Воробьёв Борис Иванович

Воробьев Борис Иванович (16 март 1928 йыл11 февраль 2021 йыл[1]) — СССР һәм Рәсәй ғалим-кардиологы, медицина фәндәре докторы (1963), профессор (1966). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).

Воробьёв Борис Иванович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 16 март 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 11 февраль 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (92 йәш)
Уҡыу йорто Себер дәүләт медицина университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Борис Иванович Воробьев 1928 йылдың 16 мартында Өфөлә табиптар ғаиләһендә тыуа, уның атаһы — профессор Воробьев Иван Васильевич— ревматолог. Һуңыраҡ ғаилә Томск ҡалаһына күсенеп килә. 1944 йылда Томск урта мәктәбен тамамлай.

1949 йылда Томск медицина институтын тамамлай. Беренсе курста уҡ нормаль, ә һуңынан патологик анатомия менән мауыға, академик Д.А.Ждановтың нормаль анатомия кафедраһының түңәрәгендә, ә һуңынан академик И.В.Торопцевтың патологик анатомия кафедраһында эшләй[2]. 1953 йылда профессор Д. Яблококов етәкселеге аҫтында кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1953 йылдан 1956 йылға тиклем — Томск өлкә медицина-санитария бүлегенең баш терапевты.

1956 йылдан 1963 йылға тиклем Ростов дәүләт медицина университетының госпиталь терапияһы кафедраһында ассистент һәм доцент булып эшләй. 1963 йылда С. Н. Касаткин етәкселегендә Горький медицина институтында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2]. 1963 йылдан 1998 йылға тиклем —Ростов дәүләт медицина университетының терапия кафедра мөдире. 1963 йылда Б. И. Воробьёв етәкселегендә миокард инфарктын дауалау буйынса бүлек асыла, был бүлектә миокард инфарктының төрлө өҙлөгөүҙәренең үҫеше сәбәптәре һәм эҙемтәләре, шулай уҡ уны дауалау мәсьәләләре өйрәнелә. Айырыуса миокард инфарктынан һуң кардиоген шоктың барлыҡҡа килеүе, йөрәк ритмының боҙолоуы һәм психоз мәсьәләләре әүҙем өйрәнелә. 1966 йылда Б. И. Воробьевҡа профессор исеме бирелә. 1999 йылдан алып — Ростов дәүләт медицина университетының эске ауырыуҙар кафедраһы профессоры.

Профессор Б. И. Воробьев 20 йылдан ашыу Ростов өлкә терапевтар йәмғиәтен етәкләй, СССР һәм Рәсәй кардиолог һәм терапевт йәмғиәте идаралығы ағзаһы һәм «Терапевтический архив» журналының мәхәрририәт коллегияһы ағзаһы итеп һайлана. Ашығыс кардиология ярҙамын үҫтереүгә айырым иғтибар бүлеп, профессор Б. И. Воробьёв Дондағы Ростовта тиҙ ярҙамдың беренсе махсус бригадаларын һәм «инфаркт отделениеларын» булдырыуға башланғыс һала һәм ойоштороусыһы була. Уның юғары абруйы арҡаһында 70-се йылдарҙа Ростов өлкәһендә тормошҡа «Воробьев клиникаһы» тигән һүҙбәйләнеш ныҡлап инә. Б. И. Воробьев һаулыҡ һаҡлау өсөн фәнни-педагогик кадрҙарҙы әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлә. Уның етәкселегендә 45 кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡлана. Уның диссертация яҡлаусылары араһынан юғары мәктәп уҡытыусылары плеядаһы үҫеп сыға, улар араһында 6 профессор, кафедра мөдире — Л. И. Кательницкая, Э. Д. Бровкович, А А. Кастанаян, Ю В. Шатохин, С В. Воробьев, Н. Ю. Неласов.

Библиографияһы

үҙгәртергә
  • Воробьёв Б. И. Кровоснабжение сердца при достаточном и недостаточном кровообращении / Горьк. гос. мед. ин-т им. С. М. Кирова. — Волгоград : [б. и.], 1963 г. — 32 с.
  • Воробьёв Б. И. Вопросы коронарной и легочной патологии / М-во здравоохранения СССР. Рост. гос. мед. ин-т. Кафедра фак. терапии. Рост. обл. отд. здравоохранения ; Науч. ред. проф. Б. И. Воробьев. — Ростов н/Д : [б. и.], 1967—1971 гг. — 294 с.
  • Воробьёв Б. И. Профилактика коронарной недостаточности: Методические указания для врачей / Сост.: проф. Б. И. Воробьев, Р. Х. Поплавская ; Рост. обл. отд. здравоохранения. Рост. гос. мед. ин-т. Кафедра факультет. терапии. — Ростов н/Д : [б. и.], 1968 г. — 17 с.
  • Воробьёв Б. И. Актуальные вопросы сердечно-сосудистой патологии / [Ред. проф. Л. Б. Андреев и канд. мед. наук Ю. В. Зайденварг] ; М-во здравоохранения СССР. Рост. гос. мед. ин-т. — Ростов н/Д : [б. и.], 1971 г. — 421 с.
  • Воробьёв Б. И. Методические указания к проведению практических занятий по факультетской терапии / Под ред.: Б. И. Воробьева [и др.] ; Рост. гос. мед. ин-т. — Ростов н/Д : [б. и.], 1971 г. — 134 с.
  • Воробьёв Б. И. Клинические лекции по кардиологии / М-во здравоохранения СССР. Респ. гос. мед. ин-т. — Ростов н/Д : [б. и.], 1972 г. — 230 с.
  • Воробьёв Б. И. Лечебная физкультура при острой коронарной недостаточности и свежем инфаркте миокарда / Рост. облздравотдел. Рост. гос. мед. ин-т. — Ростов н/Д : [б. и.], 1973 г. — 19 с.
  • Воробьёв Б. И. Методические указания по преподаванию факультетской терапии / Рост. гос. мед. ин-т. — Ростов н/Д : [б. и.], 1973, вып. дан. 1974 г. — 183 с.
  • Воробьёв Б. И. Клиника острого периода инфаркта миокарда / Б. И. Воробьев, Т. Е. Майорова ; Рост. гос. мед. ин-т. — Ростов н/Д : Изд-во Рост. ун-та, 1973 г. — 215 с.
  • Воробьёв Б. И. Внутренние болезни / Рост. гос. мед. ин-т. — Ростов н/Д : [б. и.], 1975 г. — 38 с.
  • Воробьёв Б. И. Избранные лекции по внутренним болезням / Рост. гос. мед. ин-т. — Ростов н/Д : Изд-во Рост. ун-та, 1975 г. — 164 с.
  • Воробьёв Б. И. Первая помощь при инфаркте миокарда / Сост. проф. Б. И. Воробьевым ; Рост. гос. мед. ин-т. — Ростов н/Д : [б. и.], 1976 г. — 10 с.
  • Воробьёв Б. И. Диагностика и лечение ишемической болезни сердца : (Актуал. вопр. сердеч.-сосудистой патологии). Сб. науч. тр. / Рост. гос. мед. ин-т; [Редкол.: Б. И. Воробьев (отв. ред.) и др.]. — Ростов н/Д : РГМИ, 1981 г. — 156 с.

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989)
  • 2013 йыдан Б И. Воробьев хөрмәтенә Ростов дәүләт медицина университетында йыл һайын йәш ғалим һәм студенттарҙың «Воробьев уҡыуҙары» фәнни-практик конференцияһы үтә, .

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Наука Дона в лицах / сост. Ф. Ф. Баев, Ростовское книжное изд-во, 1998 г. — 535 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә