Вологда майы — Вологодское масло - Вологда өлкәһе территорияһында етештерелгән, дымдың массалағы күләм өлөшө 16,0%-тан да артыҡ булмаған, һөт өҫтөнән алынған, тоҙ ҡушылмаған тәмле май, үҙенең айырым тәме һәм хуш еҫе арҡаһында киң билдәле. Ул һөт өҫтөн (Ҡаймаҡ) юғары температура тәьҫире аҫтында махсус эшкәртеү һөҙөмтәһендә алына.а[1].

Вологда майы
Дәүләт  Рәсәй
 Вологда майы Викимилектә
 
Вологда майын уйлап тапҡан Н. В. Верещагин

Вологда майын Николай Васильевич Верещагин, һуғыш рәссамы Василий Верещагиндың ағаһы уйлап тапҡан. Ул , Швейцария, Голландия, Дания, Германия һәм башҡа Европа илдәрендә һөтсөлөктө өйрәнгән. 1860-сы йылдар аҙағында ул Вологда, Новгород, Ярославль һәм Тверь өлкәләрендә сыр етештереүҙе ойоштора һәм Европанан май етештереү белгестәрен саҡырып килтереп, Рәсәй оҫталарын әҙерләтә. 1870-сө йылда, бөтә Донъя Париж һөт күргәҙмәһендә Верещагин Нормандиянан килгән бик тәмле майға иғтибар итә. Был май уны яңы май бешеү ысулын эҙләргә дәртләндерә.

1871 йылда Н. В. Верещагин һәм Бумановтар ғаиләһе Вологда губернаһы Марфино ауылында беренсе май заводы ойошторған, 1872 йылда Фоминскиҙа асҡандар (хәҙер — Молочное ауылы)

Верещагин майҙы юғары температурала йылытылған ҡаймаҡтан бешергә тәҡдим итә, был уға «сәтләүек» тәме бирә. Верещагин яңы төр майҙы «парижса» тип атай, әммә донъяның башҡа илдәрендә «Петербург майы» тип таныйҙар, сөнки Рәсәйҙән ул ошо ҡаланан ғына килтерелгән. Вологда губернаһындағы үләндәр ҙә, климат та иҫ киткес тәмле һөт һәм май алырға мөмкинлек бирә[2].

Сауҙа маркаһы

үҙгәртергә

Техник яйға һалыу һәм метрология Федераль агентлығының 2010 йылдың 1 ғинуарында ҡабул ителгән ҡарары буйынса, «Вологда майы» исемен бары тик Вологда өлкәһе территорияһында урынлашҡан предприятиялар ғына ҡуллана ала. Вологда өлкәһенән ситтә етештерелгән «Вологда майҙары» ялған (контрафакт тауар) тип һанала. Сауҙа маркаһын ҡулланыу хоҡуғын билдәле бер компанияға түгел, ә регионға биреү ҡарарының Рәсәйҙә хоҡуҡи оҡшашлығы булғаны юҡ. Европа Союзында оҡшаш юридик статус — «Protected Designation of Origin» йәки ингл. «Protected Geographical Status» бар. Майҙың сығарылған урынының теркәлеү һаны — 27.

Май музейы

үҙгәртергә

2009 йылдың октябрендә Рәсәйҙә беренсе булып Вологда өлкәһе, архитектура һәм этнографик музейында «Вологда майы музейы» асыла[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ГОСТ 37-91 «Масло коровье. Технические условия».
  2. Вологодское маслоделие. История развития: Монография / Г. В. Твердохлеб, В. О. Шемякин, Г. Ю. Сажинов, П. В. Никифоров. — СПб.: СПБГУНиПТ, 2002
  3. Кулинарный портал «Гастроном.ру»(недоступная ссылка)

Һылтанмалар

үҙгәртергә