Ганцева Лидия Ивановна

һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы

Ганцева Лидия Ивановна  (6 ғинуар 1938 йыл,  Красивая Поляна ауылы, Нуриман районы (БАССР‑ҙың Өфө районы Чесноковка ауылында тыуған тигән мәғлүмәт тә осрай[1]) — 3 июль 2000 йыл) — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). 1955 йылдан алып Башҡорт АССР-ы Өфө районы хужалыҡтарында эшләй, 1960 йылдан райондың «Дмитриевка» совхозында, шунан «Өфө» совхозы бүлексәләренең береһендә һауынсы була. Һауынсы булып эш башлағанының икенсе йылында уҡ һәр һыйырҙан 3944 килограмм һөт һауып ала.  1957 йылда Ганцева Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенә ебәрелә.  1960 йылда уға  коммунистик хеҙмәт ударнигы тигән исем бирелә һәм  Совет Хөкүмәте уны «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләй. 1959—65 йылдарҙа иң юғары һауымға өлгәшә — һәр һыйырҙан йылына 5000 килограмға тиклем һөт ала. 1966 йылда уға  Социалистик Хеҙмәт Геройы  исеме бирелә. Ленин ордены менән бүләкләнә.

Ганцева Лидия Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 6 ғинуар 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Чесноковка, Өфө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 3 июль 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Михайловка, Өфө районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы
  • Герои труда. / Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана. / Сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа, Китап, 2011. — ISBN 978-5-295-05228-6. — Стр. 100.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә