Гаспра (һарай)

Гаспра ҡасабаһы территорияһындағы һарай ансамбле

«Гаспра» һарайы (Голицын һарайы, графиня Панина һарайы) — Ҡырымда, Гаспра ҡасабаһы территорияһындағы һарай ансамбле. «Ясная поляна» шифаханаһы булараҡ файҙаланыла.

Гаспра
Нигеҙләү датаһы XIX быуат
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
 Украина
Административ-территориаль берәмек Гаспра[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d], Украинаның күсерелмәй торған ҡомартҡыларының дәүләт реестры[d] һәм памятник архитектуры национального значения Украины[d]
Карта
 Гаспра Викимилектә

Төҙөлөшө

үҙгәртергә

Ҡырымда, Кориез биләмәһендә урыҫ аҡһөйәктәренән тәүге төпләнеүселәрҙән үҙенең мистик эҙләнеүҙәре менән билдәле княгиня Анна Сергеевна Голицына була. Уны ошо ынтылышында фамилиялашы, император Александр I ҙур йоғонто яһаусы Александр Николаевич Голицын таяныс була (1773—1844).

Үҙенең фекерҙәше һорауы буйынса Анна Сергеевна 18311836 йылдарҙа уның өсөн ялға сыҡҡандан һуң йәшәргә һарай өсөн төҙөлөштәрҙе ҡарай. Хужаһы хөрмәтенә биләмә Александрия йәки Кастель (ингл. castle — «замок») тигән атама ала. Бай йорто өсөн өлгө булып бер үк ваҡытта тиерлек шул уҡ архитектор Вильям Гунт төҙөгән Алупка һарайы тора.

Голицын һарайы Европа урта быуаты, бигерәк тә готика менән арбалған романтизм дәүере архитектураһы зауығы өлгөһө булып тора ала. Алупка һарайы кеүек, Гаспра һарайы урындағы һоро эзбизташтан һалынған. Уны ослайып торған тәҙрә һәм дөйөм майҙаны 144 квадрат метр, бейеклеге 20 аршин булған, тештәр менән тамалғанған һәм үрмәле гөл менән сырмалған ҙур өс ҡатлы һигеҙ ҡырлы ҡабырға башнялары айырып тора. Паркты булдырыу менән баҡсасы Людвиг Кремер шөғөлләнә.

1843 йылда Голицын, ниһайәт, дәүләт хеҙмәтенән отставкаға сыға һәм Гаспраға йәшәргә килә, әммә бер йылдан инсульт кисерә. Ғүмеренең һуңына тиклем ул кейәүгә сыҡмаған ҡарт апаһы Елизавета Кологривова тәрбиәһендә була. Үҙенең вариҫтары тип Голицын апаһын һәм энеһен иғлан итә, ләкин улар уның вафатынан һуң бер нисә йыл ғына йәшәй. Гаспраның беренсе хужаһы Георгий монастырында ерләнә.

Графиня Панина һарайы

үҙгәртергә
 
Графиня Софья Панина (1871—1957)

Ҡырым һуғышынан һуң бөлгөнлөккә төшкән биләмәне бөйөк кенәз Николай Николаевич Старший һатып ала. Әммә билдәһеҙ сәбәп буйынса Гаспра 1865 йылда граф Владимир Васильевич Левашов һәм уның ҡатыны Ольга Викторовнаға, тыумыштан графиня Панинаға һатыла.

XIX быуат аҙағында Ольга Викторовна биләмәне туғаны Софья Владимировна Панинаға тапшырттыра[1]. Йәш графиня башняның түбәһен ҡабаттан яптыра, фасад һәм ҡыйыҡты яңырттыра, оранжерея һәм ҡунаҡтар өсөн өйҙәр төҙөтә. Гаспра биләмәһе ҡабаттан сәскәгә күмелгән баҡсаға әйләнә.

Графиня Панина, эшҡыуарлыҡ һәләтенә эйә булып, һарайҙы хәлле кешеләргә дача итеп тапшыра. Бында 1901 йылдың сентябренән 1902 йылдың июленә тиклем «Хажи Морат» повесын яҙған ваҡытта Лев Толстой йәшәй. Уға ҡунаҡҡа А. П.. Чехов, М.. Горький, А. Куприн, Ф. Шаляпин килеп йөрөй. Рәсәйҙән китер алдынан Гаспрала В. Набоков була.

Октябрь революцияһынан һуң һарай дәүләткә бирелә. 1922 йылда ул шифахана итеп бирелә, хәҙер — «Ясная поляна» әсәләр балалар шифаханаһы. 1923 йылда Беларусь халыҡ шағиры Янка Купала бында «Ҡырым» шиғырҙар циклын яҙа.[2]

Һарай бинаһында дауаланыу өсөн килгән Л. Н. Толстойҙың музей бүлмәһе һаҡлана. Толстой заманында һарайҙың 8 тышҡы ишеге, 19 «готика» һәм  8 балкон тәҙрәһе, 8 голланд мейесе һәм 4 камин, 4 ал яҡ, 12 йәшәү бүлмәһе була. бүлмәлә йәшәй. Аҫта дүрт иркен бүлмә ҙур хол менән тоташа. Л. Н. Толстой ваҡытын йәшел селтәр менән үрелгән гарнитур, бик күп диван, ултырғыс, кресло, өҫтәл, кушеткалар торғанбыяла менән көпләнгән террасала үткәрә[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Она надеялась, что жизнь в Крыму позволит девушке освободиться от пагубного, по её представлениям, влияния московской родни.
  2. Мисхор — дворец графини Паниной
  3. Графиня С. В. Панина 2016 йыл 4 март архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә