Гастайнерталь
Гастайнерталь (нем. Gasteinertal, шулай уҡ Tal Gasteiner) — Австрияла Зальцбург федераль ерҙәге үҙән. Минераль сығанаҡтары, шулай уҡ һыу һәм тау курорттары менән билдәле, уларҙың иң киң танылғандары — Бадгастайн, Бад-Хофгастайн һәм Дорфгастайн.
Гастайнерталь | |
Дәүләт | Австрия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Зальцбург[d] һәм Санкт-Иоганн-им-Понгау[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 835 метр |
Рәсми сайт | gastein.com |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Gastein valley[d] |
Гастайнерталь Викимилектә |
Геология
үҙгәртергәГастайнерталь үҙәне Юғары Тауэрн тауҙары араһында урынлашҡан. Был урындар өсөн гнейстарҙың булыуы хас. Шулай уҡ бик күп миҡдарҙа кварциттар, һәүерташтар һәм доломиттар бар[1][2][3].
Тарихы
үҙгәртергәГастайнерталь үҙәнен беренсе башлап уның минераль сығанаҡтарына иғтибар иткән боронғо римляндар яҡынса 2 мең йыл элек үҙләштерә башлағандар[4]. Был районда йәшәгән кельт ҡәбиләләре бында алтын сығарғандар, был уларға бер нисә быуат дауамында иҡтисади муллыҡ һәм әүҙем сауҙа итеү мөмкинлеген тәьмин итә[4].
963 йылда документаль сығанаҡтарҙа «Гастуна» атамаһы барлыҡҡа килә. «Гастайнерталь» атамаһы беренсе тапҡыр 1203 йылда ғына телгә алына[4]. 1218 йылда был биләмә Бавария герцоглығы составына инә, әммә 1297 йылда Зальцбург епископлығына тапшырыла.
XVI быуаттарҙа был урындар һыу сығанаҡтары арҡаһында яңы популярлыҡ алалар[4]. Был ваҡытҡа инде алтын запасы бөтә, шулай уҡ чума эпидемияһы тарала; былар бөтәһе бергә үҙәнде ташландыҡ хәлгә килтерә, ләкин минераль һыуҙарға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы был урындарҙың яңынан тергеҙелеүенә булышлыҡ итә.
XX быуат башында был яҡтарға тимер юл үткәрелә, был төбәктең артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә. XX быуаттың икенсе яртыһында күтәргестәр төҙөлә; хәҙер Гастайн үҙәне минераль сығанаҡтары арҡаһында ғына түгел, ә саңғы һәм тау туризмына бәйле лә үҫешә[4].
Һыу инеү урындары һәм һыу сығанаҡтары быуаттар дауамында Европаның билдәле кешеләре, юғары ҡатлам һәм хаҡимлыҡ итеүселәр династияһы вәкилдәре араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Бында төрлө ваҡыттарҙа Фридрих III, Отто фон Бисмарк, Шуберт, Шопенгауэр, император Франц-Иосиф һәм уның ҡатыны һәм башҡа бик күптәр булғандар[4].
Хәҙер Гастайнерталь үҙәне һәм унда урынлашҡан курорттар төрлө илдәрҙең туристары араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Zentralalpen/Gasteinertal: Geologie - Hohe Tauern, Tektonik (нем.). Gastein im Bild. Дата обращения: 25 октябрь 2010. Архивировано 2 июль 2012 года.
- ↑ Zentralalpen/Gasteinertal: Erzwies / Schwarzphyllit, Glimmerschiefer, Kalkmarmor, Gneis (нем.). Gastein im Bild. Дата обращения: 25 октябрь 2010. Архивировано 2 июль 2012 года. 2009 йыл 8 ғинуар архивланған.
- ↑ Zentralalpen/Gasteinertal: Geologischer Querschnitt - Zentralalpen (нем.). Gastein im Bild. Дата обращения: 25 октябрь 2010. Архивировано 2 июль 2012 года.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Gasteinertal and its history (нем.). Holidays in Gastein Valley. Дата обращения: 25 октябрь 2010. Архивировано 2 июль 2012 года. 2012 йыл 27 июнь архивланған. (итал.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Gesteinertal - Ein interaktives Medium für Gasteinertaler (нем.). Дата обращения: 25 октябрь 2010. Архивировано 26 май 2012 года. 2012 йыл 10 май архивланған.
- Gastein im Bild (нем.). Дата обращения: 25 октябрь 2010. Архивировано 26 май 2012 года.