Вәлитова Нәбилә Ғәбделхәмит ҡыҙы
Вәлитова Нәбилә Ғәбделхәмит ҡыҙы (28 декабрь 1928 йыл — 11 октябрь 2006 йыл) — балет артисы, балетмейстер һәм педагог. РСФСР-ҙың халыҡ (1969) һәм атҡаҙанған артисы (1955). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).
Вәлитова Нәбилә Ғәбделхәмит ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 28 декабрь 1928 |
Тыуған урыны | Сыйрышбаш, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 11 октябрь 2006 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Воронеж, Рәсәй |
Үлем сәбәбе | переезд[d] |
Һөнәр төрө | балет артисы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНәбилә Ғәбделхәмит ҡыҙы Вәлитова 1928 йылдың 28 декабрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) Сыйрышбаш ауылында тыуған.
1949 йылда Ленинград хореография училищеһын тамамлай (1949; педагогы А. Я. Ваганова).
Училищены тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында балет солисы булып эшләй. 1961 йылдан алып 1975 йылға тиклем — Воронеж опера һәм балет театры солисы,1979 йылдан алып — баш балетмейстер, 1985 йылдан — уҡытыусы‑репетитор, 1995 йылдан — театрҙың художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1963—1965 йылдарҙа һәм 1975 йылдан алып — Воронеж хореография училищеһы педагогы.
Ленинград балет мәктәбенең академик традицияларын дауам итеүсе. Нәбилә Вәлитова бейеүендә юғары башҡарыу мәҙәниәте менән образдың поэтик рухлылығы берләштерелә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында төп партиялары: Торналарға юл күрһәтеүсе («Сыңрау торна»; дебют, 1949), Зарема («Баҡсаһарай фонтаны», Б. В. Асафьев), Лиза («Файҙаһыҙ һаҡлыҡ», П.Гертель), Одетта — Одиллия («Аҡҡош күле»", П. И. Чайковский) һәм башҡалар. Гөлбәҙирә партияһын («Тау бөркөтө») тәүге башҡарыусы. Воронеж опера һәм балет театрында Чайковскийҙың «Щелкунчик», Э.Дельдевездың «Пахита», «Баҡсаһарай фонтаны» (Я. З. Лифшиц менән берлектә) балеттарын ҡуя. «Фауст» (Ш.Гуно), «Евгений Онегин» (П. Чайковский) операларында; «Ханума» (А. Цагарели) комедияһында (1974. Воронеж драмтеатры) бейеүҙәр ҡуйыусы.
Нәбилә Ғәбделхәмит ҡыҙы 1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша.
2006 йылдың 11 октябрендә Воронеж ҡалаһында вафат була.
Ғаиләһе: ире һәм балет буйынса партнеры — Яков Лившиц. Һуңыраҡ ул Израилгә күсеп китә.
Уҡыусылары
үҙгәртергәУҡыусылары араһында Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артистары Л. В. Денисова һәм Н. С. Курбатова, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артистары М. В. Леонькина һәм Т. А .Фролова.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Почёт Билдәһе» ордены (1981).
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955)
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1969)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Попов В. С. Шаг на сцену. Набиля Валитова и воронежский балет. 2013 г. Изд. «Центр духовного возрождения Черноземного края»
Хәтер
үҙгәртергә- 2007 йылда Воронежда Коммунарҙар урамы, 36-сы йорто адресы буйынса Хореография училищеһы бинаһында Вәлитова Нәбилә Ғәбделхәмит ҡыҙы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡорт энциклопедияһы 2019 йыл 27 март архивланған.
- http://www.innoros.ru/nabilya-valitova-1928-2006 2017 йыл 11 ноябрь архивланған.
- http://culturavrn.ru/theatre/10694
- http://www.4fot.ru/vrn-id-319.html