Ҡайын өй һәм «Битлек» порталы
Ҡайын өй һәм «Битлек» порталы — XVIII быуат аҙағында Гатчина Һарай паркында төҙөлгән берҙәм ансамбль.
Ҡайын өй һәм «Битлек» порталы | |
Нигеҙләү датаһы | 1780 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Гатчина |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Ленинградская область/Гатчина (часть 1)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Дворцовый парк, восточная часть |
Ҡайын өй һәм «Битлек» порталы Викимилектә |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәПудость ҡалаһында сығарылған ташынан һалынған «Битлек» порталы (архитекторы В. Бренн, 1795—1797 йылдар) тыштан артыҡ күҙгә ташланып тормаған ҡайырыһы һыҙырылмаған ҡайын ағасы менән биҙәлгән павильонды (ҡайын өй) ҡаплап тора. Бындай павильон-сюрприздар XVIII быуаттың икенсе яртыһындағы Рәсәй парктарына хас. Улар тыштан ябай ғына булып тойолһа ла (ҡыуыш, бүрәнә-һалам өйҙәр, һарай һ.б.), эсендә зиннәтле бай интерьер ҡаршы ала. Павильондар паркта ял иткән ҙур булмаған компаниялар өсөн тәғәйенләнә.
Гатчиналағы ҡайын өй тәү ҡарашҡа матур итеп өйөлгән утынлыҡты күҙ алдына баҫтыра. Павильондың күренеше һәм уның эске биҙәлеше контрасы ҙур һөҙөмтә бирә. Көҙгөләрҙең күплеге һәм тәҙрәләрҙең ҡапма-ҡаршы урынлашыуы уның залының бәләкәй майҙанын (яҡынса кв. м.) ҙурайтып күрһәтә.
Ҡайын өйөнөң ихтимал авторҙары тип (1780 йылдарҙа) В. Бренн, Н. А. Львов, Ф. Виольены атайҙар[2].
Портал һуғыш йылдарында ла һаҡлана. Фашист оккупацияһы юҡ иткән өй 1975 йылда архитектор А. А. Кедринский проекты буйынса тергеҙелә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Ҡайын өй (Кузьминки) — 1820 йылдарҙа архитектор Жилярди Доменико төҙөй. Павильон 1923 йылда яна.
- Ҡайын өй (Петергоф) — 1781 йылда архитектор Кваренги Джакомо төҙөй. Павильон 1941 йылда яна.
- Павлоскиҙа Һөт өйө — 1782 йылда архитектор Камерон Чарльз төҙөй.
Ансамбль һүрәте
үҙгәртергә-
«Битлек» порталы
-
Ҡайын өй
-
Ҡайын өй һәм «Битлек» порталы ҡабырғанан
-
«Битлек» порталы
-
Ҡайын өй интерьеры
-
Ҡайын өй эсендә плафон
-
Ҡайын өй, падуга мөйөшө
-
Ҡайын өй, десюдепорт
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Кючарианц Д. А., Раскин А. Г. Гатчина: Художественные памятники. — СПб.: Лениздат, 2001. — 318 с. — (Петербургская коллекция). — 5000 экз. — ISBN 5-289-02007-1.
- Макаров В. К., Петров А. Н. Гатчина. — 2-е изд., испр. и доп. — СПб.: Издательство Сергея Ходова, 2005. — С. 194—197. — 304 с. — 3000 экз. — ISBN 5-984-56018-6.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Гатчина 2007 йыл 14 июль архивланған.
- Гатчина — Версаль Павла I
- Гатчинский дворец и парк