Гатчины. Ленинград, 1951.[4][5]
  • Абрамов Л.К. Проблема изучения наследия русской архитектуры и современные задачи проектно-восстановительных работ по дворцу и паркам Гатчины. Автореферат канд. дисс. Ленинград, 1951.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 540-012
рус.англ.фр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә