Баруди Ғәлимйән (ысын исеме Ғәлиев Ғәлимйән Мөхәмәтйән улы; 17 февраль 1857 йыл6 декабрь 1921 йыл) — Рәсәй дин белгесе, йәмәғәт эшмәкәре, педагог.

Баруди Ғәлимйән
Тыуған көнө

17 февраль 1857({{padleft:1857|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы Ҡазан губернаһы Кесе Коваль ауылы

Вафат булған көнө

6 декабрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (64 йәш)

Вафат булған урыны

Мәскәү ҡалаһы

Ил

 Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

ғалим-дин белгесе, дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог

 Баруди Ғәлимйән Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Баруди Ғәлимйән 1857 йылдың 17 февралендә Ҡазан губернаһы Кесе Коваль ауылында сауҙагәр ғаиләһендә тыуған. Уға өс йәш тулғанда, ғаилә Ҡазанға күсенә. 1862 йылда Ҡазан мәҙрәсәһендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнә. 1875 йылда үҙенең дини белемен дауам итеү өсөн Бохараға китә. 1882 йылда Ҡазанға ҡайта, унда Аҡ мәсеттә икенсе имам була. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хеҙмәте буйынса уңыш ҡаҙана, уҡыусылары һаны һиҙелерлек арта. Ошонан сығып Диниә 1883 йылда уға үҙенең мәҙрәсәһен асырға мөмкинлек бирә. Баруди быны шунда уҡ эшләй, яңы мәҙрәсәгә үҙенең атаһының исемен бирә — «Мөхәммәҙиә». Тиҙҙән уның мәҙрәсәһе Ҡазандың ҙур һәм абруйлы дини училищеһы булып китә. 1887 йылда Ғосман империяһына һәм Мысырға оҙайлы сәфәргә сыға.

1905 йылдан башлап Баруди үҙен тулыһынса педагогик эшмәкәрлеккә бағышлай, дәреслектәр яҙа, матбуғатта әүҙем баҫтырып сығара, үҙенең мәҙрәсәһендә уҡыу программаларын киңәйтә һәм камиллаштыра, ундағы уҡыусылар һаны һәм ул булдырған мосолман мәктәбенең абруйы тағы ла арта. 1906 йылда Баруди Ҡазанда баҫылған «ад-дин вә-ль-әҙәп» (русса «Дин һәм әхлаҡ») журналына нигеҙ һала һәм уны етәкләй. 1908 йылда властар уны баҫтырыуҙы тыя. Шул уҡ йылда Баруди панисламизм ҡараштарын таратыуҙа ғәйепләнә һәм Вологда губернаһына ебәрелә. 1913 йылда һөргөндән әйләнеп ҡайта һәм яңынан үҙ журналын 1917 йылға тиклем баҫтырып сығарыуҙы тергеҙә.

Дөйөм алғанда, Баруди Рәсәй империяһында мосолмандар хәрәкәтенең әүҙем эшмәкәре була. Мәҫәлән, 1906 йылдың ғинуар, август айҙарында 2-се һәм 3-сө Рәсәй мосолмандары съезы эшендә ҡатнаша, мосолмандарҙың «Иттифаҡ әл-муслимин» ойошмаһы идараһы комитеты ағзаһы була. 1917 йылдың 1-2 майында Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында Диниәнең күпселек тауышы менән мөфтөй итеп һайлана. Баруди 1921 йылда Мәскәүҙә вафат була, ғүмеренең һуңғы айҙарында Волга-Урал районының асығыусыларына ярҙам буйынса комитет эшендә әүҙем ҡатнаша.

Ҡазан ҡалаһының Мәскәү районында урам Ғәлимйән Баруди исемен йөрөтә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә