Вәхитов Раян Йәләй улы

инженер-нефтсе, техник фәндәр кандидаты

Вәхитов Раян Йәләй улы (1936) — инженер-нефтсе, техник фәндәр кандидаты (1974).

Вәхитов Раян Йәләй улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1936
Тыуған урыны Бишәүҙәр ауылы, Арҡауыл ауыл советы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө Нефтсе (Ишембай), яҙыусы
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Вәхитов Раян Йәләй улы 1936 йылда Башҡорт АССР-ы Малаяҙ районының (хәҙер — Салауат районы) Бишәүҙәр ауылында тыуа. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Арҡауыл ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң Р. Вәхитов Өфө нефть институтына уҡырға инә. 1958 йылда димплом алғандан һуң, хеҙмәт юлын «Башвостокнефтеразведка» тресы системаһында башлай. 19681971 йылдарҙа Өфө нефть фәнни-тикшеренеү институтында аспирантурала уҡый. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, скважиналар төҙөү өлкәһендә эшләй. 19581989 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһендә быраулаусы, инженер, өлкән инженер була, өлкән ғилми хеҙмәткәр. 19901996 йылдарҙа — әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр, «Ижад» НТЦ-һы директоры. 1996 йылда — «ЗапСибБурНИПИ» ғилми-тикшеренең институтының «Экобуртехнология» НТЦ-һы директоры урынбаҫары.

Поэзия менән мауыға. Ике шиғыр китабы авторы.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Скважиналар төҙөүҙәге ҡатмарлыҡтарҙы бөтөрөү, продуктив ҡатламдарҙы асҡанда скважиналарҙың дебитын күтәреү технологияларын эшләү, нефть ятҡылыҡтарының экология хәүефһеҙлеген яҡшыртыу менән шөғөлләнә. Уның уйлап табыуҙары «Башнефть» АНК-һы, «Татнефть» АО-һы, «Пурнефтегаз» АО-һы предприятиеларында киң ҡулланыла. Уйлап табыуға 24 авторлыҡ танытмаһына һәм патентына эйә. 100-ҙән ашыу баҫма эш авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

үҙгәртергә

«СССР-ҙың уйлап табыусыһы» миҙалы.

Һылтанмалар

үҙгәртергә